Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эшсе һөнәренең баһаһы арта
Эшсе һөнәренең баһаһы артаБыл ваҡиғаға тиҫтә йыл самаһы ваҡыт үтеп киткән инде. Бер танышым мәктәптән һуң уҡырға ҡайҙа барырға тип баш вата ине. Бер һөнәрҙе һайлаһа, аҡсаһы аҙ һымаҡ, икенсеһе буйынса эш таба алмай аҙапланасаҡ... Шулай уйлана торғас, тапты бит был күңеленә ятҡан уҡыу йортон! Унда — хәҙерге Ишембай нефть колледжында — белем алыуына һис тә үкенмәй. Һөнәре буйынса Себер яҡтарына эшкә урынлашты, бер йыл эсендә сит ил машинаһы алды, оҙаҡламай фатирлы ла булды. "Әлдә ябай эшсе һөнәрен һайлағанмын", — ти үҙе лә. Ысынлап та, был колледжда кәрәкле һөнәр бирәләр шул.

Нефть колледжы тигәс, “ҡара алтын” ҡыуыусы торбалар янында баҫып торған йәштәр күҙ алдына килә. Ысынлап шулаймы икән? Ғөмүмән, студенттарға ниндәй фәндәр уҡыталар, улар тәжрибәһен ҡайҙа һәм нисек нығыта? Ошолар хаҡында ҡыҙыҡһынып, колледж директорының уҡыу-уҡытыу-етештереү эштәре буйынса урынбаҫары Ринат ШӘҢГӘРӘЕВкә бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
Эшсе һөнәренең баһаһы арта— Ринат Мөнир улы, мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәр һеҙҙең уҡыу йортона ла ҡағылмай ҡалмағандыр?
— Эшкә төҙәтмәләр индереү, яңырыу кисереү — белем биреү тармағы өсөн төп талаптарҙың береһе. Шуға ҡарамаҫтан, үҙгәрештәр бер ни тиклем мәшәҡәт тә өҫтәй. Колледжға килгәндә, киләһе йылда ике училищены үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алырға тейешбеҙ. Әлбиттә, бының өсөн күп көс сарыф итергә тура киләсәк. Әммә яңы һөнәрҙәр өҫтәлеүе, биналар һанының артыуы колледждың мөмкинлектәрен киңәйтер тип өмөтләнәбеҙ.
— Уҡыу йортонда студенттарға булдырылған шарттарҙы нисек баһалайһығыҙ?
— Уҡытыуға, тәрбиәгә, ялды ойоштороуға бер тигеҙ яуаплы ҡарайбыҙ. Белем биреүгә килгәндә, әйтәйек, күп кенә һөнәри дәрестәрҙе теорияны ныҡлы белгән, заманында нефть-газ сығарыу эшендә көс түккән, тимәк, тәжрибәле белгестәр алып бара. Шуға күрә студенттар уҡыуға ҡыҙыҡһынып йөрөй, тырышып белем ала.
Эшсе һөнәренең баһаһы артаАлыҫ райондарҙан килгәндәргә ятаҡтан урын бирелә. Унда барлыҡ уңайлыҡтар бар. Студенттар буш ваҡытында спорт секцияларында, мәҙәни түңәрәктәрҙә шөғөлләнә.
— Ғәмәли эштәр нисек ойошторола?
— Студенттар практиканы Ишембайҙа һәм республиканың башҡа район, ҡалаһында урынлашҡан ойошма-предприятиеларҙа, заводтарҙа үтә, күптәр тәжрибәһен Себер яҡтарында нығыта. Уҙған уҡыу йылында, мәҫәлән, 314 кеше ғәмәли эшкә йәлеп ителде. Шуларҙың 130-ына (былтыр был һан 110 ине) практика мәлендә ваҡытлыса хеҙмәт урыны булдырылды. Уртаса 35 мең һум эш хаҡы алдылар.
Практика үтеүҙе тәжрибә туплау, аҡса табыу йәһәтенән генә отошло тип уйларға ярамай. Күп йәштәр ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, хеҙмәт юлын ошонда башлай. Уҡып та, эшләп тә йөрөүселәр бар. Былтыр, мәҫәлән, һуңғы курста белем алған 54 студент ошондай бәхеткә эйә булды. Улар өсөн төп талап — уҡыуҙа артта ҡалмау. Бындай алымдың, минеңсә, эшсе һөнәренең баһаһын арттырыуҙа өлөшө ҙур.
— Диплом алған башҡа йәш белгестәр эш менән тәьмин ителәме?
— Колледжда сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу буйынса махсус хеҙмәт бар. Ул уңыштары менән даими һөйөндөрөп тора. Мәҫәлән, 2010/11 уҡыу йылында диплом алғандарҙың яҡынса 20 проценты эшкә урынлаштырылһа, быйыл был күрһәткес 35-кә күтәрелде. Дөйөм алғанда, бер генә белгес тә шөғөлһөҙ ҡалмай.
2012/2013 уҡыу йылында колледжды тамамлағандарҙы тиҫтәгә яҡын ойошма эшкә саҡырҙы. Араларында "Сорғотнефтегаз", "Варьенганнефть", "Самотлорнефтепромхим" һымаҡ сәнәғәт магнаттары ла бар ине. Башҡортостанда ла яҡшы эш урындары булды.
Әйткәндәй, йәш белгестәр эш урыны табып ҡына ҡалмай, теләге булһа, килешеү нигеҙендә юғары уҡыу йорттарының III курсында белем алыуын дауам итә. Диплом алып, хәрби бурысын үтәргә киткәндәр иһә армиянан ҡайтҡас эш урыны менән тәьмин ителә. Ғөмүмән, бер студентыбыҙҙы ла онотмайбыҙ, уларҙың киләсәген хәстәрләргә тырышабыҙ.

Белгестәргә ихтыяж булғандан асыла

Ишембай ҡалаһын Башҡортостанда нефть ятҡылығы асылған беренсе төбәк тип беләбеҙ. Колледждың барлыҡҡа килеү тарихы ла ошо ваҡиғаларға барып тоташа.
…1932 йыл. Нефть ятҡылыҡтары табылған, ә белгестәр етешмәй. Техникум тап ошоға бәйле булдырыла ла инде. Әйткәндәй, белем усағының тәүге уҡыусылары дәресте нефть сығарылған урындарҙа ала. Уҡыу йорто 1942 йылда ғына Ишембай ҡалаһына күсерелә.
Һуғышҡа тиклем бында йылына 360 — 420 кеше белем алған. Улар нефть һәм газ скважиналарын быраулау, файҙаланыу, ошо өлкәләге технологиялар, иҡтисад, иҫәп-хисап серҙәренә өйрәнә. Әммә 1941 йылда күптәр (студенттар ҙа, уҡытыусылар ҙа) үҙ теләге менән фронтҡа китә.
Һуғыш тамамланған йылда уҡ техникумға белем алырға 750 кеше килә: кемдер өҙөлөп ҡалған уҡыуын дауам итһә, икенселәре бында тәүгә аяҡ баҫа. Белем биреү йүнәлештәре арта: студенттар энергетика һәм төҙөлөш һөнәрҙәренә лә өйрәтелә башлай. Бөгөн иһә колледжда һигеҙ йүнәлеш эшләй.
Эшсе һөнәренең баһаһы артаИң ҙур бүләк

Белем биреп кенә яҡшы белгес әҙерләп булмай: студентты шәхес итеп үҫтереү өсөн тәрбиә эше лә дөрөҫ ойошторолорға тейеш.
Колледжда тиҫтә йылдан ашыу класс етәксеһе булып эшләгән Людмила Оксанич — ошо бурысты теүәл атҡарыусыларҙың береһе. Студенттарға иғтибарын тигеҙ бүлгән педагогтың һәр көнө йәштәр араһында ҡайнап үтә. Уларҙың шатлығын да, ҡайғыһын да бергә кисерә ул. Диплом алғас, ысын күңелдән әйтелгән рәхмәт һүҙҙәре – класс етәксеһе өсөн иң ҙур бүләк. Хеҙмәтеңә ошонан да юғарыраҡ баһа бармы икән?
Эшсе һөнәренең баһаһы артаЯҡшы уҡый, шәп бейей!

Дөрөҫөн әйткәндә, электрик ҡыҙҙы ғүмеремдә тәүгә күрҙем. Бындай сибәркәй бағана башына нисек үрмәләр икән, тип бер аҙ аптырауға ҡалдым. Баҡһаң, электриктарҙың да төрлөһө була икән.
Ишембай ҡыҙы Миләүшә Ғәлимова был һөнәргә бәләкәйҙән битараф булмаған. Әхирәттәре араһында күптәр үҙен киләсәктә менеджер йә юрист итеп күрһә, Миләүшә, барыһын аптыратып, электр буйынса белгес юлын һайлай.
— Быға бер ҙә үкенмәйем, — ти ул. — Электрик — иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе, айырыуса хәҙерге заманда. Ғәҙәттә, электрик тигәс, бағана башына үрмәләүселәрҙе күҙ алдына баҫтырабыҙ, ә уларҙың биналарҙы хеҙмәтләндереүе, компьютерҙа токка бәйле төрлө проекттар әҙерләүе, газ-нефть менән бәйле заводтарҙа эшләүе иғтибарҙан ситтә ҡала килә. Ә атап үтелгән урындарҙа хеҙмәт итеүе ҡыҙыҡлы ла, табышлы ла.
Эшсе һөнәрҙәргә ҡытлыҡ булып та, йәштәр уларҙың баһаһын аңламаған заманда әңгәмәсемдең әйткәндәре уйландырмай ҡалмай.
Миләүшә колледжды маҡтап туймай. "Бында уҡыуы ҡыҙыҡ, үҫеш өсөн мөмкинлек күп", — ти ул. Үҙе тик "бишле"гә өлгәшә, Башҡортостан Президенты, Ишембай районы хакимиәте стипендиаты ла! Шул уҡ ваҡытта тағы бер бала саҡ хыялына ла урын ҡалдыра студент ҡыҙ: бер нисә йыл рәттән райондың билдәле "Берғамыт" ансамблендә бейей.
…Сымдар, ток һәм уларҙың араһында бер матурлыҡ — Миләүшә. Хыялдарың тормошҡа ашһын, ҡулдарыңда "уттар" уйнап торһон!


l Колледжда әле ике меңгә яҡын студент белем ала: көндөҙгө бүлектә — 1 413, ситтән тороп уҡыу бүлегендә – 530. 80-дән ашыу уҡытыусы эшләй.
1 Былтыр уҡыу буйынса, йәмәғәт эштәрендәге уңыштары өсөн 11 студент төрлө стипендияға лайыҡ булған.
1 Быйылғы сығарылыш студенттарының 10 проценты (296 кеше) уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған (бер нисә студент эшен инглиз телендә яҡлаған).
l Абитуриенттарға килгәндә, быйыл 563 ғариза бирелгән. Бер урынға өс кеше дәғүә иткән.
1 Ике йыл рәттән уҡыу-уҡытыу курсы үҙәге эшләй. Бында 1 600-ҙән ашыу кеше — махсус сертификат, 50-һе һөнәре буйынса белемен камиллаштырғанын дәлилләгән диплом алған.
1 Уҡыу бинаһы, дөйөм ятаҡ, лабораториялар, оҫтаханалар, спорт һәм компьютер залдары эшләй. Китапханала 40 меңгә яҡын китап, дәреслек бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 094

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 448

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 986

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 893

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 239

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 963

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518