Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Серле ташРедакциябыҙға килгән көләс йөҙлө ағайҙы сырамытҡандай итәм, ҡайҙалыр күргәйнем дә шикелле, исеме лә тел осонда ғына торған кеүек, ләкин һис кенә лә иҫләй алмайым. Үҙенән һорарға уңайһыҙландым. Уның ҡарауы, ҡунағыбыҙ бигерәк телсәр булып сыҡты, шунда уҡ үҙе менән таныштырыуҙы урынлы тапты, бынан тыш төпсөр ҙә. Хәл-әхүәлде белеште, йәшәйешебеҙ менән ҡыҙыҡһынды.
– Мөғжизәләр иле Күгәрсендән һеҙгә ҡайнар сәләм алып килдем, – тине ул. – Ҡуян йылы шул тиклем уңышлы булды, шөкөр. Айырыуса игендең уңыуына һәм күплегенә ҡыуанам. Ә инде Аждаһа йылына бигерәк тә ҙур өмөт бағлайым. Борон ярты телем әпәйгә зар-интизар булған саҡтарҙы оноторлоҡ түгел. Өлкәнәйгән һайын артҡа күберәк әйләнеп ҡараусанмын, үткәндәрем тураһында йыш хәтирәләргә биреләм. Элек нисек ине лә бөгөн ҡайһылай?!
Миңнулла ағай беҙгә буш ҡул менән килмәгән. Ул пинжәгенең уң яҡ кеҫәһенән уйынсыҡҡа оҡшаш ялтырап торған дүрткел ҡумта килтереп сығарғас, бүлмәбеҙ яҡтырып киткәндәй булды. Ундай ғынаны күргәс, тәүҙә әллә ни иҫ китмәне. Баҡтиһәң, ул серле һандыҡ булып сыҡты, тыштан ғына ҡәҙимге күренгән икән.
...Бынан бик күп йылдар элек уның менән бик сәйер хәл булған. 1-се Төпсән ауылында (халыҡ Төпсән генә, ти. – Авт.) йәшәүсе бер туған апаһын күрергә Шәмиғол хәлфә килә. Ҡунаҡты оҙатып йөрөүгә Миңнулланы ҡушҡас, ул тәүге тапҡыр атҡа атланғандай шатлана. Төп эштәрҙе тамамлағас, диндар тирә-яҡҡа киң билдәле Әүлиә тауына күтәрелеү теләген еткерә. Унда хәлфә әруахтар рухына аят уҡығандан һуң был икәү һибелеп кенә ағып ятҡан Оло Эйек йылғаһының кисеүен сыға ла бит-ҡулды сайыу өсөн йәшел сиҙәмгә ҡунаҡлай. Тәбиғәткә ни булған? Шул саҡ көтмәгәндә көслө дауыл сыға, улай ғына ла Серле таштүгел, аждаһа күтәрелә. Ажғырып торған ҡойондан йылғаның һыуы өйөрөлөп күккә ауалай, ул һыуҙы һоҫоп, ерҙәге япраҡ-сыбыҡты күтәреп алып, ҡиблаға оса. Кем әйтмешләй, барыһы ла күҙ асып йомғансы була. Шул саҡ егет үҙенең артында “тыҡ” иткән ниндәйҙер тауыш ишетә, уйлауынса, уларҙан өҫтәрәк һыу инеүсе бала-саға шаяртып, уларға таш ырғытҡан йәки ботаҡ һелтәгән. Ҡырсындағы мөгөҙгә оҡшаған ҡара төҫтәге ташты ҡулына алыу менән үҫмер үҙендә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ йылылыҡ һиҙә, бөтә тәне буйлап нимәнеңдер йүгереп үтеүен тоя.
“Күлдә бер аждаһа бар икән, етегә уралып ята, ти, тигән әкиәт иҫкә төштө ҡапыл, – тип дауам итте һүҙен әңгәмәсем. – Олатай миңә сәйер табылдыҡты үҙем менән бергә алырға ҡушты. Шуны иҫеңдә тот, улым: ул һиңә Хоҙай Тәғәлә тарафынан ебәрелгән бәхет ташы. Һәр әҙәм балаһының да яман күҙҙәрҙән һаҡлап йөрөтөүсе фәрештәһе була, тиҙәр”.
Үҙем дә ошо яҡтар менән яҡшы таныш булғас, халыҡтың уны мөғжизәгә тиңләүен беләм, ишеткәнем дә бар. Миңнулла ағай ҙа быны дәлилләне. Ауылдан йыраҡ түгел бәләкәй генә ҡәберлек бар: бабай менән әбей, уларҙың улы, килене һәм сабыйы, ҡыҫҡаһы, бында изге йәндәр ерләнгән. Унан кеше өҙөлмәй, һуңғы ваҡытта ситтән дә халыҡ күпләп килә башлаған. Бына хәҙер иҫләнем ағайҙы, Төпсәнгә килгәндә унан юл һораштыҡ та баһа!
Миңнулла Ғәлимйән улы тылсым эйәһен ҡулыма тотторғас, аяҡ остарыма тиклем йылылыҡ йүгерҙе. Ғәжәп бит! Үҙе асығауыҙға оҡшаған. Даланлы таш уға ғүмер ағышында күп ярҙам иткән, киләсәктә лә бәрәкәт килтереүенә тамсы ла шикләнмәй. Уңайын тура килтереп, ошо хаҡта белештем.
– Иҫ киткес бай тормош юлы үттем, ҡатыным Зәйтүнә Ғәйнулла ҡыҙы менән ярты быуаттан ашыу бергәбеҙ, биш баланы аяҡҡа баҫтырҙыҡ, бөгөн ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен кисерәбеҙ, – ти ул. – Мәҡсүт ауылында МТС-та инструктор вазифаһын йөкмәттеләр, күңел һалып эшләнем, хеҙмәткәрҙәр менән уртаҡ тел таптым. Стәрлетамаҡ ҡалаһында заводта тир түктем, эшкә тиҙ өйрәндем, бында ла коллектив туғанға әйләнде. Һуңынан инде мәғариф тармағына күстем. Һәр ерҙә лә хөрмәт иттеләр – шуға ҡыуанам.
Ҡунаҡ кеше урманда булған ҡыҙғаныс хәл тураһында бәйән итеп аптыратты. Июль аҙаҡтарында Майюғалған тауында ҡул менән бесән сабып йөрөгәндә уның ҡаршыһына аҡ айыу килеп сыҡмаһынмы! Әммә ул юғалып ҡалмай, ауыл осондағы бабай өйрәтеүенсә, уңға-һулға ҡайырылып, тауҙан уяҙға ҡарай йән-фарман йүгерә. Ә айыу уның артынан саба. “Юлға етәрәк мине йөнтәҫ йомғаҡ уҙып китте, – тип тамамланы һүҙен Миңнулла Әлимғолов. – Бәй, был теге тайыш табан бит. Ул ни, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй тау аҫтына тәгәрәй генә. Ярай, күршеләге сабынлыҡта кешеләр бар ине, шуларҙың машинаһына ултырып ауылға остоҡ”...
Илдар АҠЪЮЛОВ




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 1 313

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 1 008

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 1 203

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 1 308

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 1 114

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 1 345

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 1 083

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 1 408

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 386

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 328

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 358

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 278