Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?
Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Ғәжәп матур тәбиғәтле, бай төбәктә йәшәйбеҙ. Ҡалаларыбыҙ йылдан-йыл төҙөкләнә, иҡтисади ҡеүәт арта, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән бихисап эш башҡарыла. Ауылдар ҙа һис ҡалышмай, алға ҡарап йәшәй. Бәләкәй генә төпкөлдәрҙең дә заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә үҫешкә, ерҙе, милләтте, телде һаҡларға ынтылыуы һоҡланыуға, ғорурланыуға лайыҡ. Бының нигеҙендә, әлбиттә, ябай халыҡтың тырышлығы, илһөйәрлеге, рухлылығы, ихтыяр көсө ята. Ошондай ҡаҡшамаҫ һыҙатлы замандаштарыбыҙҙың көнитмешен, уй-хыялын, кисерештәрен тәрәнерәк яҡтыртыу маҡсатында гәзитебеҙҙә “Төпкөл” тигән яңы рубрика асырға булдыҡ. Уны бергәләп киңәйтәйек, байытайыҡ, дуҫтар!
Тәүге сәфәребеҙ Архангел районының Убалар ауылында булды.


"Ана, Убаларҙан өлгө алайыҡ: бәләкәй генә, төпкөл ауыл булыуына ҡарамаҫтан, эшҡыуарҙар һаны буйынса районда беренсе урында килә! Һәр йортта тиерлек умарта тоталар, күп итеп мал-тыуар аҫрайҙар. Халҡы ла берҙәм, татыу. Дәүләттән нимәлер көтөп, кемгәлер зарланып ултырмайҙар, күп эште үҙҙәре, күмәк көс менән башҡарып сығалар", — тигәйнеләр Архангел районындағы бер йыйылышта. Төпкөлдә үрнәк күрһәтеп йәшәү өсөн күпме көс кәрәк! Быны ҡайҙан ала икән бәләкәй генә ауылдың халҡы? Ошо ҡыҙыҡһыныу беҙҙе Убаларға юлландырҙы ла инде.
Әммә... гел һоҡланыуҙан ғына торманы сәфәребеҙ. Убалар донъянан айырылмаған шул: уның да һөйөнөстәре менән бергә көйөнөстәре етерлек.

Балалар күбәйер, тиҙәр


Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Өфө — Белорет юлынан уңға боролоп төшкәс, "үҙебеҙҙең" шоссе башланды. Ерҙең, ҡарға "өйрәнә" алмайынса, бер аҙ батҡаҡҡа әйләнеп ятҡан мәле.
Горный, Максим Горький, Заря... Республикала тәүгеләрҙән булып Ленин орденын алған Максим Горький исемендәге колхоз ерҙәренән барабыҙ. Уҙған быуаттың утыҙынсы йылдарында төҙөлөп, данлыҡлы хеҙмәт юлы үткән ҡеүәтле хужалыҡ Совет власы ҡыйратылған осорҙа тарҡалған. Һөҙөмтәлә колхозға күҙ төбәп торған, унан йәшәү сығанағы тапҡан халыҡ яҙмыш һынауына ташланған. Әммә бирешмәгән улар, йорттарҙың, ихаталарҙың төҙөклөгөнән күренеүенсә, тырышып-тырмашып донъя көтөүен дауам итәләр. Алатау, Ләпәк тауҙары араһында, Арғынйәш йылғаһы буйында төйәкләнгән Убалар халҡы ла беҙҙе эш өҫтөндә ҡаршы алды.
Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Төпкөлдөң йөрәк тибешен һиҙемләр өсөн иң тәүҙә мәктәпкә юлландыҡ. Биләмәлә — ике бина. Иҫкерәге буш тора, дәрестәрҙе заманса яңыртылғанында уҙғаралар. Уҡыусылар күп түгел, хатта ҡайһы бер кластар бөтөнләй юҡ.
— Ошо сәбәпле мәктәпте башланғысҡа ҡалдырырға ниәтләйҙәр, — тип борсолоуын белдерҙе уҡытыусылар. — Балалар күрше Максим Горькийға йөрөп белем алыр инде. Ара — 13 саҡрым. Юлдың ниндәй икәнлеген күргәнһегеҙҙер...
Мәктәп башланғысҡа ҡалдырылһа, тиҫтәгә яҡын педагогка эшһеҙ ҡалыу янай икән. Уларға икенсе хеҙмәт урыны тәҡдим ителерме — билдәһеҙ.
Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?— Ҡатмарлы хәлдең төп сәбәбе — уҡыусылар булмау, — тип көрһөнә уҡытыусылар. — Элек газ юҡ, юлдар ҙа насар ине, әммә уҡыу йорто балалар тауышынан гөрләп тора торғайны бит. Төпкөлдә сифатһыҙ белем бирелә тигән фекер күп осраҡта ысынбарлыҡҡа тап килмәй: беҙҙең мәктәп элек-электән көслө булды, уҡыусылар район, республика конкурстарында алдынғылыҡты бирмәне, барыһы ла тиерлек белем алыуын урта һөнәри, юғары уҡыу йорттарында дауам итеп, тормошта лайыҡлы урынын тапты.
Заман ауырлыҡтарына ҡарамайынса, Убалар уҡытыусыларының бөгөн дә тырышып эшләүе күренеп тора. Ҡайһы берҙәренә аҙ ғына хеҙмәт хаҡына ике-өс йөкләмәне алып барырға тура килһә лә, һис зарланмайҙар. Уҡыусылар күп предметтар буйынса төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа даими ҡатнашып еңеү яулай, спортта ла ҡаҙаныштары байтаҡ. Ғөмүмән, уҡытыусыларҙың бер нисә йылдан балалар күбәйеп, мәктәптең элеккесә гөрләп эшләренә ҙур ышаныс менән хеҙмәт иткән көнө.

"Заманында милли төбәкте үҫтереүгә күп көс һалынды"


Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Мәктәптең эргәһендә уны асыуға, үҫтереүгә күп көс һалған элекке директор, ауылдың хөрмәтле шәхестәренең береһе Әлмира Юламанова йәшәй икән. Уның хәлен белеп сыҡмау йортҡа инеп тә, хужабикә менән иҫәнләшмәүгә тиң булыр ине.
Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы беҙҙе күптән көткән ҡунаҡтарылай ихлас ҡаршы алды. Убалар — уның килен булып төшкән ере, үҙе күрше Ғафури районының Ҡауарҙы ауылынан икән.
— Бында 1968 йылда башланғыс класс уҡытыусыһы булып килгәйнем, ғүмерлеккә төпләнеп ҡалдым, — тип башланы һүҙен Әлмира апай. — 37 йыллыҡ эш стажымдың 27-һе директор вазифаһында үтте.
Ауылдың тарихына килгәндә, Убаларға уҙған быуаттың ҡырҡынсы йылдары аҙағында нигеҙ һалынған: йәш әле. Уға тиклем был ерҙәр урман менән ҡапланған булған. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң ошо төбәктәге ағастарҙы күпләп ҡырҡа башлағандар. Башта барыһы ла ҡул бысҡыһы менән башҡарылған, эшселәр землянкала йәшәгән. Аҙаҡ, ағас һөйрәтеү өсөн махсус трактор килгәс, бүрәнәне хужалыҡтың цехтарына ташый башлағандар.
Убаларға шул осорҙа нигеҙ һалынған. Бында Архангел урман хужалығының Мағаш участкаһы барлыҡҡа килгән. 1949 йылда иһә башланғыс мәктәп асылған.
Әлмира апайҙың һөйләүенсә, Убалар 1961 йылда ҙурая: күрше ауылдан, цехтары ябылғанлыҡтан, халыҡ бында күсеп килә. Төрлө милләт вәкилдәре дуҫ-татыу йәшәй, ярышып, сәмләнеп эшләй. Ауылда ағас эшкәртеү буйынса өс цех асыла. Тормош көтөргә мөмкинлек асылғас, тыуым да арта.
— Оҙаҡламай туғыҙ йыллыҡ, унан урта мәктәп кәрәк булды, — тип хәтерләй Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы. — Ағас эшкәртеү хужалығы етәкселәре, мастерҙары ифрат һәйбәт булды, ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торҙолар. Тиҙ арала бина төҙөттөләр, улар бүләк иткән йыһаз күп йорттарҙа юҡ ине әле! Ғөмүмән, районыбыҙҙағы етәкселәр (ә уларҙың күбеһе урыҫ ине) төпкөлдө, тимәк, милләттәрҙе, телдәрҙе, үҫтереүгә күп көс һалды.
Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы үҙе лә ифрат тырыш, тынғыһыҙ директор була. "Мәктәп өсөн барлыҡ кәрәк-яраҡты, парталарҙы үҙем тейәп ташый торғайным, — тип хәтерләй ул. — Директорға бөгөнгө кеүек айырым машина бирелмәй: иртәнсәк Максим Горькийға йәйәү барам да район үҙәгенә берәй техникаға, күп осраҡта ағас тейәү машинаһына, эләгеп китәм. Ҡайтҡанда ла шулай үҙ йүнеңде үҙеңә күрергә тура килә ине..."
35 йәшендә генә өс бала менән яңғыҙ ҡалған ҡатын шулай йорт йөгөн дә, мәктәптекен дә үҙ иңендә күтәрә. "Ҡайғымды эш менән баҫтым. Иремдең туғандарына, үҙемдекеләргә ҙур рәхмәт: ярҙамһыҙ, терәк-таянысһыҙ ҡалдырманылар, — ти ул. — Бер аҙ өлкәнәйә төшкәс, яҙмыш тағы ла бер ҙур һынау ебәрҙе: 30 йәштән уҙған улымды юғалттым... Был юлы башкөллө эшкә сумыу менән бергә ҡулыма "Ҡөрьән" алдым. Изге китапты илай-илай ҡат-ҡат уҡыным, сүрәләрҙе ятланым. Ошо миңә артабан йәшәргә көс бирҙе".
Күптән хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, күп итеп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай, йәшелсә үҫтерә Әлмира апай. Йәмәғәт эштәрендә лә алдан йөрөй. Өлкәндәрҙе йыйып, спорт күнекмәләре уҙғара, төрлө уйындар ойоштора. "Былтыр ауылдың әбейҙәренән "Гөлнәзирә" төркөмө булдырҙым. Ҡумыҙ уйнап, йырлап, "Яратам һине, тормош!" тигән республика фестиваленең гала-концертында ҡатнашып, айырым номинацияла билдәләндек, — тип һөйөнә ул. — Тик ултыра алмайым шулай. Шиғырҙар ҙа яҙам. Гәзит-журналһыҙ йәшәй алмайым. Бер мәл ейәнсәрем "Башҡортостан"да ойошторолған "Минең өләсәйем" конкурсына минең хаҡта яҙып ебәргәйне, Почет грамотаһына лайыҡ булды. Гәзит редакцияһынан ебәрелгән футболканы ҡәҙерләп кенә кейәм".
Балаларҙың аҙлығына, заманында барлыҡ көсөн һалып күтәргән мәктәбенең тарҡала барыуына йөрәге әрней Әлмира Юламанованың. Шулай ҙа өмөтө ҙур: Убаларҙың татыулыҡ, берҙәмлек, илһөйәрлек мөхитендә күркәм тәрбиә алып үҫкән йәштәре тыуған төйәген яҙмыш ҡосағына ташламаҫ.

Миллион һумлыҡ грант алғас...


Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Был йәһәттән, мәҫәлән, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Урал Абдуллинға ҙур ышаныс бағлай ауылдаштары. Ике йыл элек Әлшәй районындағы Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлаған егет шәхси хужалыҡ асып ебәргән, унда һыйыр малы, һарыҡ, кәзә үрсетә. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының "Яңы эш башлаған фермерҙар" тигән программаһы буйынса бер миллион һумлыҡ грант алған. "Бындай мөмкинлекте һәр йәш фермер файҙалана ала, — ти Урал. — Эшеңде асыуыңа бер йыл тулмаған икән, район хакимиәтенең иҡтисад бүлегенән ярҙам һорарға була. Унан, ике йылға тиклем, минең кеүек фермерҙар өсөн грантҡа дәғүә итергә мөмкин. Артабан "Малсылыҡ фермаларын үҫтереү" тигән программала көсөңдө һынай алаһың — унда ла ҡатнашырға теләк бар. Йәш эшҡыуарҙарға район хакимиәте ҙур иғтибар бүлә, ярҙам итергә әҙер торалар".
Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Уралға атаһы менән әсәһе — Хәлиулла Кәшфулла улы һәм Рәҡиә Фазләхмәт ҡыҙы — ныҡ ярҙам итә. Абдуллиндар былтыр ҡуртымға 100 гектар ер алған, уны бесән өсөн файҙаланғандар. Яҙын күпмелер өлөшөнә арпа сәсеп ҡарарға ниәтләйҙәр.
— Грант алғас, мотлаҡ эш урыны булдырырға тейешмен, — ти Урал. — Өс кеше алырға торабыҙ.
Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Абдуллиндар умартасылыҡ менән дә шөғөлләнә. Был кәсеп хужаның да, хужабикәнең дә нәҫеленә элек-электән яҡын булған. Урал юлды лайыҡлы дауам итә. Йәш фермер мул уңышты яңы хужалығы өсөн файҙаланған: уны ике йылға етерлек игенгә алмаштырған.
Эшһөйәр, тынғыһыҙ ғаилә башҡорт тоҡомло аттарҙы үрсетеү, ҡымыҙ яһау ниәте менән дә янып йәшәй.
Йорт хужабикәһе Рәҡиә Фазләхмәт ҡыҙы — Убалар мәктәбендә оҙаҡ йылдар фиҙакәр хеҙмәт иткән алдынғы уҡытыусы, Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре. "Яратҡан һөнәрем, уҡыусыларым хаҡына ғаиләм, һаулығым менән иҫәпләшмәйенсә эшләнем, — ти ул. — Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәктәп ҡулайлаштырыуға эләгә ҡалһа, берәү ҙә һине икенсе ергә ҡуш ҡуллап ҡаршы алып тормаясаҡ. Был йәһәттән улымдың шәхси хужалыҡ асҡанына шатланып бөтә алмайым: юғалып ҡалмам. Аллаһ бойорһа, ғаиләбеҙ менән башлаған эшебеҙҙе артабан да ошолай йылдам үҫтерһәк, ауылдаштарыбыҙға ла ҙур ярҙам буласаҡ, Убаларҙың киләсәге лә хәүеф тыуҙырмаҫ".

Берҙәмлектә — бәрәкәт


Байтаҡ кеше умарта тота, тип әйтеп киткәйнем. Мәҫәлән, Рөфҡәт Иҙрисовтыҡы ғына — 178. Уларҙың 68-е — үҙенеке, башҡалары Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенеке. "Хәҙер инде был кәсеп буйынса байтаҡ тәжрибә бар, — ти Рөфҡәт Әхәт улы. — Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәгендә эшләүемә тиҫтә йылдан ашыу үтеп китте. Тәжрибә уртаҡлашырға республиканан ғына түгел, сит илдәрҙән дә килеп торалар. Мәҫәлән, Төркиәнән, Сәғүд Ғәрәбстанынан ҡунаҡтар булды. Шулай башҡорт балын танытыуға үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ".
Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Рөфҡәт Әхәт улына ҡатыны Әлмира Рауил ҡыҙы ла — ҙур ярҙамсы. Икеһе лә ошо ауылдыҡы булараҡ, тыуған төйәген мөкиббән ярата, уның киләсәк яҙмышы өсөн янып-көйөп ғүмер итә Иҙрисовтар. "Беҙҙең Убаларҙа шундай эшһөйәр, ябай, ихлас, берҙәм халыҡ йәшәй, — ти хужабикә. — Бер-беребеҙгә ярҙамлашып, ҡайғы-шатлығыбыҙҙы уртаҡлашып ғүмер итәбеҙ. Өмәләрҙе йыш уҙғарабыҙ. Әле бына ауыл ирҙәре күмәкләп Миңләхмәт исемле ауылдашыбыҙға өй бураша. Ҡатын-ҡыҙ ҙа һуғым мәлендә эсәк-ҡарын йыуырға, ҡаҙ өмәләренә бергәләп йөрөй. Шулай итеп, борондан килгән күркәм йолаларҙы һаҡлап, берҙәм йәшәргә ынтылабыҙ. Күрше ауылдарҙағы латыштар менән дә туғанлашып бөткәнбеҙ. Улар — беҙҙе, беҙ уларҙы милли байрамдарҙан ситтә ҡалдырмайбыҙ".
Йәшәү көсөн ҡайҙан ала Убалар?Убалар халҡының ифрат тырыш, оло йөрәкле икәнлеген тағы ла бер ғаилә — Зилиә менән Ғосман Рамазановтар — ныҡлы дәлилләне: улар тәрбиәгә ун бала алған. Өҫтәүенә үҙҙәренең улы менән ҡыҙын үҫтереп, белем биреп, ҙур тормош юлына сығарғандар. Хужаның уңғанлығына, оҫта ҡулына, хужабикәнең өлгөрлөгөнә, бөтмөрлөгөнә хайран ҡалырлыҡ: уларҙың ҙур, иркен, зауыҡлы йорто әллә ҡайҙан иғтибарҙы үҙенә тартып, йылылығы менән арбай. Әлбиттә, ете ата балаһының "атай, әсәй!" тип өҙөлөп тороуы, дәрестәрҙән ашҡынып ҡайтып, муйыныңа һарылыуының нигеҙендә күпме наҙ, һөйөү, шул уҡ ваҡытта бихисап мәшәҡәт, йоҡоһоҙ төндәр, бәлки, әйтелмәйенсә ҡалған әрнеү, һағыш ятыуы оло йөрәкле хужаларҙың үҙенә генә билдәле...

Иман йортон үҙҙәре төҙөй


Убаларҙа тиҙҙән иман йорто ҡалҡып сығыуы көтөлә. Уны халыҡ үҙ көсө менән төҙөйәсәк! Аҡса йыйыу эше элекке мәктәп директоры Әлмира Сәйетмырҙа ҡыҙы менән уҡытыусы Әминә Хәйҙәр ҡыҙына йөкмәтелгән. "Һәр кем аҡсаны үҙ хәленә ҡарап бирә, — ти улар. — Ҡырҙа йәшәгән ауылдаштарыбыҙ ҙа башланғысыбыҙға битараф ҡалманы".
Мәсет һалыуға Өфөнән рөхсәт булған, барлыҡ документтар әҙер. Әле ауылдың эшҡыуары Әсҡәт Янышев диләнкә алған, уны ирҙәр күмәкләп ҡырҡырға, унан тиҙләтеп бурарға әҙерләнә. "Мәсеттең урыны ла билдәле, бик матур, ҡалҡыу ер", — тип һөйөнөсөн уртаҡлашты Убалар халҡы.
Мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусы Әминә Юламанова "Иман" тигән гәзит тә сығарырға әҙерләнә. "Материал туплап бөттөм инде, баҫтыраһы ғына ҡалды, — ти ул. — Гәзитте ай һайын сығарырға, һәр өйгә бушлай таратырға ниәтләйем..."

* * *


...Йырлы Инйәргә һыйынған киң яландар ыҡсым аҡландар менән сиратлашһа, уйһыулыҡтар — мәғрур тауҙарға, ҡупшы ҡайынлыҡтар үтеп сыҡҡыһыҙ ҡарағай урманына барып тоташа. Ошо төбәктән ағылған аһәң был ерҙәрҙә ғүмер иткән кешеләр күңеленә лә күскән: ябай, ихлас архангелдәр — тәүәккәл, ғорур, тарихи тамырҙарына тоғро, һынмаҫ рухлы. Убалар халҡы тап шундай сифаты менән тыуған төйәген дә, күңелен дә күтәреп, алдағы көнгә ышаныс менән йәшәй. Ни генә тимәһендәр, донъяны нисек кенә үҙгәртергә тырышмаһындар, ошондай ябай, әммә бөйөк төпкөлдәр тормоштоң тотҡаһы булып ҡала шул.


Ауылда
* 84 йортта 300-ҙән ашыу кеше йәшәй
* 50 пенсионер
* 23 мәктәп уҡыусыһы
* мәктәпкәсә йәштәге 15 бала
* 30 кеше ваҡытлыса эшләмәй
* шәхси өс магазин бар
* таҡта ярыу цехтары — дүртәү




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509