Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Уның да йөрәге берәү...
— Хәйерле көн, дистрофиктар! Ашығыҙ тәмле булһын! — тип сәләмләгән көр тауышҡа ашханала сиратта торған бер төркөм кеше ялт итеп борола һалды. Ихлас йылмайған йөҙҙө күреп, өнһөҙ ир-аттың да теле асылды, эстәренә йән инде. Ҡатын-ҡыҙҙы һөйләп тораһы ла юҡ, бер-береһен уҙҙыра-уҙҙыра үҙҙәрен сабый урынына тәрбиәләгән табиптарынан хәл-әхүәл белеште.
Ҡарҙай аҡ халат, күк йөҙөндәй зәңгәр салбар кейгән, оҙон коридорҙың бер башынан икенсеһенә терегөмөштәй тәгәрәп йөрөгән Анатолий Николаевичтың күренеүе була — дауахана тормошо ойоған еренән йәнләнә лә китә. Ауырыуҙарҙы дарыуҙан бигерәк йор һүҙе, һаулыҡҡа ҡағылған әңгәмәләре, ихлас мөнәсәбәте менән дауалаған йөрәк докторын хөрмәт итмәгән кеше юҡ.
Киске сәғәт туғыҙ-ундарға тиклем бүлмәһендә ҡағыҙға күмелеп ултырған, ара-тирә реанимация бүлмәһенә йүгергеләгән, яңы килгән сирлеләрҙең хәлен ҡат-ҡат һорашырға ғәҙәтләнгән бүлексә мөдиренең һәр хәрәкәтен күҙәткән инәйҙәр бер аҙ йәлләп: “Ҡатыны әрләшмәйме икән, бигерәк һуң ҡайта бит. Көткән кешегә ауыр инде ул, һүҙ тейәлер инде”, — тип тә ҡуйғылай. “Хәләл ефете — бик яҡшы кеше, тиҙәр, докторыбыҙҙың булмышына күнеккәндер ҙә”, — тип өҫтәй икенсеһе.
Күпте күргән инәйҙәр шулай хөрмәт иткән докторҙарын тиҙерәк өйөндә ял иттергеһе килһә лә, үҙҙәре байрам көндәрен яратҡан мөдирҙәренең йылы һүҙенән, кәңәшенән тыш нисек үткәрергә белмәй ыҙаланды. “Ярар, шәмбе үтте инде, йәнә бер көн ҡунһаҡ, дүшәмбе генә ҡала, — тип тынысландыра Настя әбей күршеләрен. — Шишәмбелә Аллабыҙ беҙ торғансы килеп тә етер”.
Катя әбей Анатолий Николаевичты “фәрештәбеҙ” тип атаһа, Настя әбей “Аллабыҙ” тип өндәшеүҙе хуп күрә. Ә Альбина апай үҙ-ара һөйләшкәндә “беҙҙең ҡәҙерлебеҙ” тип ҡабатларға ярата.
“Бер ни тиклем дауаланғас, етер инде, барыбер йәшәреп булмаҫ хәҙер, тип өйгә ҡайтырға уҡталдым. “Үпкәләнегеҙме әллә, Екатерина Ивановна? Былай ҙа күпте кисергән туҙған йөрәкте ҡыйырһытмайыҡ. Әйҙәгеҙ, мин һеҙгә башҡа төрлө дауа тәҡдим итеп ҡарайым. Ҡан баҫымын да яйларға тырышырбыҙ. Күреп тороғоҙ, барыһы ла яҡшы буласаҡ”, — тигәйне, докторҙың йылы һүҙенән бәлтерәнем дә төштөм, күҙ йәшен тыйып алып булмай... “Илағыҙ, илағыҙ, еңеләйеп ҡалыр”, — тип йөрәк докторы минең хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡайҙа эшләүем, ниҙәр кисереүем менән ҡыҙыҡһынды. Ят кешегә лә шулай асылып була икән!” — тип Катя әбей докторыбыҙҙың оло йөрәкле булыуына баҫым яһаны.
Настя әбейҙең үҙенең тәьҫораттары: “Сир-сором апаруҡ булғас, гел зарланып ултырған төҫлө күренәмдер инде, тип уңайһыҙланам. Астмаһы йөҙәтә, өҫтәүенә ҡан баҫымы күтәрелеп аптырата, хәл юҡ. Бер көн килеп, билемдең ауыртыуы, йәһәт кенә ҡуҙғала алмауым үҙәккә үтте. Кардиологка нисек итеп “билем ауырта” тип зарланмаҡ кәрәк? Шулай ҙа һүҙ араһында ошо хаҡта белдереүем менән докторыбыҙ: “Бер-ике тапҡыр энә ҡаҙаһаҡ, бил ауыртыуы һыпырып алғандай юҡ булыр”, — тине. Мөғжизәле энәләр тәьҫирен бер ҡаҙағандан һуң уҡ тойҙом. Шундай ҙа иғтибарлы табип булыр икән! Беҙҙең кеүек ҡарт-ҡороно үҙ әсәһендәй күреп дауалайсы”, — тип маҡтап бөтә алманы ул.
Бер мәл коридорға “һауа һуларға” сыҡҡан инәйҙәребеҙ кәйефтәре боҙолоп килеп инде. “Ғибәҙәт бүлмәһенә барып инһәк, ни күрәбеҙ: кемдер майшәм яндырып, иконаларға парафин ағыҙып, бысратып бөтөргән. Сепрәк тотоп, уларҙы Анатолий Николаевич һөртөп, таҙартып йөрөй. Оят булды барыбыҙға ла, әйтерһең дә, яман эште үҙебеҙ ҡылғанбыҙ!” — тип аҙарынды өлкәндәр. Дауаханалағы ошо ғибәҙәт бүлмәһен дә, баҡһаң, Анатолий Николаевич иманы ҡушыуы буйынса үҙе булдырған, йыһазландырған икән.
Баш ҡалалағы “Рәсәй тимер юлдары” дауаханаһы хаҡында күбеһенсә уның тәжрибәле, белемле кадрҙары аша хәбәрҙарбыҙ. Кардиология бүлексәһе мөдире Анатолий Канафьевтың исеме, эшмәкәрлеге, профессионаллеге өфөләрҙең күбеһенә яҡшы таныш. “Уға эләгеү — ярты уңыш, — тип иҫәпләй пациенттар. — Шаян һүҙе, кешелекле мөнәсәбәте менән дауалай башламаҫ элек һауығыуға ышаныс уята”.
Шулайҙыр ҙа ул, тик уның да йөрәге берәү генә бит... Намыҫты барыһынан да өҫтөн ҡуйған, ришүәт тигән яман сирҙән алыҫ торған, һәр беребеҙҙең яҙмышын күңеле аша үткәргән ысын докторҙарыбыҙҙы һаҡларға, ҡәҙерләргә өйрәнһәк ине.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840