Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайны-ҡәйнә хаҡы
Ҡайны-ҡәйнә хаҡыБашҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:

— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Әл-хәмдү лил-ләһ, Аллаһ Тәғәлә тарафынан яратылған атабыҙ Әҙәм менән инәбеҙ Һауа башлаған юл — һөйөү нигеҙендә балалар үҫтереү — тормошобоҙҙоң төп мәғәнәһенә әүерелгән. “Никах, ғаилә ҡороу — сөннәтем, унан ситкә киткәндәр минең өммәттән булмаҫ”, — тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә.
Өйләнешеү һәр кемгә өҫтәмә бурыстар өҫтәй. Шул уҡ ваҡытта яңы туғандар барлыҡҡа килә: ҡайны-ҡәйнә, ҡоҙа-ҡоҙаса, ҡайнбикә, ҡайнаға, балдыҙ, ҡәйнеш һәм башҡалар.
Яңы ҡауышҡан йәштәргә һәр яҡлап иғтибарлы булыу мөһим, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Улар икеһе ике төрлө ғаиләлә тәрбиә алған, тимәк, донъяға ҡараштары бер ни тиклем айырылыуы ғәжәп түгел. Шул уҡ ваҡытта ата-әсәле үҫкәндәр, әл-хәмдү лил-ләһ, тулы күңеллелеге, нурлы йөҙө, үҙаллы тормошҡа әҙерлеге менән һоҡландырыр. Бындай ҡаҙаныш, әлбиттә, юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй, өлкәндәрҙең ир-атҡа һәм гүзәл затҡа ярашлы тәрбиә алымдарын дөрөҫ ҡулланыуынан ярала. Халҡыбыҙ “Атаһыҙ — ул, инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә” тип бушҡа ғына әйтмәгән.
Ике ғаилә ағзалары берләшкәс, ҡайнылар, ҡәйнәләр барлыҡҡа килә, тинек. Ҡайһы бер ерҙәрҙә улар “ҡайнана”, “ҡайната” тип тә йөрөтөлә. Был һүҙҙәрҙең тамырында “ана”, “ата” төшөнсәләре ята. Тимәк, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һайлаған йәребеҙҙе тыуҙырған, тәрбиәләгән кешеләрҙе атайыбыҙ менән әсәйебеҙ кеүек ҡабул итергә бурыслыбыҙ. Был — Исламдың бөйөк тәрбиәһе. “Аллаһ Тәғәлә иң тәүҙә үҙенә ғибәҙәт ҡылырға, унан ата-әсәгә изгелек итергә саҡыра”, — тиелгән изге “Ҡөрьән”дә. Тимәк, ҡайны-ҡәйнә лә шундай уҡ яҡшылыҡ күреүгә лайыҡ. Әммә үҙ сиратында улар ҙа килененә йә кейәүенә үҙ балаһылай ҡарарға тейеш.
Ғөмүмән, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, Исламда туғанлыҡ төшөнсәһе юғары урынға ҡуйылған. Изге “Ҡөрьән”дә яҡындарың менән күркәм мөнәсәбәт, нәҫелдең таралыуы Аллаһ Тәғәләнең барлығына дәлил тип ҡабул ителә. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Туғанлыҡты өҙмәү, уны һәр саҡ ялғап тороу ғүмергә бәрәкәт бирә” тигән һүҙҙәрендә лә Ислам диненең ҙур тәрбиәүи әһәмиәте ята. Был йәһәттән халҡыбыҙҙың “Туғандарың — ҡулың менән аяғың”, “Туғандан биҙмә — нәҫелең ҡорор”, “Ике туған араһына ят кермәҫ”, “Туған туғанһыҙ көн күрмәй”, “Улым, һиңә әйтәм — киленем, һин тыңла” кеүек мәҡәлдәренең, шәжәрә байрамдарының рухи көсө баһалап бөткөһөҙ.
“Ата-әсәнең доғаһы бер ваҡытта ла кире ҡайтарылмай, ә ҡабул ҡылына”, — тиелә “Ҡөрьән”дә. Хоҙай Тәғәлә иң ҡәҙерле кешеләребеҙгә бағышлаған ихтирам-хөрмәтте ҡайны-ҡәйнәбеҙгә лә күрһәтергә һәм уларҙан да хәйер-фатиха алып йәшәргә, башҡа туғандарыбыҙ менән дә күркәм мөнәсәбәттә ғүмер итергә насип итһен ине. Ошоноң бәрәкәтендә, иншаллаһ, Хоҙай Тәғәлә беҙгә рәхмәтен дауамлы ҡылыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518