Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыш бабайһыҙ байрам буламы?
Ҡыш бабайһыҙ байрам буламы?Яңы йыл алдынан барлыҡ изге теләктәр ҡабул була, тиҙәр. Төбәгебеҙҙән 800-гә яҡын уҡыусының ошондай яҡты хыялы тормошҡа ашты ла инде: улар Президент шыршыһында ҡатнашты!
Байрамға район, республика, Рәсәй конкурстарында, олимпиадаларҙа, фестивалдәрҙә, спорт ярыштарында уңыш ҡаҙанған уҡыусылар, шулай уҡ ишле, социаль яҡтан аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәр, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары саҡырылғайны. Уларҙы тәбрикләп, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Президент Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.
— Уй-теләгегеҙ, маҡсаттарығыҙ тормошҡа ашһын өсөн тырышырға, һәр саҡ алға ынтылырға кәрәк, — тине Лилиә Салауат ҡыҙы. — Ошондай сифаттар аша яуланған ҡаҙаныштарығыҙ республикабыҙға йылдан-йыл көсәйергә, яңынан-яңы үрҙәргә күтәрелергә этәргес бирер.
Ҡыш бабайһыҙ байрам буламы?Тәбрикләү һүҙҙәренән һуң балалар мажаралы әкиәт иленә юлланды. Яңы йыл музейын ҡарарға тип киткән Ҡыш бабай юҡ булған икән. Унһыҙ байрам була тиме ни? Яңы йылдың төп геройын эҙләүгә йәш тамашасылар ҙа ҡушылып китте...
Байрам һуңында һәр балаға йомшаҡ уйынсыҡ, тәмлекәстәр, Зәйнәб Биишеваның “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” тигән китабы бүләк ителде.


Сыңғыҙ ҺАҘЫЕВ, Дыуан районының Иҫке Хәлил мәктәбе уҡыусыһы:
— V класта “дүртле”, “бишле” билдәләренә генә уҡып йөрөйөм. Президент шыршыһына ошо уңыштарым һәм спорт ярыштарындағы еңеүҙәрем өсөн ебәрҙеләр. Райондан барлығы алты уҡыусы килде.
Байрам бик оҡшаны. Айырыуса әкиәтте яратып ҡараным.

Ида КӘЛИМУЛЛИНА, Дүртөйлө районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы методисы:
— Президент шыршыһында йыл да ҡатнашабыҙ. Быйыл туғыҙ бала алып килдем. Байрам йылдан-йыл матурыраҡ, күңеллерәк уҙа. Әлегеһе айырыуса сағыу булды. Уҡыусыларға бик оҡшаны, уларҙа тағы ла яҡшыраҡ уҡыу дәрте тыуҙы. Байрамды ойоштороусыларға ҙур рәхмәт!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840