Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡартлыҡ, мине ҡайҙан эҙләп таптың?..
Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел, тиһәләр ҙә, оло йәшкә еткәндә лә үҙ аңыңда булып, аяғөҫтө йөрөй алыуың, балаларыңа, ейән-ейәнсәрҙәреңә рухи терәк булыуың — үҙе ҙур бәхет. Күгәрсен районының Йомағужа ауылында балалары, яҡындары ҡулында ҡәҙер-хөрмәт күреп йәшәгән, быйыл 90 йәштәрен билдәләгән Миңһылыу, Рауза, Кәшифә инәйҙәр тап ошондай фекерҙә.

Ҡартлыҡ, мине ҡайҙан эҙләп таптың?..Миңһылыу инәй Иҫәнбаева Йомағужа (хәҙерге Мәләүез) районының Әбет ауылында тыуып үҫкән. Тиҫтерҙәре кеүек үк, уның да сәскәләй йәшлегендәге ғәмһеҙ саҡтарын ҡәһәрле һуғыш өҙә. Дәһшәтле осорҙоң тәүге көндәренән үк уны хат ташыусы итеп ҡуялар. Дүрт күҙ менән тигәндәй көтөп алынған хаттарын тапшырып, кешеләрҙе шатландырыу ҡыуаныс булһа, бер-бер артлы килгән “ҡара ҡағыҙҙар”ҙы, хәбәрһеҙ юғалғандар тураһында хәбәрҙәрҙе тапшырыу ҡыҙ өсөн әйтеп аңлатҡыһыҙ оло ғазапҡа әйләнә.
1942 йылда ул әхирәте Ғәфүрәнең димләүе буйынса, Бөрйән яҡтарынан килеп, Үргеташ ауылында төпләнгән Ғәйнулла исемле егеткә кейәүгә сыға. Килен булып төшкән ауылында ла һынатмай Миңһылыу, килеү менән утауға төшә, иген ура башлағас, келәт һаҡсыһы эшен дә уға йөкмәтәләр. Тәүге сабыйҙары Зилә тыуғас, “Үрнәк” артелендә эшләп йөрөгән ире, йөрөүгә йыраҡ тип, йәш кәләшен Үрнәк ауылына күсереп ала. Ул заманда эшһеҙ ултырған кеше булмағандыр, моғайын, Миңһылыу инәй ҙә, йәш сабыйына күҙ һала-һала булһа ла, колхозсыларға ашарға әҙерләй, мейес тултырып көнөнә ике тапҡыр икмәк һала.
Ғаилә лә яйлап ишәйә, Үргеташҡа ҡабат күскәндән һуң бер-бер артлы Тәлғәт, Фәүзиә, Люциә, Рәмзиә, Фәрғәт, Гөлсиәләре тыуа. Нөгөш һыу һаҡлағысы төҙөлөү сәбәпле, 1961 йылда Йомағужа ауылына күсәләр.
— Әсәйем бер ҡасан да буш ултырманы. Нисә ҡараһаң да, эш менән булыр ине. Атайым менән 46 йыл бик матур ғүмер иттеләр. Ул да, аяғы зәғиф булыуға ҡарамаҫтан, ифрат егәрле ине. Беҙ бәләкәйерәк саҡта, әсәйем өйҙә булмағанда, иҙәндәрҙе һап-һары итеп ҡырып йыуа торғайны.
70-кә еткәндә лә әсәйле булыу — минең өсөн оло бәхет. Олатайым менән өләсәйем дә оҙон ғүмер кисерҙе. 90 йәштәрендә лә ике һыйыр тоттолар, әсәйем дә 80 йәшкә тиклем мал аҫраны. Гәзит-журнал уҡырға ярата, почта килеү менән “Йәшлек” менән “Мораҙым”ды, “Башҡортостан”ды айырып ала һала, кис уҡып күҙен ауырттырмаһын тип йәшереберәк ҡуйһам, бөгөн гәзит килтермәнеләрме әллә, тип борсола башлай. Хәтере лә яҡшы, ике тиҫтәнән ашыу ейән-ейәнсәренең, бүлә-бүләсәренең береһенең дә исемен иҫтән сығармай, көнөнә биш тапҡыр уҡыған намаҙында ла һәр ҡайһыһына иҫәнлек-һаулыҡ теләп ултыра, — ти Миңһылыу инәйҙең ҡыҙҙары Зилә менән Люциә апайҙар.
Әйткәндәй, инәй бөгөн үҙ нигеҙендә оло ҡыҙы Зилә менән йәшәй. Ике балаһын етем ҡалдырып, был донъянан үтә иртә киткән Гөлсиә ҡыҙынан башҡа балалары ла Йомағужала ғүмер итә, ейәне Әнүр иһә ҡаршыларында ғына донъя ҡорған.
Район хакимиәте, ауыл Советы, ветерандар советы вәкилдәренең, хәҙер инде юҡҡа сыҡҡан Үргеташ ауылы халҡын бергә туплаусы Әхмәр ағай Ильясовтың юбилейы айҡанлы өйгә килеп ҡотлауына бик күңеле булған инәйҙең.
Ҡартлыҡ, мине ҡайҙан эҙләп таптың?..Рауза Ейәнбаева иһә — Миңһылыу инәй килен булып төшкән Үргеташ ауылы ҡыҙы. Тиңдәштәре кеүек үк уға ла йәшләй генә нужа һурпаһын байтаҡ татырға тура килгән. 16 йәше тулыр-тулмаҫтан колхоз эшенә йөрөгән ҡыҙға, һуғыш башланғас, келәт асҡысын тотторалар. Игендең һәр бөртөгө иҫәптә торған осорҙа келәт мөдире булыуҙың ниндәй ҙур яуаплылыҡ икәнлеген бары тик шул заманда йәшәгән инәй-олатайҙар ғына аңлайҙыр. Хәйер, һуңғараҡ Кананикольскиҙан ары урынлашҡан Комсомольскиҙа урман ҡырҡҡанда ла, Күркәтауҙан ары ерҙән Йомағужаға тиклем Иҙел буйлап боҙло һыуҙа һал ағыҙғанда ла бик еңелгә тура килмәй ҡаҡса ғына кәүҙәле Рауза инәйгә.
Уның эшкә таһыллығын күреп, трактор йөрөтөүгә уҡырға ебәрәләр. Тик уҡыу йортона барып та етә алмай, артынан “Әсәйең вафат булды, ҡайтып ет” тигән хәбәр килә. Был мәлдә аталары һуғышта була, береһенән-береһе бәләкәйерәк биш туғаны уның ҡулында ҡала. Кейергә йүнле кейем дә юҡ, етмәһә, бәләкәстәр бер туҡтауһыҙ ашарға таптыра. Тотола ҡалһа, кәмендә өс-дүрт йылға төрмәгә ултырасағын белһә лә, бер-ике устай ғына иген алып ҡайта эштән. Иң бәләкәс һеңлеләре иһә сепрәккә төрөлгән икмәк киҫәген сәйнәп йыуана.
Йәшлек йәшлек инде, һуғыш тип тормай, һөйөү ҙә үҙ ваҡытында килә ҡыҙға. “Яратып сыҡтыңмы һуң кейәүгә?” тигән һорауға, инәйебеҙ: “Күкрәге тулы орден-миҙал менән ҡайтҡан мөһабәт кәүҙәле лейтенантҡа нисек ғашиҡ булмайһың инде! Таштимерем менән матур ғүмер иттек, эштән баш сыҡманы инде икебеҙҙең дә. Ул мәктәптә военрук, аҙаҡ ауыл Советы, колхоз рәйесе, Йомағужаға күсеп килгәс, ферма мөдире булып эшләне, мин ғүмер буйы һатыусы булдым. 11 балаға ғүмер бирҙек”, — тип яуапланы.
Бер кемдең дә ҡайғы һауыты буш тормай, тиҙәр. Рауза инәйгә лә ҡайғы-хәсрәтте байтаҡ татырға тура килә, шулай ҙа уларҙың иң ауыры биш балаһын ер ҡуйынына һалыу булғандыр. Ҡайғыларҙан бер аҙ бирешә төшкән Рауза инәйҙе бөгөн ҡыҙы Миңлегөл апай ҡарай.
Ҡартлыҡ, мине ҡайҙан эҙләп таптың?..Өсөнсө геройыбыҙ Кәшифә Сәлимгәрәй ҡыҙы Садиҡова Бүздәк районының Иҫке Шығай ауылында тыуып үҫкән. Зәңгәр күктәй матур күҙле, аҡ йөҙлө был инәй ҙә, уҙған ғүмер юлын иҫкә төшөрөүҙе һорағас, хәтирәләрен һуғыш тоҡанған мәлдән башланы (утлы йылдар үҙенең бар михнәттәре менән оло быуын кешеләренең күңеленә мәңгелеккә һеңеп ҡалған, күрәһең).
Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндөң иртәгәһенә үк бер төркөм ҡыҙҙы, шул иҫәптән Кәшифәне лә, МТС-ҡа алып китәләр. Йәй буйы комбайнер ярҙамсыһы булып эшләй 18 йәшлек ҡыҙ бала. Ҡыш еткәс, уны Күҙәй ауылына трактор йөрөтөргә уҡырға ебәрәләр.
— Иң тәүге “ауыҙлыҡлаған” тракторым “ХТЗ” булды. Өҫтө асыҡ булғас, әсе ел, тимер ултырғыстың һыуыҡлығы тәнде ҡурыштыра. Иртән ҡабыҙыуы үҙе бер михнәт, дилбегә ярҙамында тоҡандырам, етмәһә, бер туҡтауһыҙ боҙолоп аптыратҡас, иртән дә, кис тә ремонтларға тура килә. Артабан “НАТИ”, “ДТ” тракторҙарында эшләнем. Күп ир-ат яу ҡырында ятып ҡалыу сәбәпле, һуғыш тамамланғас та “тимер ат”та йөрөргә тура килде. Берәр айлап ҡырҙа ята торғайныҡ, аҙығыбыҙ бешкән сөгөлдөр булды инде күберәк. Аслы-туҡлы йөрөп, көнө-төнө тир түгергә ҡайҙан көс алғанбыҙҙыр инде?.. Йәй комбайнда, яҙлы-көҙлө тракторҙа эшләйбеҙ, ҡыш — ремонтта.
1956 йылда кейәүгә сығып, ике улға ғүмер бирә ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғаилә бәхете оҙаҡҡа бармай, тормош ҡороуҙарына алты йыл тигәндә, ире Миңлейән вафат була. Ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ, тиһәләр ҙә, йәш ҡатын башҡаса тормошҡа сыҡмай, ҡалған ғүмерен ике күҙ ҡараһына — улдарына арнай.
Кешене эсәр һыу, ейер ризыҡ йөрөтә, ти ололар. Кәшифә Сәлимгәрәй ҡыҙының да эсәр һыуҙары Күгәрсен яҡтарында булған икән,1989 йылда улы Марат менән килене Әминә комсомол төҙөлөшөнә — Йомағужаға күсәләр, үҙҙәре менән әсәләрен дә алып киләләр.
— Хоҙайға шөкөр, ғүмер буйы ауыр эштә эшләһәм дә, һаулыҡҡа зарланмайым. Бер улымдың ваҡытынан алда вафат булыуы йөрәгемә уңалмаҫ яра һалһа ла, дүрт ейән-ейәнсәремә, ете бүлә-бүләсәремә йыуанам.
Аяҡ-ҡулым йөрөгәндә кешеләргә ярҙам итермен тигән нәҙерем бар, шуға әле лә ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам. Улым Марат та, үҙ ҡыҙымдай күргән киленем дә мине хөрмәт итеп, өҙөлөп тора, тыныс ҡартлыҡ өсөн тағы ни кәрәк?!
Өс инәй ҙә тормоштоң әсе-сөсөһөн байтаҡ татыған, әммә йәшәү йәмен юғалтмаған, күңелдәре ҡатмаған. Туғыҙ тиҫтәне ваҡлауҙарына ҡарамаҫтан, өсөһө лә ғәжәп һөйкөмлө. Тормоштан әллә ниҙәр талап итмәйенсә, барына шөкөр итеп йәшәү, донъя ваҡлыҡтарынан өҫтөн тороу кеүек матур сифаттары күңел матурлығы булып йөҙҙәренә лә күскән, күрәһең...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840