Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡбуҙат сыҡҡан төйәктә...
Аҡбуҙат сыҡҡан төйәктә...Ах! Был тәбиғәт мөғжизәһенә һоҡланып туймаҫлыҡ: йылҡылдап торған тәне ҡояш нурына сағыла, һәр быуын-һеңере көс-ҡеүәт бөркә, ҡар сәсрәткән тояҡтар, юртҡанда ялпылдаған ял, юғары сөйөлгән баш, үткер ҡараш, ҡайсыланған ҡолаҡтар...

— Бына ниндәй бит ул беҙҙең Фургат! — ти ферма мөдире Вера Морозова. Уның тауышында эске ғорурлыҡ, ниндәйҙер кимәлдә тулҡынланыу ҙа һиҙелә ине. — Быйыл ғына алдыҡ. Киләсәктә ярышҡа әҙерләмәксебеҙ. бындай юртаҡ менән әллә нимәләр ҡыйратып була...
Фургат — инглиз тоҡомло айғыр. Туймазынан алғандар. Йәш әле: хәйлә белмәйенсә бар көсөнә юрта, эргә-тирәләге кешеләрҙе лә аңлап бөтмәй, бәй, нишләп мине оҙон арҡанда йүгертәләр әле тигән шикелле ҡарап ала ла тағы түңәрәк буйлап сабырға керешә. Ә арыраҡ — бер үк ваҡытта алынған урыҫ ауыр йөк тартыусы тоҡомло "Свояк" кәртәгә һыймай үрһәләнә. Уның да сыҡҡыһы, дала, тау һырттары буйлап ҡыштың әсе еле менән ярышҡыһы киләлер. Икеһе лә — тоҡом арттырыусы, ҡан алыштырыусы. Хужалыҡҡа табыш килтереүсе лә, тип өҫтәйек. "Восход" йәмғиәте отошло тармаҡты, йүнәлеште һайлаған икән, саф тоҡомло айғырҙарһыҙ булмай.
Аҡбуҙат сыҡҡан төйәктә...— Киләсәктә хужалыҡтарҙа башҡорт аттарын үрсетеүҙе күҙ уңында тотабыҙ, — ти район ауыл хужалығы идаралығының баш зоотехнигы Наил Ғәлимәрҙәнов. — Әлеге мәлдә ауыл хужалыҡтарында, халыҡта 2577 баш аҫрала. Малсылыҡ тармағында хәлдәр зарланырлыҡ түгел. Мал аҙығы етерлек әҙерләнде. Октябрь айынан ҡышлатыу башланды. Һөт етештереү былтырғы кимәлдән артты. Халыҡтан йыйыу ойошторолған, һуңғы йылдарҙа фермерҙар ҙа күбәйҙе. Ит, ҡымыҙ етештереү ҙә арта. Барлыҡ хужалыҡтарҙы алһаҡ, һан яғынан бер кимәлдә тотабыҙ. Айырыуса фермерҙарҙың йылҡы малын үрсетеүе ҡыуандыра...
Һүҙҙе аттарҙан башлағайныҡ. Был юҡҡа түгел — Йылҡы йылы алдынан Дәүләкән районында махсус рәүештә командировкала булдыҡ, сөнки районда ат тотоуға, ишәйтеүгә йүнәлтелгән бар республика программаһы үтәлә, урындағы ҡарарҙар ҡабул ителеп, ат аҫраусыларға дәртләндереү саралары күрелә. Бөгөн ғорурлыҡ менән 100 баштан артыҡ йылҡы тотҡан Артур Килмөхәмәтовты, Сания Ниғмәтуллинаны (75 баш), Әхиәр Әйүповты (61 баш), 20 центнерҙан ашыу ҡымыҙ етештереүсе Сабир Ғариповты, шулай уҡ Гүзәл Нурғәлиеваны, Рәйес Хөснөтдиновты, Рөстәм Сәлимгәрәевтәрҙе атап үтке килә. Кемде исемләмәй ҡалғанбыҙ, әлегә ғәфү итһендәр, йыл барышында барығыҙ ҙа аталыр, тырыштарҙың исеме ташҡа баҫылыр.
Әлеге "Восход" хужалығына әйләнеп ҡайтайыҡ. Алда әйткәнебеҙсә, быйыл ғына бында ике тоҡомло айғыр алғандар. Барлығы 84 баш ат иҫәпләнә. Шуларҙың 25-е — тиҙҙән ҡолонлаясаҡ бейәләр. Киләсәктә ҡымыҙ етештереүҙе лә маҡсат итеп ҡуйғандар.
Аҡбуҙат сыҡҡан төйәктә...— Аттар шул тиклем аҡыллы хайуан бит ул, һүҙ менән генә әйтеп, аңлатып булмай, — ти конюх Александр Таций. — Һөйләй китһәң, һәр береһенең үҙ ҡылыҡ-фиғеле бар. Шуныһы шатландыра: өйөрҙә Фургатты ла, Своякты ла тыныс ҡабул иттелер. Ә был ат ҡараусы өсөн бик мөһим.
Александр тәрбиәләнеүселәре тураһында ихлас, яратып һөйләй. Бар күңелен биреп эшенә мөкиббән киткән кеше ул. Тыуған еренең тарихы менән дә ҡыҙыҡһына икән. Киләсәге тураһында уйлай, йәштәрҙең ауылда ҡалыуына ҡыуана.
— Беҙҙең Поляковка тотош Башҡортостанды сағылдыра төҫлө. Бында поляк, урыҫ, ҡаҙаҡ, башҡорт, украиндар бергәләшеп йәшәйбеҙ. Электән дә бәләкәс-бәләкәс утар һымаҡ урынлашҡандар. Шөғөлдәр уртаҡ. Бигерәк тә бөтәһе лә ат ярата...
Шуның менән бары ла әйтелгән. Урындағы халыҡты тырышлыҡ, сәм берләштерә, йәшәтә. Шулай уҡ тыуған яғына, тәбиғәтенә һөйөү. Ә һуңғыһы иҫ киткес: Дим менән Өршәк йылғалары үҙәндәре, ҡылғанлы ҡалҡыулыҡтары ни тора! Ошо ерлектән — Асылыкүл буйынан — сыҡҡан бит эпостарҙағы Аҡбуҙат та. Бөгөн өйөр-өйөр йылҡылар илаһи матурлыҡҡа тағы ла йәм өҫтәй. Әйтерһең, оҫта рәссам мәлде тотоп ҡалып мәңгеләштергән...




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840