Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Айыу алыр егет — атынан...
Айыу алыр егет — атынан...Бынан бер нисә йыл элек тарих фәндәре кандидаты Мансур Марат улы Зәйнуллиндың “Йылҡысылыҡ буйынса урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса һүҙлеге” ҡулға килеп эләкте. Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынған һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы ла, мәғлүмәтле лә хеҙмәт был.

Башҡорт теленең малсылыҡ лексикаһы нигеҙҙәрен тәшкил иткән меңгә яҡын һүҙ һәм һүҙбәйләнеш ингән был һүҙлеккә. Йылҡысылыҡҡа ҡағылған тел байлығы, терминдар хайран итерлек: аттың төҫөн, йәшен, енесен билдәләгән, башҡорт тоҡомло аттарҙы файҙаланыу, йылҡысылыҡ аҙыҡ-түлегенә бәйле атамалар... Ҡайһы берҙәрен ишетеп белһәк тә, күпселеген онотҡанда бер ҡулланабыҙ, бәғзеләре иһә хәтер һандығында һаҡланмаған да инде. Төҫөнән сығып ҡына ла атҡа нисек әйтмәйҙәр: саптар (игреневый), бурыл (чалый, серый), ерән (рыжий), бүртә (караковый), туры (гнедой), ҡола (буланый), буҙ (сивый) һәм башҡалар.
Кәүҙәһенә, ял-ҡойроғона ҡарап та төрлө атама биргәндәр, мәҫәлән, оҙон тороҡ, йәйек, ялбыр яллы, мундаһы бейек, ҡарлуғас ботло... Элекке замандарҙа Башҡортостан биләмәһенең өстән ике өлөшөн урман ҡаплағанлыҡтан, ХХ быуатҡа ҡәҙәр йөк ташыу өсөн аттан да уңайлы транспорт сараһы булмаған. Был малҡайҙарға юл да, күпер ҙә кәрәкмәгән. Ата-бабалар мал-тыуар һәм йылҡы өсөн аҙыҡ эҙләп урындан-урынға күсеп йөрөгән. Ағиҙел, Дим, Һаҡмар йылғалары буйында йәшәгән башҡорттар уларҙы руда, тоҙ, утын, бесән ташыу өсөн файҙаланған. Башҡорт тоҡомло аттарҙың хужалыҡ эштәренә һәләте яҡшы билдәле: 4-5 центнер ауырлығындағы йөк менән тау үренә артылғандар, тәрән көрттө ярып сыға алғандар. Һыбай йөрөү өсөн халыҡ алашаларҙы һәм айғырҙарҙы файҙаланған.
Ат күп меңйыллыҡтар буйына крәҫтиәндең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы иҫәпләнгән. Ер һөргәндә лә, сәскәндә лә, уңыш йыйғанда ла, ял иткәндә лә, байрамда ла ул хужаһына хеҙмәт иткән. Рәсәйҙең бөтә губерналарында ҡыңғырау таҡҡан "тройка"лар станциянан-станцияға почта ташыған. Өфөнән Стәрлетамаҡҡа тиклемге араны башҡорт аттары һигеҙ сәғәттә үткән.
Холоҡ-фиғеленә, ярһыулығына, ҡурҡаҡлығына ҡарап, аттарҙы аҫау, өркәк, билендәк тип йөрөткәндәр. Бер йәшкә тиклемге йылҡы малын ҡолон, ике йәшкә тиклемгеһен тай-тулаҡ тип атағандар. Нисә йәштә булыуына ҡарап, бейәләрҙе ҡонажын, дүнәжен, байтал тип исемләгәндәр.
Йылҡы ите донъяның күп илдәрендә юғары баһалана. Швеция, Франция, Австрия, Дания, Италия һәм башҡа илдәрҙә ит етештереү өсөн күпләп йылҡы аҫрайҙар. Бельгияла ат итен һарыҡ итенә ҡарағанда йән башына иҫәпләгәндә — туғыҙ, Швецияла алты тапҡырға күберәк ҡулланалар.
Ғалимдарҙың раҫлауынса, йылҡы ите — тиҙ үҙләштерелеүсе, ҡиммәтле, туҡлыҡлы аҡһым. Төрлө сирҙәрҙе дауалағанда (бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе ауыртҡанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда) аминокислотаға бай был ризыҡ бик файҙалы. Унда аҡһым да һыйыр итендәгенә ҡарағанда күберәк. Ә ҡаҙының тәмен кем генә баһаламай!
Бейә һөтө һәм ҡымыҙ башҡорттарҙың төп аҙығы булған. Әле республикабыҙҙа был шифалы эсемлекте әҙерләүҙә ҙур тәжрибә тупланған.
Башҡорт халыҡ ижадында ат һәр саҡ батырҙың тоғро юлдашы итеп һынландырыла. Аҡбуҙат, Толпар, Күк бүре, Алтын ҡойроҡ-Көмөш ял, Ҡара юрға, Аҡһаҡ ҡола, Ҡуңыр буға образдары бәләкәй саҡтан беҙҙең күңелдә йәшәй.
Халҡыбыҙҙың һуғыш һәм походтарҙа ат менеп яу сапҡаны, башҡорт кавалерия отрядтарының швед һәм Азов походтарында ҡатнашыуы тарихтан яҡшы билдәле. Башҡорт атлылары 1773 — 1775 йылғы Крәҫтиәндәр, 1768 — 1774 йылғы урыҫ-төрөк һуғыштарында ҙур батырлыҡ күрһәткән. 1812 йылғы Ватан һуғышында уларҙың даны тағы ла киңерәк тарала, илһөйәр башҡорттар Наполеон ғәскәренә ҡаршы көрәшеү өсөн дүрт мең атын армияға тапшыра. Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт атлыларының ҡаһарманлығы мәңге тарихта ҡаласаҡ. Башҡорт кавалерия дивизияһы дүрт орден менән наградлана, 76 хәрби Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Хәҙерге тыныс тормошта ат спорты ҙур популярлыҡ ҡаҙана. Һабантуйҙарҙа бәйгеләр ойоштороу йолаһы ла һаҡлана беҙҙә. Ауыр сирҙәрҙән яфаланған балаларҙы һыбай йөрөтөп дауалау мөғжизәһенә лә шаһитбыҙ. Ғөмүмән, ат спорты — заманса, ылыҡтырғыс спорт төрҙәренең береһе. Ул кешенең сослоҡ, йылдамлыҡ, тәүәккәллек, таһыллыҡ сифаттарын үҫтерә, һаулығын яҡшырта.
Йылҡысылыҡтың әһәмиәте хужалыҡ эштәрендәге роле менән генә баһаланмай, ат – башҡорт халҡының рухи тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө лә.
Ғалим Мансур Зәйнуллиндың ғилми эше аша аттарҙың үҫеш эволюцияһы менән танышып, үҙебеҙ өсөн яңы мәғлүмәт таптыҡ. Баҡһаң, тәүге аттар Төньяҡ Америкала күренгән, аҙаҡ Азияға, Европа һәм Африкаға таралған. Планеталағы үҙгәрештәргә, тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына ярашлы, улар ҙа үҫешкән, сыҙамлы, көслө хайуанға әүерелгән. Аттың төрлө тоҡомдары барлыҡҡа килеүендә, әлбиттә, кешенең роле ҙур.
Ә башҡорт аты элек ниндәй булған? Бәләкәйерәк кәүҙәле, талымһыҙ, әрһеҙ, көслө, ныҡ, бейәһе бик һөтлө, тиелә һүҙлектә. Ғилми эштә йылҡысылыҡ тураһында халыҡ әйтемдәре һәм мәҡәлдәренең сағылыш табыуы ла уның йөкмәткеһен байытҡан.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509