Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана
Йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана
Һыу һибешеү – ямғыр саҡырыу тылсымы


Ямғыр оҙаҡ яумаһа, үҙ-ара килешеп, берәйһенең ҡара тауығын һуйып, һурпаһын бергә ашағас, күмәкләп теләк теләйҙәр. Йыйындан һуң да үтәлә был йола. Хоҙай Тәғәлә һорағанға бирә, ти халыҡ. Тик теләк изге булырға тейеш. “Теләк әйткәс, һыу һибешәбеҙ. Бала-саға, ҡарт-ҡоро, йәш-елкенсәк бөтөнөһө урамға сыға. Бер кем дә ҡоро ҡалырға тейеш түгел. Һәр ваҡыт берәү йоланы башлап йөрөй. Әгәр кеше өйгә кереп бикләнһә – ҡыйығына менеп, мөрйәһенән һыу ҡоялар, ихаталарҙағы ҡойма, аҙбар, мал-тыуар ҡалмай. Һыу һыуҙы саҡыра! Шуға бар нәмәне һыулайбыҙ. Бесән мәле булһа, халыҡ күбәләгәндән һуң ғына һыу һибешә.
Элек кеше шулай йор була торғайны. Ныҡ күңелле ине, халыҡ көлөшөп-көлөшөп бер-береһен һыуға ташланы. Әгәр күмәкләшеп, ҡор менән йыйналһаң, һарыҡ һуялар ине. Әгәр йоланы дөрөҫ үтәһәң, иртәгәһенә көнө буйы ямғыр яуа!
Ямғырҙан һуң салауат дуғаһы ҡалҡа. Бер башы һыуға төшһә – ямғыр, тауға төшһә, ҡоролоҡ була, тигәндәр.
Әлшәй районының Ташкиҫеү ауылынан Фатима Мәүли ҡыҙы Хәмзинанан яҙып алынды.

Ҡарға бутҡаһы


“Ер ҡарҙан саҡ әрселеп, ҡалҡыулыҡтар кипкәс тә үткәрәләр ине. Ҡарғалар ныҡ ҡысҡырып ҡарҡылдай ул мәл. Өйҙән-өйгә йөрөп балалар, йәштәр ярма йыя. Ошо тарынан бутҡа бешерәләр. Ололар аят уҡый. Йәштәр, ололар бергә түңәрәк йөрөтөп бейей, йырлай. Бөтөн ауыл шунда бара. Йоланы Гөлһылыу әбей менән Баһау бабай үткәрә ине, халыҡҡа әйтеп, өйрәтеп йөрөнөләр” (Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылында яҙып алынды).
Ҡарға бутҡаһына борон һарыҡ, ат һуйған мәлдәр булған. Бутҡа бешереүсе ҡаҙан янынан бер мәлгә лә китмәй, бутап ҡына тора. Әҙ генә лә көймәҫкә тейеш, юғиһә “көйөк сыға” (кеше ҡайғы күрә) тигәндәр. Бөтөнөһө бер ҙур ҡаҙандан аш, ит, бутҡа ашай. Ирҙәр – бер урында, ҡатындар икенсе урында ултыра. Аш алдынан аят уҡыла, илгә, көнгә теләк теләнә.
Бутҡаның ҡалғанын ағастарға һылап, ергә, түңгәктәргә һалып киткәндә, теләк теләй-теләй ризыҡ атайҙар:
— Ала ҡарға ашаһын!
— Ҡара ҡарға ашаһын!
— Илдәр имен булһын!
— Ил туҡ, ныҡ булһын!

Аңлатмалар


Балаларҙың ҡарға булып һикерешеп, йүгерешеп бейеү йолаһы Ҡурған өлкәһендә, Белорет, Ейәнсура, Учалы яҡтарында һаҡланған. “Ҡарғылдап бейеү” йәки “ҡарҡылдап бейеү” Стәрлетамаҡ, Ишембай районы халҡы хәтерендә әле лә бар. Бик боронғо йолалар сағыла был күренештә. Ҡарға – бик мәшһүр аҡыл эйәһе, һиҙгер, күрәҙәсел, һынсыл, ҡурҡыныс, шомло ҡош. Әммә ярҙамсыл, изге булыуы төрлө ырымдарҙа һаҡланған: кешегә күҙ тейһә, сирләп торһа, йөрәге ауыртһа – ергә төшкән ҡарға ҡанаты менән һыйпап, әйтемләп ҡуйғандар. Ҡаҙаҡтарҙа балаға яратып “Ҡарғам!” тип әйтеү әле лә һаҡлана. Ҡайһы бер әйтем-ырымдар, ғөмүмән, ифрат оҡшаш. Башҡортта “Юлым уңа – ҡарға төштө” тип һөйөнсөләү бар.

Рубриканы филология фәндәре докторы Розалия СОЛТАНГӘРӘЕВА алып бара.


(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516