Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Умартасы Мәҙинә
Һуңғы ваҡытта умартасылар араһында ҡатын-ҡыҙҙың арта барыуы һоҡландыра. Бигерәк тә хаҡлы ялға сыҡҡас, ҡул ҡаушырып ултырыуҙы хуп күрмәй, файҙалы шөғөлгә тотоналар.

Умартасы МәҙинәЙылайыр районының Һабыр ауылында йәшәүсе Мәҙинә Байғужина Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлағас, оҙаҡ йылдар мәктәптә белем бирә. Артабан балалар баҡсаһында эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Әнүәр Байғужин 1998 йылдан умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ул ваҡытта ҡортсолоҡ менән мауығыусылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ була. Шуға күрә иренә бал ҡортон тотоу буйынса махсус китап-журнал уҡып, умартасыларҙан тәжрибә уртаҡлашып, уларҙан өйрәнеп башларға тура килә. Бер умартанан ғына башланған шөғөл әкренләп кәсепкә әйләнә, умарталар һаны ла 40-ҡа етә.
Әммә тормош һин теләгәнсә генә бармай шул: Мәҙинә Заһретдин ҡыҙы, тормош иптәше мәрхүм булғас, умарталары һәм бал ҡорттары менән яңғыҙ тороп ҡала. Умартасылыҡ нескәлектәренә өйрәнмәгәненә эсе боша, иренең йылдар дауамындағы хеҙмәтен юҡҡа сығарғыһы ла килмәй. Шулай ҙа умарталарҙың күбеһен һатырға тура килә. Әммә бөтөнләй эште ташлап ҡуйыуҙы килештермәй, ҡатын үҙе тәүәккәлләп, ҡортсолоҡ эшенә тотонорға йөрьәт итә һәм яңылышмай. Иң мөһиме — ҡартының эше юҡҡа сыҡмай, ҡорттары бал бирә.
Әлбиттә, нескә билкәйҙәрҙе тотоу өсөн үҙеңә лә бал ҡортондай тырыш, егәрле булыу кәрәклеген яҡшы аңлай Мәҙинә Байғужина. Шуға күрә йыл һайын күстәрҙе яҡшылап ҡарай, умарталарҙы ла ҡышҡылыҡҡа теүәл итеп ябып ҡуя. Һабыр ауылы тәбиғәттең хозур урынында ултырғанлыҡтан, умарталарын өй янына, дөрөҫөрәге, картуф баҡсаһына ҡуя.
— Былай умарталарға күҙ-ҡолаҡ булыу уңайлыраҡ, — ти умартасы ханым. – Баҡса артында ғына йүкәләрҙең үҫеүе лә бал ҡорттары өсөн тап-таман. Уңған умартасының балы артыҡ күп булмаһа ла, үҙҙәренә етерлек. Ҡыҙҙарыма бирәм, туған-тыумасаға таратам, артығын һатыуға ла алып сығам.
Хаҡлы ялда булыуҙың да үҙ рәхәттәре, үҙ мәшәҡәттәре етерлек. Ҡартлыҡта ла шатлыҡ бар тигәндәй, ҡыуанып, балда-майҙа йөҙөп йәшәй Мәҙинә Байғужина.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 064

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 428

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 959

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 864

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 614

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 218

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 442

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 409

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506