Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Матбуғат — рухиәт шишмәһе
Ҡәҙерле уҡыусыларыбыҙ!
“Башҡортостан” гәзитенең тоғро дуҫтарын һәм быйылдан уны алдыра башлаусыларҙы Яңы йыл менән ысын күңелдән ҡотлап, барса ғаиләләргә ныҡлы сәләмәтлек, бәхет, күңел тыныслығы һәм рух ныҡлығы теләйем.
Быйыл 95 йыллыҡ юбилейын билдәләйәсәк “Башҡортостан” гәзите, республикабыҙҙың иң олпат ижтимағи-сәйәси баҫмаларының береһе булараҡ, йәмғиәттә әүәлдән ҙур урын тота, ул бөгөн дә үҙ алдына ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй, тип ышаныс менән әйтергә мөмкин. Матбуғат һүҙе элек-электән халыҡты яҡшылыҡҡа, яҡтылыҡҡа һәм тырышлыҡҡа әйҙәне, бәхет асылының нәҡ намыҫлы хеҙмәттә булыуын тәҡрарланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, СССР тигән оло илебеҙ юҡҡа сығып, матди һәм рухи байлыҡтарыбыҙ тәләфләнеп бөтөү арҡаһында, Рәсәй һаман үҙ ҡиблаһын таба алмай интеккән бер мәлдә, халыҡтың күп өлөшө эш урынынан ҡолаҡ ҡағып, фәҡирлеккә дусар булды.
Һуңғы йылдарҙа халыҡтың көнитмешен яҡшыртыу маҡсатында илдә төрлө реформалар ғәмәлгә ашырыла, тик күптәре башлана ла ташлана. Баҙар иҡтисады предприятиеларҙы, хужалыҡтарҙы ғына түгел, ябай кешеләрҙе лә һаман сыҙамлыҡҡа һынай. Әммә түҙемлектең дә сиге бар. Рәсәйҙең төрлө тарафтарында халыҡ власҡа үҙ фекерен майҙандарҙа әйтә башланы. Дәүләт Думаһына һайлау һөҙөмтәләре менән риза булмаусылар ҙа бит асылда илдә, ниһайәт, һәйбәт тормош башланыуын теләп сығыш яһаған кеүек булды.
Быйыл март айында уҙасаҡ ил президентын һайлау кампанияһы күп милләтле Рәсәй халҡын бер ҡорға туплаусы көскә әүерелгән осраҡта ғына, Европа һәм Америка алдында үҙебеҙҙе ысын мәғәнәһендә берҙәм ил, тотороҡло дәүләт итеп күрһәтә аласаҡбыҙ. Ил киләсәге һайлауҙар осоронда ғына кеше хәстәре менән “янып-көйөүселәр” ҡулында түгел ул, ә — халыҡ ҡулында.
Шуныһы һөйөнөслө: Башҡортостаныбыҙ, һәр төрлө иҡтисади ҡыйынлыҡтарға бирешмәй, Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың “Кешеләр өсөн эшләргә” тигән аныҡ һүҙен төп тоҫмал итеп алып, тотороҡло аҙымдар менән алға барыуын дауам итә. Ябай кешенең мәнфәғәте юғары властың иғтибар үҙәгендә булыуы халыҡтың яҡты киләсәккә ышанысын бермә-бер арттырҙы.
Бына сираттағы йылға аяҡ баҫтыҡ. Иң мөһиме — “Башҡортостан”ға үҙ аҡсаһына яҙылыусылар, уға өмөт бағлаусылар сафы быйыл шаҡтай ишәйҙе. Был — бик һөйөнөслө күренеш, тимәк, матбуғат һүҙенә ышаныс бөтмәгән, рухиәтебеҙ бөтөнләй үк ярлыланмаған. Гәзитебеҙгә яҙылыуҙы дәррәү ойошторған, уҙған йылғы күрһәткестәрҙе бер нисә тапҡырға арттырған Өфө, Сибай ҡалалары, Ишембай, Баймаҡ, Бөрйән, Әлшәй, Салауат, Илеш, Хәйбулла, Ғафури, Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы һәм башҡа райондарҙың етәкселәренә, почта хеҙмәткәрҙәренә һәм гәзиткә үҙҙәре ихлас яҙылған рухташтарыбыҙға оло рәхмәт һүҙебеҙҙе еткерәбеҙ.
Донъяла, Рәсәйҙә һәм реcпубликабыҙҙа барған ҡатмарлы ижтимағи-сәйәси күренештәрҙең айышына төшөнөргә, мәҙәни-рухи йәһәттән күңелде байытырға ярҙам иткән “Башҡортостан” гәзите киләсәктә лә һеҙҙең мәнфәғәтте күҙәтеүсе баҫма булып ҡаласаҡ. Элекке матур традицияларҙы дауам итеп, ул артабан да үҙ уҡыусыларының ныҡлы таянысы, яҡын дуҫы буласаҡ. Мөхәрририәт гәзитте тағы ла уҡымлыраҡ итеү, йөкмәткеһен байытыу өсөн төрлө идея-проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға ниәтләй. Яңы йылда уның биттәрендә һеҙ өр-яңы махсус биттәр һәм рубрикалар менән танышырһығыҙ, үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләргә төплө яуап алырһығыҙ. Гәзиттең төп йүнәлештәренең береһе — публицистиканы үҫтереү, халыҡты хафаға һалған ҡырҡыу мәсьәләләрҙе ҡыйыу яҡтыртыу, гәзит уҡыусыларыбыҙға хоҡуҡи ярҙам күрһәтеү. Әлбиттә, был юҫыҡта тәү сиратта һеҙҙең үҙегеҙҙән дә әүҙемлек, тилберлек талап ителә, сөнки гәзит — һеҙҙең баҫма, унда нигеҙҙә һеҙҙең уй-фекерҙәр, власҡа еткерер тәҡдим-үтенестәр донъя күрергә тейеш. Бары шул саҡта ғына баҫма ысын халыҡ гәзите булып таныласаҡ.
Дуҫтар! Заман ауырлыҡтары алдында баш эймәйенсә, артабан да бер-беребеҙгә терәк, кәрәк булып гөрләтеп йәшәргә насип итһен! “Башҡортостан” иһә, республикабыҙҙың йөҙөн билдәләгән баҫма булараҡ, үҙ еренә, халҡына, туған теленә битараф булмағандарҙың өйөнә йәм-ҡот өҫтәп, киләсәктә лә ил һүҙен илгә еткереү ғәмәленә тоғро ҡаласаҡ.
Нияз СӘЛИМОВ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 173

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 892

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840