Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНАМәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры


Егерме дүртенсе дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"


"Өлкәндәргә ҡарата мөнәсәбәт"


"Атамдың хаҡы өсөн,
Әсәмдең хәтере өсөн", —

тип, "Урал батыр" эпосында төп герой ағаһын тағы бер тапҡыр ғәфү итә.
"Атам йөҙөн ят иттең,
Әсәм һөтөн ыу иттең",
— ти ул Шүлгәнгә.
Ағаһы ниндәй генә яуызлыҡ эшләмәһен, Урал уға тәрән үпкә белдереп, аңлатырға тырышып һөйләшә, әммә яманлыҡ ҡылмай, тауыш күтәрмәй. Шүлгәндең өлкәнлеген һанлай. Эпос аҙағында ла ҡан туғанын ҡоралһыҙландыра ғына — күл һыуы менән ҡуша дейеүҙәрен һемерә.
Исламда атай-әсәйҙе, башҡа өлкән туғандарҙы ҙурлау, уларға ярҙам итеү мөһимлеге ҙур урынға ҡуйыла.

Хәҙис шәрифтәр

Ололарҙы өлгө иткән
йәштәр яҡшы,
Йәштәр һымаҡ ҡыланыусы
ҡарттар шаҡшы.


* * *
Көрәшеп еңгән батырҙың
Өлөшөнә дан төшөр.
Батырҙарҙың да батыры —
Асыуын еңгән кеше.
Килгәндә ныҡ асыуығыҙ,
Хәйерле өндәшмәүегеҙ,
Ауыҙығыҙҙы асмауығыҙ.


2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"


"Байрамдар, иҫтәлекле даталар"


(23-сө дәрес кеүек үк). Уҡыусылар төрлө дин вәкилдәренең йолаларын аңлаһын. Мәҫәлән, республикабыҙҙа күпселекте тәшкил иткән, христиан динен тотҡан урыҫ халҡының ни өсөн йомортҡа буяуы, тал бөрөһө тотоп сиркәүгә барыуы, ниндәй байрамында махсус ҡалас бешереүе, бер-береһенә йомортҡа биргән саҡта ни өсөн "Христос воскрес!" ("Христос терелде!") тип әйтеүҙәре хаҡында белһендәр. Был бер-береңдең йолаларына ҡарата ихтирам тойғоһо уятыр.
Әйтеп үтеүебеҙсә, VII класс өсөн тәғәйенләнгән "Тормош һабаҡтары" дәреслегенән дини байрамдар тураһында киң мәғлүмәт алырға мөмкин.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"


"Әхлаҡи идеалдар"


Башҡорт халҡының идеалы — яҡшы кеше. Был сифатты "кеше булыу" тип кенә лә аңлатырға була. "Урал батыр" эпосында был фекер асыҡ сағылыш таба:
Барығыҙға шуны әйтәм:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ.

Был — Урал батырҙың васыяты. Уның менән хушлашҡанда халыҡ "Ил бәхете ине", тип һыҡтап илаған.
Ғөмүмән, башҡорт халҡы ниндәй кеше тураһында хыял йөрөткән? "Урал батыр" эпосынан, әкиәттәрҙән, мәҡәлдәрҙән сығып, балалар менән ошо хаҡта әңгәмә ҡорорға кәрәк. Әлбиттә, һөйләшеүҙә батырлыҡ, намыҫлылыҡ, тоғролоҡ кеүек сифаттарға ҙур урын бирелергә тейеш.
Әңгәмә өсөн ике һорау тәҡдим итәм: белемле, бөхтә, ипле, әҙәпле, әммә һис кемгә ярҙам ҡулын һуҙмаған кешене һәйбәт тип әйтеп буламы? Затығыҙҙа кемде "яҡшы ине" тип иҫкә алалар һәм ни өсөн?

Егерме бишенсе дәрес

1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"


"Ҡунаҡсыллыҡ"


Ҡунаҡсыллыҡ — башҡорт халҡының төп сифаттарының береһе. Ул хаҡта риүәйәттәр ҙә сығарылған. "Башҡорттоң өлөшөнә бер байрам да ҡалмағас, Аллаһ Тәғәлә: "Һинеке — ҡунаҡ килгән көн булһын", — тип әйткән", тип һөйләнелгәне лә бар. Ысынлап та, ҡунаҡты йортто йыйыштырып, ыҫпай кейемдә ҡаршылау, әҙерләнгән тәм-том һәм башҡа күренештәр ысын байрам төҫөн ала. Ошоға бәйле мәҡәлдәр, әйтемдәр: "Аштың бәрәкәте ҡунаҡ менән", "Ҡунаҡ килде — өй шатлыҡ менән тулды", "Бәхетленең ҡунағы бергә".
Мәҡәлдәр аша ҡунаҡ булыу, уны һыйлау тәртибен дә белергә мөмкин. Мәҫәлән, "Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул", "Ҡунаҡ килһә, ит бешә, ит бешмәһә, бит бешә" (тимәк, оят була), "Ҡунаҡ килһә, ҡапҡаң ас; өйгә ингәс, ҡаҙан аҫ", "Ҡунаҡ ҡайҙа — ҡот шунда", "Ҡунаҡ ҡәҙере өс көн", "Ҡунаҡ өйҙө лә йәмләй, ашты ла тәмләй", "Ҡунаҡ һорап ашамай, һайлап ашай", "Ҡунаҡтың аты ла ҡунаҡ", "Ҡунаҡтың иң элек балаһын, атын, этен туйҙыр", "Һәр ҡунаҡтың үҙ көйө", "Һыйлағанда — һыйлан, самаға һыйып ҡылан".

Хәҙис шәриф

Берәүһенә еткән ризыҡ
Икәүһенә лә етә.
Икәүһенә еткән ризыҡ
Дүртәүһенә лә етә.
Дүртәүһенә еткән ризыҡ
Һигеҙенә лә етә.


2. "Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре"


"Дин һәм әхлаҡ. Донъя диндәренең әхлаҡи ҡанундары"


Кешелек донъяһы һәр саҡ камиллашҡан һәм һаман да алға ынтыла. Әммә ни өсөн һуң яуызлыҡ бөтмәй, арабыҙҙа насар холоҡлолар бар? Хатта "Урамға бысраҡ ташлама", "Урманда усаҡ яндырма, ут яҡһаң, ныҡлап һүндереп кит", "Тәмәке тартма — ул үлемеңде яҡынайта", "Наркотик — ул ғазаплы үлем", "Компьютерҙа оҙаҡ ултырыу — һаулыҡҡа зыян", "Кеҫә телефоны уйындары бармаҡ биҙҙәренә зыян килтерә" кеүек аңлатыуҙарға, тыйыуҙарға ҡолаҡ һалмағандар бихисап.
Кешелек донъяһында үҙ теләге менән яман юлға баҫыусылар, тура юлдан тайпылыусылар бар. Уларҙы үҙгәртеүе ҡыйын. "Урал батыр" эпосында төп герой Шүлгәнгә:
Йөрәгеңдәге ҡара ҡан
Кибеп, ҡабат ҡыҙарһын,
Шунда кеше булырһың…
Илдә бергә ҡалырһың…
— ти.
Әммә ҡан кибеп, яңынан ҡыҙармай. Тимәк, кешене төҙәтеү бик ауыр. Баштан уҡ насарлыҡҡа баҫмау мөһим.
Донъя диндәре лә кешеләрҙе тура юлдан барырға, ситкә тайпылмаҫҡа өйрәтә, риүәйәттәр, ҡанундар аша, пәйғәмбәрҙәр өлгөһөндә яҡшылыҡҡа өндәй, кеше булып йәшәүҙең баһаһын аңлатырға тырыша.

Хәҙис шәрифтәр

Мин аҡһаҡты бар яһаным —
Аяҡлыға булһын һабаҡ.
Мин сулаҡты бар яһаным —
Зарланмаһын ҡуллы ҡабат.

Мин күҙһеҙҙе бирҙем ергә —
Күҙ ҡәҙерен белһен күҙле.
Мин телһеҙҙе бирҙем ергә —
Һүҙ ҡәҙерен белһен һүҙле.

Бәндәләрҙән ҡаҙҙырамын
Бәндәләргә гүр-ҡәберҙе.
Бәлки, шул саҡ ҡәҙерләрҙәр
Нур ғүмерҙе, ғәзиз ерҙе.


* * *

Доға ҡылғаныңда, эй, ҡолом,
Иң хаҡ нәмә — миңә тоғролоҡ.


* * *
Тәрбиәле кеше беленеп торор, Нисә йәшендә лә күркәм булыр.

3. "Донъяуи этика нигеҙҙәре"


"Әҙәплелек өлгөләре"


Алда әйтеп үтеүебеҙсә, һәр халыҡ үҙ йолалары, тәрбиә ҡанундары аша әҙәп ҡағиҙәләрен өйрәтергә тырышҡан. Бының өсөн айырым мәктәптәр, махсус ҡағиҙәләр булдырылған.
Шулай ҙа иң ышаныслы тәрбиәсе — шәхси өлгө күрһәтеү. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был төшөнсәнең баһаһы юғала бара. Әйтеп киткәйнек: Ғайса, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙәр, Будда халыҡты шәхси өлгөһөндә тәрбиәләгән. Ә башҡорттоң Урал батыры:
Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм,
Уландарым, һеҙгә әйтәм,
— тип халыҡҡа мөрәжәғәт иткән саҡта бер юлы уландарына ла өндәшкән.
Аҡыл өйрәтер алдынан иң элек үҙеңә күҙ һалыу мөһим. Мәҫәлән, балаңа тәмәке тартыуҙың зыяны тураһында һөйләгән саҡта ауыҙыңдан төтөн еҫе борҡоп торһа, яҡшы һөҙөмтә булырмы? Башҡаларға туған тел ҡәҙере хаҡында аңлатырға тырышып та, үҙ балаң менән сит телдә аралашһаң, һүҙеңде тыңларҙармы?
Тышҡы һәм эске әҙәп була. Тәүгеһен ҡағиҙә, ҡанун, талап, тыйыуҙар һәм үҙ өлгөң аша тәрбиәләргә мөмкин. Ә эске әҙәп ҡанға һалынған ғәҙәттәреңдән хасил була. Юҡҡамы ни, ҡыланыштарына ҡарап, баланы төрлө туғанына оҡшаталар.
Ҡанға һалынғанлыҡтан, эске әҙәпһеҙлекте төҙәтеп булмай, тип аңларға ярамай. Кеше уны үҙтәрбиә аша яҡшырта ала. Тик яҡшы менән яманды айыра белергә, тормошта дөрөҫ йүнәлеш табырға тейеш. Камиллашырға теләгән кеше "Дөйә үҙ үркәсен үҙе күрмәй", "Тишек йыртыҡтан көлә", "Кәкре бөкрөгә аҡыл өйрәтә" кеүек әйтемдәрҙе иҫәпкә алып, етешһеҙлектәрен аңлаһа, алға ышаныслы аҙым эшләнде тигән һүҙ.
"Кеше булыр кешенең кешелә булыр эше", тиҙәр. Башҡаларға күҙ ташлап, уларҙың холҡон үҙенеке менән сағыштырып, һығымта яһап, һәр кем үҙтәрбиә менән шөғөлләнергә тейеш. Ә кешеләге ниндәй сифаттар хупланмай һуң? Тупаҫлыҡ, үсексәнлек, ике йөҙлөлөк, алдашыу, урлашыу... Был теҙмәне уҡыусылар менән бергә дауам итегеҙ.
Тышҡы әҙәплелеккә иһә зауыҡ менән кейенә, кеше араһында үҙеңде тота, матур итеп һөйләшә, аралаша белеү һәм башҡа ҡағиҙәләр инә.
Эске әҙәп күҙгә ташланып бармай, әммә ул — кеше булып йәшәү өсөн иң мөһим шарттарҙың береһе.

(Дауамы. Башы 20, 27 сентябрь, 4, 18, 25 октябрь, 1, 8, 15, 22 ноябрь, 6, 13 декабрь һандарында).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 063

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 427

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 958

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 863

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 610

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 217

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 441

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 408

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 505