Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Эй ярһыу ҙа, яғымлы ла Ҡыйғыларҙа тойғолар!”
“Эй ярһыу ҙа, яғымлы ла Ҡыйғыларҙа тойғолар!”Район хакимиәте башлығының урынбаҫарҙары, бүлек начальниктары менән үткәргән сираттағы кәңәшмәһе Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаған көнгә тап килде. Шуға ла Рафиҡ Харисов барыһына ла ил етәксеһенең телмәрен тыңларға кәңәш итте, уның киләсәктә ниндәй йүнәлештә эшләргә күрһәтеүсе документ булыуы хаҡында әйтте. Өфөлә Яңы йыл алды йәрминкәләре башланды, ошоға бәйле, теләүселәр булһа, халыҡтың итен баш ҡалала һатыуҙы ойоштороу кәрәклеген дә билдәләне.
Көнө буйы, төнө буйы буран ҡоторҙо. Шуға ла хакимиәт башлығы был хаҡта бер нисә ҡат иҫкәртте:
– Һәр ваҡыт шылтыратып, белешеп торорға кәрәк, ауыл ерҙәренә юл таҙартылырға тейеш.
Шунан социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Фәнил Сафинға күҙ ҡарашын йүнәлтеп:
– Алағузда йыйылыш нисек үтте? – тип һораны.
Баҡһаң, быйыл бер нисә ата-әсә балаларын биш саҡрымдағы Абзай урта мәктәбендә уҡыта икән, шуға автобус биреүҙәрен һорап мөрәжәғәт иткәндәр. Ҡайһылары балаларын
– Өфөләге, икенселәре Мәсәғүттәге гимназияға урынлаштырған. Сәбәбе – Алағузда физика, математика, химия, инглиз теле уҡытыусылары юҡ. Ә һәр кем балаһының төплө белем алыуын теләй. Һөҙөмтәлә уҡыусылар шаҡтай кәмегән…
“Эй ярһыу ҙа, яғымлы ла Ҡыйғыларҙа тойғолар!”Әлбиттә, ҡулайлаштырыу сәйәсәте бөгөн бәләкәй мәктәптәрҙе хәүеф аҫтына ҡуя. Ундай белем усаҡтарын һаҡлап ҡалыу йәһәтенән башлыҡ Ҡурғаш ауылы халҡын өлгө итеп ҡуйҙы. Улар опекаға балалар алғас, мәктәптә уҡыусылар һаны бермә-бер артҡан.
Район етәксеһе ауылдарға сыҡҡанда бер юлы бөтә нәмәне күҙ уңында тоторға, урамдарҙың яҡтыртыу-яҡтыртылмауын иғтибарға алырға кәрәклеген әйтте. Унан йәнә Йылы Шишмә ауылында ике ғаилә араһында килеп сыҡҡан низағты тикшереп, сәбәбен аныҡларға ҡушты. Яңы йыл байрамына әҙерлек барышы менән дә ҡыҙыҡһынды. Бөгөн ауылдарҙа ялған араҡы һатыусылар бихисап, ундай “кәсепсе”ләрҙе кәметеү йәһәтенән Рафиҡ Хафиз улы аныҡ саралар күрергә саҡырҙы. Унан иртәгә баш ҡалаға юлға сығасағы, Абзай ауылында төҙөлә башлаған иман йортон ослап ҡуйырға ярҙам итергә һүҙ биргән Хәмзә хәҙрәт менән осрашасағы, еңел сәнәғәтте үҫтереү йәһәтенән йәнә вазифалы кешеләргә, ойошмаларға мөрәжәғәт итәсәге хаҡында әйтте.
“Эй ярһыу ҙа, яғымлы ла Ҡыйғыларҙа тойғолар!” Кәңәшмә тамам. Рафиҡ Хафиз улы беҙгә ҡарап:
– Әйҙәгеҙ, район менән танышып ҡайтайыҡ, – тине. – Бөгөн урындағы эшҡыуарҙар янына сығырға тора инем.
Буран баҫылған. Талғын ғына ҡар яуа. Машинаға ултырып күп тә барманыҡ, һул яҡта ҙур ғына бина күҙгә ташланды. Бер төркөм эшсе уның ҡыйығын яба ине.
– Элекке автотранспорт предприятиеһы биналары, – тип аңлатты етәксе. – Уны Илшат Монасов тигән эшҡыуар һатып алды, тиҙҙән бында күмәртәләп һатыу үҙәге буласаҡ.
Илшат Монасов – бөгөн районда билдәле эшҡыуар. Ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә, йылҡы үрсетә, ҡымыҙ етештерә. Хатта эшселәре өсөн социаль торлаҡ төҙөй, икмәкханаһы бар.
– Заман беҙҙән аҡса эшләргә өйрәтеүҙе талап итә. Һәр ваҡыт табыш кәрәк. Шуға ла эшкә тотоноу менән буш торған, хужаһыҙ биналарҙы рәсмиләштереп, уларҙы эшҡыуарҙарға һатыуҙы яйға һалдыҡ. Килгән аҡсаны социаль йүнәлеште үҫтереүгә тотонабыҙ. Быйыл район үҙәге урамына асфальт түшәнек. Шулай итеп, ике йылда 247 эш урыны булдырылды.
Юлыбыҙҙы дауам итәбеҙ.
“Эй ярһыу ҙа, яғымлы ла Ҡыйғыларҙа тойғолар!”– Ана теге яҡта яғыулыҡ ҡойоу станцияһы буласаҡ, хәҙер автомобилдәрҙе газ менән заправкалау өсөн алыҫҡа барып йөрөмәйәсәктәр, – тине Рафиҡ Хафиз улы.
Ауылдан бер яҡ ситтә урынлашҡан, ун алты йыл буш ултырған санэпидстанция бинаһы ла хәҙер үҙенә яңы хужа тапҡан. Радик Әхмәтйәнов тәртипкә килтергәс, бөгөн унда эш гөрләй. Әммә етәксенең үҙен осрата алманыҡ.
– Балаҡатайға китте, – тинеләр.
Бында тимер ҡапҡа, рәшәткә, беседкалар эшләйҙәр.
– Заказдар бармы? – Район етәксеһе егеттәргә төбәлде.
– Күп, хатта өлгөрә алмайбыҙ.
– Хеҙмәт хаҡы нисек?
– Эшләүгә ҡарап, һәйбәт. Тир түкһәң алаһың, ҡул ҡаушырып ултырһаң, юҡ.
Рафиҡ Хафиз улы егеттәрҙең һәр береһен тигәндәй яҡшы белә.
– Жәлил, өйөң ни хәлдә, ҡыйығын яптыңмы әле? – тип һораны береһенән.
– Эйе, – тип ғорур яуапланы егет. – Бында күптәребеҙ өй төҙөй. Етәксебеҙ ярҙам итергә әҙер тора. Эш хаҡын ваҡытында алабыҙ.
Матур биҙәкле рәшәткәләрҙе күреп, күңел ҡыуанды. Етештергән әйберҙәре сифатлы булғас, хатта Өфөнән, Силәбе өлкәһенән дә уларҙы эҙләп табалар. Тиҙҙән буяу өсөн заманса ҡорамал да алһалар, эштәре йәнә көйләнәсәк.
– Булдырам тигән кеше нимәлер көтөп ятмай бит ул, – тип һүҙен дауам итә Рафиҡ Хафиз улы. – Эшҡыуар иҫке ҡағыҙҙарҙы эшкәртеү цехы асып, өй йылытыу өсөн махсус әйбер етештерә башланы.
Һуңғы йылдарҙа дауахана ла капиталь ремонтланған, яңы ҡорамалдар һатып алынған, йәш табиптар килгән. Ә инде күптән түгел генә тәғәйенләнгән баш врач һәләтле етәксе күренә.
“Эй ярһыу ҙа, яғымлы ла Ҡыйғыларҙа тойғолар!”Тормош ауыр, эш хаҡы юҡ тип зарланырға яратһаҡ та, халыҡтың матур йәшәргә ынтылыуы күренеп тора. Ҙур, иркен йорттар район үҙәген йәмләй. Бер аҙҙан беҙ күптән түгел барлыҡҡа килгән Изге урамынан елдерә инек.
– Анау өс йортто етемдәр өсөн төҙөнөк, – тип күрһәтте хакимиәт башлығы. – Һәр береһе икешәр фатирлы. Тегенеһенә юл күренмәй. Моғайын, йәшәмәйҙәрҙер. – Етәксе ауыр көрһөндө. – Бөтәһе лә булғандың ҡәҙерен белеп, рәхәтләнеп кенә йәшәһә икән ул. Ҡайһылары хатта коммуналь түләүҙәрен дә бар тип белмәй. Икенселәре фатирына теләһә кемде эйәләштерә. Күптән түгел берәүгә барып инһәк, ләх иҫерек ята. Үҙе: “Беҙгә әле район карауат-өҫтәлдәр ҙә алып бирергә тейеш”, – тип һөйләнә.
Район үҙәгенә терәлеп ятҡан Киҙеүтамаҡҡа юлландыҡ. Элекке ташландыҡ контора бына тигән итеп ремонтланып, етемдәргә берәр бүлмәле биш фатир бүленгән. Бығаса йылына ике-өс кешегә генә бирелһә, һуңғы ике йылда ғына егерме һигеҙ етем мөйөшлө булған.
– Әллә барыһына ла район үҙәгенән генә бирәһегеҙме?
– Бөтәһен дә бер ерҙә туплау ҙур хата булыр ине. Ауылдарҙа бынамын тигән буш йорттар бар. Уларҙы һатып алып, ремонтлап бирәбеҙ, сөнки ауылда йәшәргә теләүселәр ҙә юҡ түгел.
– Һеҙ үҙегеҙ тыумышығыҙ менән Сирбайҙан шикелле?
– Эйе.
…Алты балалы ябай колхозсы ғаиләһендә үҫә Рафиҡ Хафиз улы. Урта мәктәптән һуң уҡырға теләге ҙур булһа ла, тәүҙә өҫ-башты рәтләп алайым тигән уй менән ауылда ҡала. Совхозда быҙау ҙа ҡарай, орлоҡ киптереүсе лә була. Дыуан совхоз-техникумынан һуң агроном, бригадирлыҡтан хеҙмәт карьераһын башлаған егеттең эшен күреп, үрләткәндән-үрләтәләр. Колхоз рәйесе, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы, хакимиәт башлығы урынбаҫары. 2006 — 2009 йылдарҙа Салауат районына етәкселек итә. Ә инде 2011 йылдан – Ҡыйғы район хакимиәте башлығы.
Оҙайлы мәрткә киткән төбәкте үҙ ҡулына алыуына бөгөн һис үкенмәй ул. Ошо ҡыҫҡа ғына арауыҡта ирешелгән уңыштар уны ҡыуандыра. Район үҙәгендә хужаһыҙ биналар ҡалманы тиерлек, һәр береһе эйәле булып, бөгөн ҡаҙнаға файҙа килтерә. Шишмәләрҙе таҙартыу, ҡойолар эшләү матур йолаға әүерелде. Ике йылда ғына егерме биш ҡойо кәртәләп алынған. Улар ауылдарҙың йәме булып тора, күп урындарҙа үҙәкләштерелгән һыу булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ тәмле, саф ҡоҙоҡтан эсеүҙе хуп күрә. Быйыл, Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы булараҡ, башҡарған бихисап эштәре өсөн Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан район етәксеһенә рәхмәт һүҙе еткерелде. Күптән түгел асылған “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы өсөн халыҡ ҡыуанып бөтә алмай. Йөҙҙән ашыу сабыйға иҫәпләнгән ул.
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте тигәндәй, Рафиҡ Хафиз улының тырышлығы етәкселек тарафынан юғары баһаланды. Былтыр ул республиканың иң юғары наградаһы – Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
“Эй ярһыу ҙа, яғымлы ла Ҡыйғыларҙа тойғолар!”Әлбиттә, район башлығы борсоған проблемаларҙы ла йәшермәне. Аңлашыла: йыйылған мәсьәләләрҙе бер нисә йылда ғына йырып сығып булмай. Үрге Ҡыйғы халҡын эсәр һыу менән тәьмин итеү йәһәтенән эш бара, бөтә ауылдарға ла “зәңгәр яғыулыҡ” үтеп бөтмәгән, физкультура-һауыҡтырыу комплексы капиталь ремонт талап итә. Ләүзә ауылында яңы мәктәп кәрәк. Әлбиттә, дотация иҫәбенә йәшәгән төбәктә был мәсьәләләрҙе тиҙ арала ғына хәл итеү мөмкин түгел. Үҫемлекселекте, малсылыҡты үҫтереү ҙә өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Бының өсөн мөмкинлектәрҙе ҡулдан ысҡындырмаҫҡа, барлыҡ төбәк, федераль программаларҙа ҡатнашырға тырышалар.
– Ауылдарҙа эшһеҙлек проблемаһы ла — көн үҙәгендә. Аҫылғужа, Ҡолбаҡ, Иҙрис ауылдары бирешеберәк китте. Әммә кемгәлер бәлә һалып ятмаған тырыштар, заманға яраҡлашып, етеш йәшәгәндәр бихисап. Кемдер ситкә китеп мал таба. Мәҫәлән, Сирбай, Ҡурғаш ауыл халҡы һоҡланыу тыуҙыра. “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнаштылар. Үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлекте Силәбе өлкәһенең Һатҡы, Златоуст ҡалаларына алып барып һаталар.
Элекке интернат бинаһында барлыҡҡа килгән Ҡыйғы теген фабрикаһы йөҙҙән ашыу кешене эшле иткән. Әле тағы өҫтәмә цех асырға иҫәп тоталар. Ә был йәнә 60 кешегә эш урыны тигән һүҙ.
Беҙ килеп ингәндә ҡыҙыу эш бара ине. Йылы бүлмәләрҙә ҡыҙҙар хәрби кейемдәр тегә. Етәкселәре Ришат Вәлиев улар хаҡында ҡыуанып һөйләне.
– Тырыштар, оҫталар. Айырыуса Гөлсибәр Ғәбитова, Гөлгөнә Ғәлимйәнова, Эльмира Хәйретдинова, Зилә Сафина, Милә Шәйеховаларҙы маҡтап телгә алыр инем. Ситтән килеүселәр өсөн дөйөм ятаҡ та бар.
Ҡыҙҙарҙан эш хаҡы тураһында ҡыҙыҡһынабыҙ.
– Егерме меңдән артып китә, – тинеләр. Уңғандар менән хушлашып урамға сыҡҡас, күңелемә үҙенән-үҙе талантлы шағир, драматург Рафаэль Сафиндың шиғыр юлдары килде:
Ҡыйыш-мыйыш һөйләп тормай,
Эшкә тиһәң, ҡыйғылар.
Эй ярһыу ҙа, яғымлы ла
Ҡыйғыларҙа тойғолар!
Быны ишеткәс, Рафиҡ Хафиз улы:
– Әйҙәгеҙ, бер килгәс, шағирҙың тыуған төйәген барып күрәйек, – тине. Шатланып риза булдыҡ. Бер нисә минуттан беҙ Йыланлыла инек. Биш йөҙләп хужалыҡтан торған ҙур ғына ауыл. Йорттар төҙөк, ҙур. Ә тәбиғәттең гүзәллеге! Ҡаялар, йүгерек Әй йылғаһы!..
Районда мәҙәниәт усаҡтарын йәнләндереү буйынса шаҡтай ҙур эш башҡарылған. Быйыл Сирбай, Дүшәмбикә ауылы клубтары ипкә килтерелгән, яңы ултырғыстар ҡуйылған. Киләһе йыл Ләүзә, Арыҫлан ауылы клубтарының тәҙрәләрен, ҡыйығын яңыртыу күҙ уңында тотола. Ҡолмәт, Алағуз клубтарын ремонтлау өсөн сығымдар эҙләнә.
Ул арала машина ауыл уртаһында тирә-йүнгә йәм биреп торған колонналы бина алдына килеп туҡтаны.
– Шәп! Ҡасан төҙөнөгөҙ?
Минең һорауыма Рафиҡ Хафиз улы ихлас йылмайҙы. Бина 1957 йылда уҡ төҙөлгән булған. Ә инде иҙәндәре емерелеп бөткәс, уның ишегенә йоҙаҡ элеп, мәсьәләне анһат ҡына хәл иткән дә ҡуйғандар. Шул килеш ун биш йыл буйы торған. Ремонт өсөн барлығы өс миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
Бинаның эсе лә яңы ғына төҙөлгән һымаҡ ялт итеп тора. Директоры Ирина Шакирова менән китапханасы Гөлнара Уйылданова эш урынында ине.
– Хәлдәр нисек, ҡыҙҙар?
– Аллаға шөкөр! Рәхмәт һеҙгә, Рафиҡ Хафизович. Һеҙҙең ярҙам менән бына ниндәй клублы булдыҡ. Бөтә ауыл халҡы шатланып бөтә алмай.
Китапханала барлығы 11 мең самаһы баҫма иҫәпләнә.
Беҙҙең арттан тиерлек ике ҡатын килеп инде.
– Миңә Таңсулпан Ғарипованың “Бөйрәкәй” романы кәрәк ине. Уҡыған кешеләр уны харап маҡтай, шәп китап, тиҙәр.
Район етәксеһе Рәлис Ураҙғоловтың өҫтәлдә ятҡан “Аслыҡ” романын ҡулына алды.
– Бик шәп әҫәр, тетрәнеп уҡыным. Фәрит Иҫәнғолов, Яныбай Хамматов, Ноғман Мусиндарға бына тигән алмаш килә, – тине. – Рәлистән йәнә ошондай шәп әҫәрҙәр көтәм. Көсөн ваҡ-төйәккә сарыф итмәһен, – тине, беҙгә ҡарап.
Күптән түгел Рафиҡ Хафиз улының республика мәҙәниәтенә тос өлөш индергәне өсөн йәнә Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнеүе иҫкә төштө. Ике генә хакимиәт башлығына бирелде бындай награда. Быны уҙамандың эшенә ҙур баһа тип ҡабул итергә кәрәк.
Төштән һуң башлыҡ граждандарҙы ҡабул итә башланы. Иң беренсе булып Айгөл Ғәйнетдинова исемле йәш уҡытыусы инде. Йорт һалырға уйлаған ғаиләгә ер кәрәк. Уларға ярҙам итәсәген белдерҙе район башлығы. Унан һуң Түбәнге Ҡыйғы ауылынан Әлиә Мөхәмәтйәрова инде, урамдарына әлегә ҡәҙәр газ үтмәүенә зарланды…
Был көндә район етәксеһенә мөрәжәғәт итеүселәр күп кенә булды. Рафиҡ Хафиз улы берәүҙәренә ярҙамлашырға вәғәҙә бирҙе, икенселәренә мөрәжәғәтен өйрәнгәс яуап бирәсәген әйтте, мәсьәләне хәл итер өсөн шунда уҡ ҡайҙалыр шылтыратып та алды.
Беҙ ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ә күңелде яҡты уйҙар биләне. Ошо ҡыҫҡа ғына осорҙа башланған эш бихисап, алда торғаны етерлек. Тик бында етәксенең генә түгел, тотош урындағы халыҡтың үҙенең тырышлығы, әүҙемлеге лә кәрәк. Бер уй, бер теләк менән янғанда ғына барлыҡ ауырлыҡты еңеп сығырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 615

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 411

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 488

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 317

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 506