Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡараеректең аҡ биҙәктәре
Ҡараеректең аҡ биҙәктәреҒәжәп күркәм, төҙөк ауылға килеп индек. Йәй йәмен тәбиғәт ҡырыҫлығы һыпырып алһа ла, ҡыштың сафлығы, күбәләктәй осҡан аҡ ҡар бөртөктәре танһыҡ икән. Бүздәк районының Түреш ауыл Советына ҡараған Ҡараерек ауылынан Татарстанға ҡул һонорҙай ғына ара. Ике республика сигендә ятҡан ауылдың ике төбәккә лә өлгө булырҙай, фәһемле эш тәжрибәһе, илһөйәр, йүнсел кешеләре күплегенә сәфәр барышында инандыҡ, һоҡландыҡ, таң ҡалдыҡ...

“Ни эшләйек, йәмәғәт?”

Ҡараерек ауылының быйылғы “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүселәр рәтендә булыуы хаҡында барыбыҙ ҙа хәбәрҙар инде. Бәйгенең шарттары ҡәтғи, ә үткәреү ваҡыты ни бары ярты йыл самаһы ғына. Бер нисә ай эсендә иҫеректәрҙе айнытып, эскеселәрҙе хәмер йотоуҙан ваз кистереп буламы икән? Әйҙәгеҙ, Түреш ауылы хакимиәте башлығы Рима Мусинаны тыңлап ҡарайыҡ:
— Үҙебеҙ ҙә бер ни тиклем баҙап ҡалдыҡ. Ошондай мәртәбәле, яуаплы бәйгелә ҡатнашырға йөрьәт итеү өсөн ҡуш йөрәкле булыу кәрәк тә баһа. Графит Ғаязович ҡына (район хакимиәте башлығы урынбаҫары) ҡая таштай ныҡ, сабыр: “Ҡушылып ҡарайыҡ әле, һис тә зыян булмаҫ. Халыҡ ни тиер — кәңәшләшәйек”, — тине. Сход йыйҙыҡ. Көн үҙәгендә бер генә мәсьәлә: “Ни эшләйек, йәмәғәт? Эсәйекме, юҡмы? Насар ғәҙәттән арыныу ҡулыбыҙҙан килерме?” Халыҡҡа шул саҡырыу ғына ла етте, әллә намыҫына ныҡ ҡағылдыҡ — һәммәһе дәррәү күтәрелеп сыҡты. Аҙаҡ ауыл Советы депутаттары менән йыйылып, эш планы төҙөнөк.
Ҡараеректең аҡ биҙәктәреБеҙҙең Түреш хакимиәтенә эреле-ваҡлы ете ауыл ҡарай. Һәр мәктәп, клуб хеҙмәткәре, фельдшер, етәксегә аныҡ бурыс йөкмәтелде. Шуныһы ҡыуандыра: беҙҙә наркотик тигән “аҡ үлем”дең әҫәре лә юҡ. Бәлиғ булмағандар араһында тәртип боҙоуҙар күҙәтелмәй. Әммә бер мискә балды бер ҡалаҡ дегет бысратҡан кеүек, халыҡ араһында алаһы ла, ҡолаһы ла бар тигәндәй. Йәйге кистәрҙә ата-әсәләрҙе лә ылыҡтырып, уҡытыусылар рейдҡа сыҡты, беҙҙә “комендант сәғәте” теүәл үтәлә. Эшҡыуарҙар менән уртаҡ тел табып, кискеһен магазиндарҙа иҫерткес эсемлек һатыуҙы тыя алдыҡ, ә йәйгеһен араҡы бөтөнләй һатылманы. Халыҡ “ҡытлыҡ”ты тойманы ла шикелле, әллә күнде... “Төшөрөргә” әүәҫ бер ҡатын менән ихлас һөйләшеү, тәртибен, балаһының нисек йәшәүен даими күҙаллау эҙһеҙ үтмәне, үҙе дауаланырға ризалығын бирҙе.
Көмөшкә ҡыуыусылар менән көрәштең ни тиклем ауыр булыуын ауыл хакимиәттәре етәкселәре яҡшы аңлайҙыр. 300 һум штрафын түләй ҙә иртәгәһенә йәнә “зәмзәм” һыуын әҙерләй башлай ул. Тәртип боҙоусының “йомшаҡ” яғын самалап, намыҫына тейерлек, күңеленә барып етерлек һүҙҙәрҙе таба белергә кәрәк.
Әммә тыйыу, күҙәтеү әмәлдәре генә уңыш килтермәй, йәшен-ҡартын, әүҙем-моңһоҙон йәнләндерерҙәй, берләштерерҙәй сараларға ылыҡтырыу шарт. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең егәрлелеге, фантазияһы һәм, әлбиттә, халыҡ менән эшләү теләге бик мөһим, “Наурыҙ”, “Кис ултырыу”, “Сәскә байрамдары”, “Йәйге һабантуй” яҡташтарымдың күңеленә хуш килде. “Иң яҡшы ихата”, “Иң яҡшы сәскә үҫтереүсе” бәйгеләре ысын мәғәнәһендә ауыл байрамына әүерелде.
Ҡараеректең аҡ биҙәктәреӘйткәндәй, беҙҙә “иҫерек” ярлығын йәбештерерҙәй бер ауыл да юҡ, сөнки хәмер менән әшнә булыусыларға көн күптән бөттө. Уларға эш тә, көш тә юҡ. “Разгуляй” компанияһының “Башкирагроинвест” бүлексәһе етәксеһе Айрат Садиҡовтың “төшөрөргә” яратыусыларҙы йәмғиәткә яҡын да ебәрмәүен барыһы ла белә. Бындағы 26 механизатор һәм эшсегә талаптар ҡаты ҡуйылған. Егеттәрҙең айыҡ тормош алып барыуынан барыбыҙ ҙа ҡәнәғәтбеҙ. Эскән килеш 3-4 миллион һумлыҡ техникаға идара итеп ҡара!
Бер нисә ай эсендә бар ауылдарҙы айнытып бөтөп булмаһа ла, бәйгелә ҡатнашыуҙың файҙаһы ҙур булды. Кемдер тартыла төштө, кемдер бөтөнләй ташланы, сәләмәт тормошҡа ылығыу көсәйҙе.

“Яулыҡ бәйләргә лә ваҡыт юҡ”

— Кем әйтә ул ауылда эш юҡ тип? Ҡара таңдан аяҡ өҫтөндәбеҙ, ә мәшәҡәттең осо-ҡырыйы күренмәй. Хатта матур күлдәк кейеп, яулыҡ бәйләргә лә ваҡыт юҡ әле, — тип шаярта егеттәрсә кейенеп алған ҡаҡса кәүҙәле, йор һүҙле Света. Шулай ҙа фотохәбәрсебеҙ Айрат уны, ай-вайына ҡарамай, һүрәткә төшөрөр алдынан яулыҡ бәйләргә күндерә алды.
Иҫ киткес егәрле ғаилә фермаһы хужалары менән осраштыҡ. Аҙбарҙа беҙҙе күреү менән мөңрәргә тотонған 26 һыйыр, алты башмаҡтың “хоры” хужабикәнең “молчать!” тигән бойороғонан һуң ғына бер аҙ баҫыла төштө. Йорт хужаһы Дим малға бесән һалғандан һуң хужалығы менән таныштырҙы.
— Июнь башынан көҙгә тиклем бесән әҙерләйбеҙ, малға тип сөгөлдөр сәсәбеҙ, бәрәңге ултыртабыҙ. Ике атыбыҙ бар, улар ҙа тәрбиә ярата. Ғаилә һөтсөлөк фермаларын үҫтереү программаһына инә алһаҡ, үҙебеҙҙең “Беларусь” булыр, эш күпкә еңеләйер ине, — ти Дим.
— Их, тракторға үҙем ултырыр инем, — тип хыялға бирелә Света, — минең бит техника йөрөтөүгә таныҡлығым бар, матайҙа ла “елдерәм”.
— Беҙҙең Түреш ҡыҙҙарының сослоғона хайран ҡалырһың, — ти Рима Рәйес ҡыҙы. — Әле ауыл Советы буйынса 28 ҡатын-ҡыҙ машина йөрөтә.
— Ә һеҙҙең водителлек стажы күпме һуң?
— 17 йыл...
Ҡараеректең аҡ биҙәктәреХафизовтар менән әңгәмә барышында хәҙер ит һатып ҡына аҡса эшләүҙең отошло булмауын аңланыҡ. Күп табыш һөт һатыуҙан килә, ти хужалар. Айына 20 мең һум аҡса бик тә ярап ҡала. “Йомортҡа һатып та аҡса эшләйем мин, — ти Света. — Илле тауығым бар, йомортҡа көндән-көн алтынға әүерелә барғанда, бик яҡшы кәсеп ул”.
Хафизовтар умарта тоторға, виноград, ҡарбуз үҫтерергә лә ваҡыт таба. Светаның тағы ла бер яратҡан шөғөлө — сәскә үҫтереү, раузаның төрҙәре генә 18-гә еткән.
— Айнур улыбыҙ ныҡлы ярҙамсы хәҙер. Автотранспорт техникумына уҡырға киткәс, уның ҡәҙере беленде, — ти хужабикә, — ең һыҙғанып иҙәнен дә йыуҙы, мал-тыуар ҡарашты. 18 йәштә генә булһа ла, бөтә эш рәтен белә.
Яйлап һүҙҙе “Айыҡ ауыл” конкурсына, эскелеккә ҡаршы көрәш мәсьәләләренә борабыҙ. Алсаҡ, эскерһеҙ Дим һүҙҙе уратып-суратып тормайынса тураһын ярҙы ла һалды: “Бәйге — яҡшы нәмә, әммә ул үтер ҙә китер. Эш менән мәшғүл булһын һәр кем. Күрәһегеҙ, беҙҙең “төшөрөргә” ваҡыт та, форсат та юҡ. Һәүкәшкәйҙәр беҙгә юлдан яҙырға ирек бирмәҫ, тиҙ айнытырҙар!”
— Араҡы бик ҡиммәт бит хәҙер, йомортҡа һатҡан аҡсамды хәрәм аҙыҡҡа алмаштыра буламмы! — тип өҫтәне уйынлы-ысынлы шаян хужабикә лә.
Танылған халыҡ шағирының аманат булырлыҡ ошо мәртәбәле һүҙҙәре иҫкә төшә: “...милләтте һаҡлар, уны раҫлар һәм күтәрер тағы бер нәмә бар. Ул — хеҙмәт. Аҡыл һәм ҡул хеҙмәте. Эштән биҙгән халыҡ, хеҙмәттә маһирлығын, ихласлығын, ижади ярһыуын юғалтҡан милләт меҫкенгә ҡаласаҡ”. Ҡараеректәр өсөн борсолаһы юҡ: уларҙағы сәм, йәшәүгә дәрт, бал ҡортондай егәрлелек күптәребеҙ өсөн өлгө була алыр ине.

Биҙәр өсөн тыуҙыҡ был ерҙе

— Бер осор халыҡ төшөнкөлөккә бирелеп, нимәгә тотонорға, нисек йәшәргә белмәй албырғап ҡалғандай булғайны. Хәҙер тормош ҡырҡа үҙгәрҙе. Бөгөн өс балаһын да юғары уҡыу йортонда уҡытҡан ғаиләләр бар. Быйыл 200 баланың 144-е вузға, 46-һы урта махсус уҡыу йорттарына инеп, барыбыҙҙы һөйөндөрҙө, — тип уңыштары менән уртаҡлашты район хакимиәтенең мәғариф бүлеге мөдире Венера Ғиләжева. — Эсмәгән кешегә яҡшы йәшәү өсөн бөтә шарттар бар, маҡсат ҡына кәрәк. Үҙ эшеңде асыу өсөн аҡсаһын бирәләр, төрлө программалар эшләй, йәштәргә өй һалыу өсөн субсидия алырға мөмкин. Ауыл хужалығындағы күтәрелеш халыҡтың кәйефенә ҙур йоғонто яһаны. Былтыр һигеҙ, быйыл ун өс йәш белгес ҡайтып, район тормошона өр-яңы һулыш өҫтәне.
— Түреш халҡының дүрт күҙ менән көткән хыялын — һыу үткәргес төҙөүҙе бойомға ашырыу өсөн ҙур көс һалынды, — ти Рима Рәйес ҡыҙы. — Төҙөлөш бик ҡиммәткә — 43 миллион һумға — төшһә лә, кешеләрҙең көнкүреш шарттарын еңеләйтеү, йәшәү сифатын яҡшыртыу буйынса ҙур аҙымдың яһалыуына һөйөнөп бөтә алмайбыҙ. Һәр квартал һайын ауылдарҙы төҙөкләндереүгә бүленгән 100 мең һум аҡсаны ҡайҙа ҡуйырға белмәй баш ватмайбыҙ, барыһы ла уйланылып, план буйынса башҡарыла. Төнгө ауылдар ҡараңғыға суммаһын, зыярат тәртиптә булһын, юлдар ваҡытында ремонтланһын — ауыл хакимиәтенең эше һәр миҙгелдә етерлек. Ҡараеректәр яҡшы юл һалыныуын көтә. Вәғәҙә биргәс, мотлаҡ үтәргә кәрәк. Яҙ етеп, ҡара ергә баҫыу менән эште башлаясаҡбыҙ.
Түреш ауылы хакимиәте биләмәһендә рәсмиләштерелмәгән бер гектар ер ҙә ҡалмаған. 750 пайсы өсөн “Разгуляй” компанияһы һалым түләй, быйыл һәр кемгә бишәр центнерҙан арпа өләшкән. Ауыл хакимиәтенең саф табышы ғына 1 миллион 200 мең һум тәшкил итә.
Ҡараеректең аҡ биҙәктәреҠараерек халҡы Түрешкә килен булып төшкән медицина хеҙмәткәрҙәренән уңды. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында эшләүсе шәфҡәт туташтары Елена Сафиуллина менән Эльвира Магиноваларға уларҙың рәхмәте ҙур.
Егәрле, тынғыһыҙ аҡ халатлылар — үҙҙәре өс бала әсәһе. 800-ҙән ашыу кешенең сәләмәтлеге уларҙың яуаплылығында. “Быйыл 300-гә яҡынына кешегә диспансерлаштырыу үткәрҙек. Алдан төҙөлгән график буйынса район дауаханаһында тикшеренеүҙе, кешеләрҙе машина менән йөрөтөүҙе ойошторҙоҡ. Мәктәптәргә сығып, уҡыусыларҙың сәләмәтлеген күҙәтәбеҙ, прививкалар яһайбыҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, сабыйҙар ҙа, өлкәндәр ҙә иғтибарҙан ситтән ҡалмай”, — ти шәфҡәт туташтары.
Рима Мусина әйтеүенсә, халыҡтың әүҙемлегенә, тәртибенә, тыуған яғын ҡәҙерләй белеүенә күп нәмә бәйле бөгөн. Ә ундай илһөйәрҙәр, Ҡараеректең үҙ йөҙөн булдырыу, тирә-яҡ мөхиттең йәмен ебәрмәү, киреһенсә, уны йәшәү өсөн иң уңайлы, иң матур урындарҙың береһенә әйләндереү өсөн янып-көйгән кешеләр байтаҡ.
— Бөгөн эштән китһәм, мине алмаштырырлыҡ туғыҙ депутат бар, — тип һөйөнә Рима Рәйес ҡыҙы. — Барыһы ла эшкә һәләтле, тынғыһыҙ, халыҡ ихтирамын яулаған шәхестәр. Мәҫәлән, эшҡыуар Өлфәт Фәттәхов үҙе йәшәгән урамға юл һалышып ҡына ҡалманы, уның төҙөклөгөн һаҡлауҙы ла үҙ өҫтөнә алды. Ямғыр яуғанда унан ауыр техника менән үтә алмаясаҡһығыҙ, депутат уяу... Ҡараеректә Ҡашбулғаяновтар ғаиләһен һәр яҡтан да өлгө итеп ҡуйыр инем.
Ҡараеректең аҡ биҙәктәреРаил Мәғариф улы бығаса ҡул теймәгән ҙур эшкә тотонорға баҙнат итте — йөҙ йыллыҡ ағастар ҡаплаған зыяратты тәртипкә килтерергә ауылдаштарҙы йыйҙы. Ҡарт ағастарҙы трактор менән тарттырып ситкә ташынылар, зыяратты тимер селтәр менән уратып алдылар, күмәк көс менән бәләкәй генә өй һалып та ҡуйҙылар. Ҡатыны Йәғдә лә (беҙ уны яратып “Ягодка” тип кенә йөрөтәбеҙ), улы Фаил дә ауылды сүп-сарҙан таҙартыуҙа, өмәләр ойоштороуҙа алдан йөрөнө. Тәүҙәрәк халыҡ әллә ни ҡыбырлап бармаһа ла, ауылдаштарының эшкә ныҡлап тотоноуын күреп, намыҫланып, бер-бер артлы өмәгә килеп ҡушылды. Беҙҙең халыҡ ихлас бит ул, эште ойоштора ғына белергә кәрәк.
— Быйыл еләк-емеш емерелеп уңды. Виноград та, картуф та, — ти йорт хужаһы Раил Ҡашбулғаянов. — 25 умартанан байтаҡ ҡына бал алып һаттыҡ. Бер гектар бесәнлекте беҙгә бушҡа бирәләр, быйыл унда үлән сәстек. Бер һүҙ менән әйткәндә, эшләйем тигән кешегә беҙҙә бөтә шарттар ҙа бар. Баш айыҡ булһа, фекер ҙә айыҡ. Элек өмә булһа, күҙ алдына иң тәүҙә эскелек килеп баҫа ине, сөнки өмәселәрҙе ләх булғансы һыйлау ҙа, һорап эсеү ҙә ғәйепкә һаналманы. Хәҙер был “йола”ның эҙе лә ҡалманы.
Өй күтәргәндә беҙ ҙә өмә яһаныҡ, “минералка”нан башҡа эсемлекте иҫкә төшөрөүсе лә булманы. Барыһы ла ҡәнәғәт: ғаиләһенә аҡса алып ҡайтҡан ир ҙә, хәләл ефетенең һин дә мин айныҡ килеп инеүен күргән ҡатын да.
Ҡараеректең аҡ биҙәктәреҠараеректең тупрағы шулай уңдырышлымы, әллә инде сәбәп алтын ҡуллы, егәрле ер кешеләренең уңғанлығындамы? Ҡайһы йортҡа инһәң дә, һәр хужаның баҡсаһында виноград, груша, алмағас үҫә, “ҡарбуз, ҡауын быйыл да тәгәрәп уңды”, ти улар. Ә бына Зифа Фәтхуллинаның шөғөлө — баҡса тултырып сәскә үҫтереү. Быйыл август айында үткәрелгән сәскә байрамында юҡҡа ғына уға беренсе урынды бирмәгәндәрҙер. Ғүмере буйы һауынсы булып эшләгән хужабикәнең ҡул эшенә лә ваҡыт табыуын күреп һоҡландыҡ. Тормош иптәше, заманында ферма мөдире вазифаһын йөкмәгән Ғүмәр Фәтхуллин әле лә йәмәғәт эштәренең уртаһында. “Йәштәрҙән ҡалышмаҫҡа ине иҫәп, — тип шаярта хужалар. — Беҙҙә әбей-һәбей ҙә донъя көтөргә бик әүәҫ, күрше-күләненән күреп, ҡоймаларын буяй һала, ихатаһын бөхтә итеп тота, баҡса үҫтерә.
Ҡараеректең заманса, матур, ыҡсым клубында ла, бәләкәй генә булһа ла, бөтә кәрәкле көнкүреш тауарҙары теҙелгән магазинда ла ҡот-йәм уйнай. “Шәмбе, йәкшәмбе көндәрендә араҡы һатмайбыҙ, — тип ҡаршыланы беҙҙе һатыусы Гөлсирә Бакирова. — “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеүҙең оло яуаплылыҡ йөкмәткәнен аңлайбыҙ, артабан да дәрәжәне төшөрмәҫкә, һынатмаҫҡа ине иҫәп...”
Ҡараеректең аҡ биҙәктәреҺәр хәлдә кәштәләрҙә ялтырашып ултырған тар һәм һай шешәләргә батыусылар Ҡараеректә көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә табылмаҫ төҫлө, сөнки бындай ҙа тәүәккәл, йөрәккә ҡуҙ өҫтәүсе, намыҫлы эшһөйәрҙәр төйәгендә афәткә юл ҡуймаҫтар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 087

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 981

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 888

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 643

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 429

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 506

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 328

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 516