Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"
Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Республикала тәүге тапҡыр алтын ҡуллы оҫталар конкурсы уҙғарылды
Себеште көҙ һанайҙар тигән әйтем бар. Быуаттар буйы һыналып, юҡҡа беҙҙең көндәргә килеп етмәгән ул: нәҡ көҙөн уңышты барлар саҡ булһа, йыл аҙағында өлгәшелгәндәргә баһа бирер ваҡыт етә. Был бар тармаҡта ла сағыла. "Башҡортостан" гәзите редакцияһы "Мираҫ" хәйриә фонды һәм Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә үткәргән "Һөнәрмән" конкурсы ла тамамланып, еңеүселәр билдәләнде. Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙғарылған ҙур сараға райондарҙан оҫталар саҡырылды, ҡунаҡтар килде, бағыусылар ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырҙы, республикаға танылған артистар концерт күрһәтте.

Был донъяға беҙ тыуғанбыҙ икән,
Баҫҡан ерҙә ныҡлы торайыҡ.
Уның өсөн күпте һорамайыҡ,
Беҙ Хоҙайҙан һөнәр һорайыҡ.

Донъя яралғандан алып Хоҙай
Кеше өсөн һөнәр таратҡан.
Был донъяны тотоп торор өсөн
Ерҙә Кеше итеп яратҡан.

Йәнә тағы һөнәр кәрәк икән,
Ныҡлап өйрәнергә һөнәрҙе.
Файҙа килтерерлек һәр кемгә лә
Бар кешеләр хуплап өнәрҙе.

Уңған да бар ерҙә, туңған да бар,
Уңған яҡшы белә һөнәрен.
Эшләй белгән һәйбәт тешләй белә,
Хатта тауыҡ белә төнәрен.

Бар бәхетең — һинең ҙур тәхетең —
Тапҡан һөнәреңде һөйөүҙә.
Ул юҡ икән, ниндәй файҙа инде
Ҡыҫыр көйөктәргә көйөүҙән.

Һөнәреңде һөйөп туймаҫ булһаң,
Көтә бәхетеңдең әҙере.
Ерҙә үҙ ҡәҙерең булһын тиһәң,
Белеү кәрәк һөнәр ҡәҙерен.

Күренекле шағир, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Ирек Кинйәбулатов һөнәрмәндәр тураһында яҙып, тос фекерен шиғри юлдар аша еткерҙе. Йөҙләтә, меңләтә хаҡ шағир — Хоҙай Тәғәлә һәләтен биргән икән, теләгән кеше һөнәрен үҙе таба, тормошонда алтын сөйҙө ҡаға, тырышлығын, уңғанлығын өҫтәп, тәжрибә туплай, оҫта исемен йөрөтә. Был юғары баһаны тирә-яҡтағылар бирә, халыҡ нарыҡлай.

Бар бәхетең – һөнәреңде һөйөүҙә

Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Һөнәрмән. Күпме тырышлыҡ, ныҡышмалылыҡ, эшкә ҡарата ижади ҡараш йәшәтә ул күңелендә, булмышында! Булмаһа, Башҡорт дәүләт академия драма театры ишеген асайыҡ та алтын ҡуллы кешеләр араһына инәйек. Улар бит тәүге тапҡыр күргәҙмә-йәрминкәгә йыйылған: шуға ла бер-береһе менән танышалар, шат ауаздар ишетелә, тәжрибә уртаҡлашалар. Әлегә тиклем "Башҡортостан" гәзитендә донъя күргән мәҡәлә, хәбәрләмәләр аша ғына таныш булһалар, яҡындан аралашыу һәр ҡайһыһына бөтмәҫ, әйтеп аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғо, кисерештәр алып килде. Төрлө шөғөл эйәләре йыйылған бында: ағас, тимер эше оҫталары, бәйләү, сигеү, балаҫ һуғыу, музыка ҡоралдары яһау, һүрәт төшөрөү... Һанап бөткөһөҙ. Уларҙың барыһын бер нәмә берләштерә — үҙ шөғөлдәренә тоғролоҡ, яңылыҡты отоп алып, әрһеҙләнеп һөнәр эстәү, булғанын камиллаштырыу...
Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Бинаның тәүге ҡатында Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районындағы Ерекле ауылынан килгән Люция Тойғонова шәл күргәҙмәһе ойоштороп ебәргән. Шуны ғына көткәндәй, йылылыҡ бөрккән, биҙәктәре нур балҡытҡан башҡорт шәлен алырға теләүселәр сиратҡа баҫты. Ә быймалар, быймалар һуң! Ниндәйе генә юҡ: сәскәлеһе, милли биҙәклеһе — күҙҙең яуын алырлыҡ. Мәсетле районынан килгән быйма баҫыу оҫтаһы Иштуған Ғәүнетдиновтың өҫтәле эргәһенән дә кеше өҙөлмәй. Тормош иптәше Гөлназ һәр береһенә йылы һүҙ таба. Арыраҡ атлайбыҙ: эх, ошо йүгәндәр кейҙерелгән пар аттарҙа еләһе ине! Кемдәрҙе генә ҡыҙыҡһындырмай Учалынан килгән Сәғит Фәхретдиновтың сбруйҙары. Бына мөғжизә! Ағас шарҙа-ар... Ябай түгел улар. Береһе эсенә икенсеһен, һуңынан өсөнсөһөн урынлаштырып эшләгән Сибай оҫтаһы Әнүәр Игебаев. Фаберже йомортҡаларының һүрәттәрен күргәнегеҙ барҙыр. Уныһы тарихҡа ингән, оҫтаһын эштәре үлемһеҙ иткән. Ҡырмыҫҡалы районынан килгән Әхәт Нурушевтың эштәре лә уларҙан һис ҡалышмайҙыр. Юҡ, донъя кимәленә билдәле бөйөк оҫтаны ҡабатламай Әхәт, үҙ алымын тапҡан, һүрәттәрен беҙҙең ерлеккә ҡайтарып төшөргән. Ах итеп, тел шартлатырлыҡ Көйөргәҙе районынан килгән Юлай Хәлитовтың эштәре. Ҡурайҙы сағылдырған гөл һауыттары ҡуйыу урыны булһынмы, семәрле башҡа йыһазмы, өҫтәл-ултырғысмы — барыһы ла зауыҡ менән яһалған. Юлайҙың күршеһендә генә байтаҡ урынды Асҡын районы оҫталары Хөснөтдиновтарҙың ҡул эштәре биләй. Хужа булған Ғәйнетдин ағай күберәк ағас эшенә маһир булһа, Фәриҙә апай кейеҙгә өҫтөнлөк бирә. Ҡыҙҙары Әлфиә иһә һаламдан паннолар эшләй, майлы буяу менән һүрәт төшөрә. Улар араһында шаҡтай урынды һаламдан киҫеп яһалғаны алып тора. Бик үҙенсәлекле был сәнғәт төрөн ул Өфө ҡалаһының Ленин районындағы балалар ижад үҙәгендә йәштәргә өйрәтә. Түңәрәк ойошторған. Мөғжизә тәк мөғжизә... Ябай ғына ҡайын туҙынан да иҫте китәрерлек сувенирҙар яһап була икән дә! Мәсетле районы оҫталарға бай икәнен ишеткән-күргән бар, әлбиттә. Йыланыш ауылынан ҡул эштәре оҫтаһы Вәсилә Фәтхетдинованың ижады ғына ла баһалап бөткөһөҙ. Ә бына Илгизә Лоҡманованың шөғөлө бөтөнләй башҡа йүнәлештә: май һуңында, июнь баштарында кәрәккәнсә делянка алып, ҡайын туҙы һыҙыралар ҙа икән, киптереп, ҡышын сувенирҙар яһайҙар. Биҙәкле самауыр, сынаяҡ, батмустар — һанап бөткөһөҙ. Халыҡтың борондан килгән шөғөлдәре эргәһенән тыныс ҡына үтеп китеп буламы? Юҡ. Күңелде арбап, зауыҡлы биҙәктәре, орнаменттары менән әллә ҡайҙан саҡырып тора бит улар. Балаҫ һуғыу оҫталары — Ғафури районынан Рабиға апай Йәрмиева менән Федоровканан Роза апай Раҡаеваның станоктары был көндө лә тик торманы — ҡыҙыҡһыныусыларҙың күҙ алдында йәйғор төҫтәре уйнатып, ысын мәғәнәһендә хазина тыуҙы. Ҡыйғы районы һәр эштә лә әүҙем. Был юлы ла район мәҙәниәт бүлегенең халыҡ ижады методик үҙәге етәксеһе Рәфилә Хәсәнова оҫталарҙы ойоштороп, Нәсимә Йосопова, Рәфҡәт Миңләхмәтов, Йәлил Заһретдиновтарҙы алып килгән. Эх, думбыраһы! Ғафури районы Сәйетбаба ауылынан Илһам Байбулдин һымаҡ ир-азаматҡа туранан-тура ҡағылалыр "егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" тигән һүҙҙәр. Илһам үҙе думбыра яһай (хатта яҡут милли музыка ҡоралына ла заказ биргәндәр), үҙе уйнай, ҡурайҙа һыҙҙыра, моңло итеп йырлай, бейей...
Һөнәрмәндәрҙең тәүге күргәҙмә-йәрминкәһенә йыйылған оҫталарҙың барыһын да исемләп, бигерәк тә эштәрен барлау мөмкин түгел. Уларҙың илленән ашыуы тураһында "Башҡортостан" гәзите яҙып сыҡты. Конкурс тамам, ләкин был алтын ҡуллы һөнәр эйәләре тураһында киләсәктә яҙмайбыҙ тигән һүҙ түгел. Конкурс оҫталарҙы күрһәтеү, туплау йәһәтенән үҙ эшен атҡарһа, ошо уҡ "Һөнәрмән" рубрикаһы оҙон ғүмерле булып, уның аҫтында материалдар даими сығып торор тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Хеҙмәт баһаһы менән ҡәҙерле

Башланды-ы! Фойела мәж килгән халыҡ залға инеп урын алды. Бында сценарий авторы Сәрүәр Сурина, ҡуйыусы режиссер Линара Таһирова, артистар, һәүәҫкәрҙәр ҡунаҡтарға оло байрам ойошторғайны.
"Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"! Сараның девизына әйләнгән был һүҙҙәр күңелдәрҙе тулҡынландырҙы, илһам нуры өләште.
— Беҙ халҡыбыҙҙың иң уңған, иң һәләтле кешеләре тураһында яҙабыҙ, уларға мәҙхиә йырлайбыҙ. Ысынлап та, ата-бабаларыбыҙҙан мираҫ булып ҡалған кәсепселек күңелдәребеҙҙә йәшәй икән, бөгөнгө эшһеҙлек заманында, баҙар иҡтисады алҡымдан алғанда юғалып ҡалмаҫбыҙ, һөнәрселекте артабан үҫтереп, үҙебеҙҙең көндө үҙебеҙ күрербеҙ. Ошо шөғөлдө балаларыбыҙға, йәштәргә күберәк өйрәтергә ине. Яңыраҡ Башҡортостанға "Рәсәйҙең халыҡ художество кәсептәре" ассоциацияһы идараһы рәйесе Геннадий Дрожжин килеп китте. Бөгөнгө социаль проектты тормошҡа ашырыу ошо сәфәргә тап килеүе ҙур әһәмиәткә эйә. Халҡыбыҙ өсөн бик мөһим сараны ойоштороуға һәм үткәреүгә тос өлөш индергән Республика халыҡ ижады үҙәгенә, "Мираҫ" хәйриә фондына ҙур рәхмәт әйтке килә, — тине, байрам тантанаһын асып, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов. — Һөнәрмәндәрҙең эшенең баһаһын күтәрергә ныҡ кәрәк әле. Ни өсөн уларға наградалар, юғары исемдәр бирмәҫкә? Быларҙың барыһы ла — өлгөрөп еткән мәсьәлә...
Алып барыусылар Наил Юнысов менән Элмира Юлдашева "йүгән"де шунда уҡ ҡулына алып, сараны күңелле, ойошҡан итеп үткәрергә тырышты.
Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Эш башҡарғас, ҡыуаныстан
Йырлай торған йола бар.
Йән табайыҡ халҡым һөйгән
Ошо матур йоланан!
Ҡумыҙ моңо. Республиканың илаһи тәбиғәт ҡосағында таң ата: кәкүк саҡыра, ат тояҡтары дөпөлдәүе, талғын ел, сылтырап аҡҡан йылға, шишмә тауышы, ағас япраҡтары шыбырлауы... Сәхнәлә — донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Рәсәй, халыҡ-ара конкурстар дипломанты Миңлеғәфүр Зәйнетдинов!
Һөнәрлене ҙурлай сәсән һүҙе. Һөнәрлене данлай йырсы моңо. Шағир Ирек Кинйәбулатов ҡатнашыусыларға һүҙен шиғри юлдар аша еткергәс, сәхнәгә Башҡортостандың халыҡ артисы Әлфиә Юлсурина сыҡты. Зал уны алҡыштарға күмде.
Наил Юнысов "Башҡортостандың алтын ҡуллы һөнәрмәне" исеменә лайыҡ оҫталарыбыҙҙың исемлеген уҡығас, Вәкил ағай Шөғәйеповҡа айырым туҡталды:
— Ҡурай, думбыра эшләүсе, башҡорт музыка ҡоралдарын тергеҙеүсе Вәкил ағай Шөғәйепов бөгөн Мәскәүҙә. Ул быйыл Рәсәй Хөкүмәтенең "Душа России" премияһы лауреаты булды. Ғорурланабыҙ һеҙҙең менән, Вәкил ағай! Башҡортостан оҫталары исеменән ҙур рәхмәт!
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшиндың һәр сығышы күңелгә яҡын, тамашасы уны көтөп ала. Был юлы ла шулай булды — һөнәрмәндәр үҙ эшенең ысын һөнәрмәне булған йырсыны тиҙ генә сығарып ебәрә буламы һуң?!
Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Хеҙмәттәшебеҙ Салауат Әбүзәровтың "Хыялый" спектакленән күренеш йыр-моңдан торған концертҡа йәм өҫтәп ебәрҙе, залды йәнләндерҙе. Ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артистары Рәүис Заһитов менән Гүзәл Маликованың башҡарыуы үҙе ни тора!
Әлбиттә, "Һөнәрмән" конкурсына йомғаҡ яһалыуын, оҫталарға бағышлап ҡуйылған концерт тураһында яҙғы ла яҙғы килә. Пародия артисы Илсур Тайсиндың, Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия һәм Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназияһының "Аҡйондоҙ" бейеү ансамблдәренең сығыштары, "Төньяҡ амурҙары" егеттәренең, Рафаэль Амантайҙың сәхнәне дер һелкетеүен, Илһам Байбулдиндың ҡурай һыҙҙырыуын әйтмәйенсә булмай. Һәр сығыш конкурста еңеүселәргә бағыусылар тарафынан бирелгән бүләк менән нығытылып барҙы.
Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Гәзиткә ошо көндә һәм алдараҡ яҙылғандар араһында "Һөнәрмән-лото" уйнатылыуы ла залға йәнлелек өҫтәне. Күптәре иҫтәлекле бүләк алды.
"Башҡортостан" гәзите ойошторған "Һөнәрмән" бәйгеһе — ул гәзит битендәге оҫталар галереяһы. "Һөнәрмән" бәйгеһе — ул халыҡ кәсептәрен тергеҙеү, халыҡсан оҫталыҡ үрнәктәрен дауам итеү, халыҡсан һөнәри ысулдарҙы һаҡлау, декоратив биҙәү сәнғәтен үҫтереү.
Күптәрҙең хәтерендә ҡалырлыҡ байрам да булды оло сара. Оҫталар: "Был беҙҙең тәү тапҡыр бергә йыйылыуыбыҙ, беренсе ҡоробоҙ. Алдағы йылдарҙа ла осрашырға яҙһын ине", — тигән теләк белдерҙе. Иншалла, тип әйтәйек тә, Алла бойорһа, тип өҫтәйек. Бәлки, яҡын киләсәктә республикала һөнәрмәндәргә осрашыр, тәжрибә уртаҡлашыр өсөн ижади үҙәк булдырылып, кәсепселектең был төрө сәнғәткә, сәнәғәткә мәртәбә өҫтәр, яңы йүнәлеш алыр тигән өмөттә ҡалайыҡ.

Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Ихлас ҡотлайбыҙ!

"Иң яҡшы ағас эше" номинацияһында еңеүселәр:
Һаҙыев Рәфҡәт, Әбйәлил районының Хәмит ауылы;
Иманғолов Рафаэль, Бөрйән районының Байназар ауылы;
Игебаев Әнүәр, Сибай ҡалаһы;
Ғәйнетдинов Әхмәт, Яҡут (Саха) Республикаһы;
Фәриҙә һәм Ғәйнетдин Хөснөтдиновтар, Асҡын районының Яңы Ҡарткиҫәк ауылы;
Хәлитов Юлай, Көйөргәҙе районы;
Кинйәбаев Фазыл, Бөрйән районының Яңы Собханғол ауылы.

"Металдан иң яҡшы әйбер яһаусы":
Аллаяров Нәғим, Учалы районының Юлдаш ауылы;
Ғилфанов Фларит, Илеш районы.

"Иң яҡшы техника эшләүсе":
Назарғолов Иҙел, Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылы.

"Иң яҡшы ҡул эше":
Ҡужабәкова Резеда, Хәйбулла районы.

"Иң яҡшы музыка ҡоралы эшләүсе":
Байбулдин Илһам, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы.

"Халыҡ традицияларын үҫтереүсе":
Сөләймәнов Шәһит, Баймаҡ ҡалаһы;
Фәхретдинов Сәғит, Учалы районының Сәфәр ауылы;
Раҡаева Роза, Федоровка районының Оло Сытырман ауылы;
Йәрмиева Рабиға, Ғафури районының Сәйетбаба ауылы.

"Таштан әйбер яһаусы":
Фазлыев Рәмил, Яңауыл районы.

"Иң әүҙем автор":
Усманова Кәримә, "Башҡортостан" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе;
Ураҙғолов Рәлис, "Башҡортостан" гәзитенең үҙ хәбәрсеһе;
Шәрипова Сания, Бүздәк районының Уран ауылы.


Бағыусыларыбыҙға оло рәхмәт!

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаеваға,
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Марсель Харис улы Йосоповҡа,
Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты Иршат Юнир улы Фәхретдиновҡа,
Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы Ильясоваға,
Башҡортостандың урман хужалығы министры Рәжәп Байғондо улы Нәбиуллинға,
Өфө ҡалаһы хакимиәтенә,
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитетына,
“Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә,
“ХАZINА” туристик агентлығының генераль директоры Комил Олим улы Сиражетдиновҡа,
“Россельхозбанк”тың Башҡортостан төбәк филиалы директоры Ирек Радил улы Мөхәмәтдиновҡа,
Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Әмир Миңнәхмәт улы Ишемғоловҡа,
“Ғәлиә” химик таҙартыу предприятиеһы директоры Рәйлә Ғариф ҡыҙы Фәсхетдиноваға,
Өфө ҡалаһының “Умартасы” магазины директоры Наилә Абдуловаға.


Халыҡ оҫталары конкурсында ҡатнашыусы хөрмәтле һөнәрмәндәр!

Һеҙҙе халҡыбыҙҙың таланттарға байлығын сираттағы тапҡыр иҫбатлаған һоҡланғыс байрам менән ҡотлайым!
"Башҡортостан" гәзите йыл дауамында халыҡ таланттарын эҙләне һәм тапты, улар тураһында мәҡәләләрҙе даими баҫтырҙы. Ошондай таланттарҙың иң-иңдәре бөгөн бында фестивалгә йыйылған. Күргәҙмәлә тәҡдим ителгән өлгөләрҙең ижад ҡына түгел, шулай уҡ аҡса эшләү, ғаиләне ҡарау алымы булыуын да аңлайбыҙ.
Республикабыҙҙа халыҡ оҫталары өсөн берҙәм үҙәк ойоштороу, оҫталарға ярҙам күрһәтеү һәм уларҙы заказдар менән тәьмин итеү йәһәтенән тейешле законға төҙәтмәләр индереү ниәте бар. Беҙ ошондай эште башҡарырға әҙербеҙ. Был идеяны депутаттарыбыҙ, муниципаль власть һәм эшлекле даирәләр хуплар тип ышанам. Республикала халыҡ кәсептәрен тергеҙеүселәр һәм үҫтереүселәр өсөн яҡшы шарттар булдырылырға тейеш.
Һеҙгә һаулыҡ, ҡыҙыҡлы һәм йәмғиәткә кәрәкле эшегеҙҙә уңыштар теләйем.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Премьер-министры урынбаҫары Дмитрий ШАРОНОВ.



Һөнәрлене данлай "Башҡортостан"Рәйсә ХӘМИТОВА, хаҡлы ялдағы уҡытыусы:
– Сараның үткәреләсәге хаҡында ишеткәс үк шатландым. Бындай күргәҙмәләр миңә оҡшай. Халыҡ кәсептәрен күтәрәһегеҙ, ә уларҙы һаҡларға кәрәк. Һөнәрмәндәрҙе һәр кем хөрмәт итә. Улар тураһында күберәк һөйләргә һәм яҙырға кәрәк. Үҙем мәктәптә уҡытҡан осорҙа балалар ҙа ҡул эштәре менән бик теләп шөғөлләнә ине. Кәсепселек – элек-электән килгән байлығыбыҙ ул. Бөгөнгө күргәҙмәлә бына тигән һандыҡты күрҙем. Ағастан эшләнгән әйберҙәр, мәҫәлән, йөҙлөктәр шәп. Хәҙер ауылдарҙағы өйҙәр ҙә уйынсыҡ кеүек матур. Балтас районының Штәнде ауылында ирем яһаған бәләкәй генә саналар бар. Эй, шәп ҡул оҫтаһы ине! Барыһын да үҙе эшләне. Балтаста гармунды ла матур яһайҙар.

Светлана ШӘЙХЕТДИНОВА, Бүздәк районының Ҡаран ауылынан:
– Элек матур кейемдәр һатыуға бик һирәк сыға ине. Бөтә нәмәне үҙем бәйләп кейҙем. Бының өсөн француз телендә донъя күргән журналды яҙҙырып алдыра торғайным. Хәҙер өҫтәл япҡыстары, салфеткалар бәйләйем. Фарфорҙан сәскәләр яһау менән ныҡлап шөғөлләнәм. Бының өсөн кәрәк материалдарҙы Марокконан, Испаниянан алдырам. Ауылдашым Рима Юнысова менән бик теләп килдек. Ул бәйләнгән әйберҙәрен күргәҙмәгә ҡуйҙы.

Сәғит ФӘХРЕТДИНОВ, Учалы районы Сәфәр ауылынан:
– Күргәҙмәгә дилбегә, йүгән, ҡамыт, ыңғырсаҡ, дуға кеүек әйберҙәрҙе килтерҙем. Был шөғөл менән 1990 йылдан алып мауығам. Быйыл ошо эштәрем менән Санкт-Петербургтағы һабантуйға барҙым, былтыр Татарстандың Алабуға ҡалаһында ойошторолған «Төрки халыҡтарҙың күн эштәре» күргәҙмәһендә ҡатнаштым. Ғаиләбеҙ – ҡатыным Айгөл, ҡыҙым Ләйсән, улдарым Мәүлетдин, Салауат — менән бергәләп күн әйберҙәр эшләйбеҙ.

Әхәт НУРУШЕВ, Ҡырмыҫҡалы районының Ҡырмыҫҡалы ауылынан, I группа инвалиды:
– 1993 йылда трактор аҫтына эләккәйнем, өс йыл тора алмай яттым. Бухгалтерлыҡҡа уҡып сыҡһам да, эшкә урынлашып булманы. Өйҙә ҡул әйберҙәрен яһау менән ныҡлап мауыға башланым. 2000 йылдан алып төрлө сувенирҙар эшләйем. Йомортҡа ҡабыҡтарынан төрлө һындар яһайым. Мин эшләгән бал ҡорттарын «Ағиҙел» предприятиеһы күмәртәләп етештереп, һатыуға сығарһа ине тип хыялланам. Бындай күргәҙмә күңел төшөнкөлөгөнә бирелгән саҡта ҙур этәргес кеүек. Әйберҙәрем кемгәлер оҡшай, ҡыҙыҡһыныу уята икән, тимәк, мин дә бушҡа тырышмаған булып сығам.

Айһылыу НИЗАМОВА яҙып алды.

Резеда ҠУЖАБӘКОВА, Хәйбулла районы, “Иң яҡшы ҡул эше” номинацияһында еңеүсе:
– Бәйгелә ҙур теләк менән ҡатнаштым, әммә ул бындай юғары кимәлдә үтер тип уйламағайным. Республиканың төрлө тарафынан килгән оҫталар менән бер рәттән был күргәҙмә-йәрминкәлә ҡатнашыу, үҙем теккән әйберҙәрҙе ҙур тамашасы алдында тәҡдим итеү – минең өсөн ҙур ғорурлыҡ, мәртәбә. Конкурсты гәзит биттәренән күҙәтеп барҙым, шуға күрә һәр ҡатнашыусыны алдан белә инем. Бында килгәс, улар менән яҡынданыраҡ таныштым. Ошондай бәйгеләр ауылда йәшәгән, ниндәй ҙә булһа һөнәргә эйә булған кешеләр өсөн артабан үҫешергә көс бирә. Уларҙа үҙҙәре генә түгел, башҡалар өсөн дә кәрәкле әйберҙәр эшләү, кәсепселек менән шөғөлләнеү, етештереү күләмдәрен арттырыу теләге барлыҡҡа килә. Сарала ҡатнашыу миңә лә артабанғы эшмәкәрлегемдә ярҙам итер тип уйлайым. Бөтә бәйгеселәр исеменән ойоштороусыларға рәхмәт белдерәм.

Фәрзәнә ХӘБИБУЛЛИНА, Өфө ҡалаһы, тамашасы:
– Был сара хаҡында радио аша ишетеп, мотлаҡ килергә булдым. Ҡулдан эшләнгән әйберҙәр менән һәр ваҡыт ҡыҙыҡһынам, улар бала саҡты, ауылды хәтерләтә. Өләсәйем ҡул эштәренә оҫта була торғайны, уға ҡарап өйрәндем. Күҙ нурҙары түгеп, йән йылыһы һалып эшләнгән әйберҙәр йөрәккә яҡын, шуға күрә бындай күргәҙмәләргә йыш йөрөргә тырышам. Бөгөнгө йәрминкәлә төрлө биҙәүестәр, ҡорама әйберҙәр һатып алырға мөмкин. Сара бик матур ойошторолған, халыҡ өсөн ул файҙалы һәм ҡыҙыҡлы. Оло йәштә булыуыма ҡарамаҫтан, ҡорама тегеү курсына йөрөйөм, шуға бындай сараларҙан илһамланып ҡайтам, башта яңы идеялар тыуа. Минеңсә, һәр ҡатын-ҡыҙ ҡул эштәре менән шөғөлләнергә тейеш: гүзәл заттың күңеле нескәрә, өйҙә ниндәйҙер нур, ҡот барлыҡҡа килә, балаларға тәрбиә йәһәтенән дә был бик яҡшы тәьҫир итә.

Иштуған ҒӘҮНЕТДИНОВ, Мәсетле районы, быйма баҫыу оҫтаһы:
– Быймаларҙы теҙеп ҡуйырға тотондом – һатып алыусылар ябырылып килә лә башланы. Йәрминкәгә балалар, йәштәр, өлкәндәр өсөн 600 – 1300 һумлыҡ быймалар алып килдем. Бындай сараларҙан ҡалғаным юҡ. Үткән аҙнала ғына Балаҡатай районында “Быйма көнө” бәйгеһендә ҡатнашып, өсөнсө урынға лайыҡ булғайным. Ауылда эш юҡ тип һылтанып ятырға ярамай, тырышҡан кеше сараһын таба ул. Йәштәргә эш башлағанда Хөкүмәт тә ярҙам итә. Беҙгә лә заманында Хөкүмәт тарафынан 100 мең һум күләмендә ярҙам күрһәтелде. “Һөнәрмән” конкурсы эшсе һөнәренең абруйын арттырырға булышлыҡ итә. Әлеге сарала беҙҙең продукция хаҡында күп кеше белде, шуға күрә һатып алыусылар, заказ биреүселәр ҙә ишәйер тип өмөтләнәм.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә

  1. аүхәҙи
    аүхәҙи от 18.12.2013, 17:20
    шәп сара булды!






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840