Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Эштең уңышы — берҙәмлектә
Эштең уңышы — берҙәмлектәЫрымбур яҡтарына сәфәргә сығыу һәр ваҡыт тулҡынландыра. 50 меңгә яҡын милләттәшебеҙ йәшәгән күрше өлкә бер ҙә сит кеүек түгел шул. Һуңғы тапҡыр, ноябрь аҙағында, был тарафтарға юлланыуыбыҙҙың сәбәбе тос ҡына булды: Ырымбур башҡорттары ҡоролтай йыйҙы.

Төбәк бөгөн ниндәй хәлдә? Унда башҡорттар үҙен нисек тоя? Телебеҙ, мәҙәниәтебеҙ торошо нисегерәк? Әлбиттә, һорауҙар бихисап, бер барып ҡайтыу менән генә уларҙың бөтәһенә лә яуап алып булмай. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ҡарағанда, бында йәшәгән милләттәштәребеҙ күҙгә күренеп кәмегән (әле 46 мең тирәһе). Башҡорт теле уҡытылған мәктәптәр ҙә ҡырҡа аҙайған. Һорауҙарға яуапты ҡоролтай бирер тигән ышаныс бар ине.
Республиканан Ырымбурға бик абруйлы делегация килде: Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Франис Сәйфуллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, республика парламентының комитет етәксеһе Румил Аҙнабаев, шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Ҡоролтайҙың башҡарма комитет рәйесе урынбаҫары Хәләф Ишморатов, Ырымбур башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Риф Ғәбитов… Шулай уҡ милләттәштәребеҙҙең күңелен күтәрер өсөн Стәрлетамаҡ дәүләт филармонияһы артистары ла юлланғайны.
Өлкә башҡорттарының бишенсе ҡоролтайы үҙ алдына ҙур маҡсаттар ҡуйҙы. Тәү сиратта ижтимағи ойошма ағзаларын яңыртыу бурысы тора ине. Уныһы, әлбиттә, техник мәсьәлә, шунда уҡ башҡарма комитеттың яңы ағзаларын һәм рәйесен дә һайлап ҡуйҙылар. Әммә ошолай бер йыйылып ҡына хәл итеп булмаҫлыҡ проблемалар бигерәк күп ине шул. Улар иҡтисади хәлгә лә, рухи тормошҡа ла бәйле.
Күп милләттәштәребеҙҙең өлкәләге ауылдарҙа йәшәүен иҫәпкә алғанда, уларҙың бик еңел булмаған иҡтисади хәле көн үҙәгендәге мәсьәләләр иҫәбендә ҡала. Ҡала һәм ауыл кешеләренең тормошо ныҡ айырыла, һуңғыһында эшһеҙлек көсәйә. Был эшкә һәләтле халыҡтың, айырыуса ир-аттың сит тарафтарға сығып китеүенә сәбәпсе. Әлеге проблемалар бөтә илгә һәм һәр милләт халҡына хас булһа, фәҡәт башҡорттарға ҡағылышлылары ла күп. Быныһы инде әлеге лә баяғы телде, мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу зарурлығына килеп терәлә.
Эштең уңышы — берҙәмлектәҺуңғы биш-алты йылда башҡорт теле уҡытылған 44 мәктәптән бөгөн 14-е генә ҡалған. Башҡортса дәрестәр ҡыҫҡартыла, балалар башланғыс кластан урыҫ телендә уҡый. Туған телгә өйрәтеү түңәрәктәрҙә һәм факультативтарҙа ғына алып барыла тиерлек. Ә ҡалаларҙа, айырыуса Ырымбурҙың үҙендә, хәл тағы ла ҡатмарлыраҡ. Баш ҡалала башҡорт теле бөтөнләй өйрәнелмәй. Хатта йәкшәмбе мәктәбе лә юҡ икән. Ошо сәбәпле өлкәнең йәш башҡорттары үҙ халҡының телен, тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын белмәй тиерлек. Һорау алыуҙарға ярашлы, башҡорт телендә 35 йәштән өлкәнерәктәр генә аралаша, ә кесерәктәр, үҙҙәрен башҡорт тип һанаһа ла, һөйләшә белмәй. Башҡортса сыҡҡан даими матбуғатҡа яҙылыу ҙа ырымбурҙар өсөн проблемаға әйләнгән. Гәзит-журнал килмәгәс, тел тағы ла нығыраҡ онотола. Етмәһә, һуңғы арала Башҡортостан юлдаш телеканалын ҡарау ауырлыҡ тыуҙыра — сигналды тотоу ҡыйынлаша. Өлкәнең урындағы телерадиокомпанияларында ла башҡортса тапшырыуҙар юҡ. Әлдә берҙән-бер башҡорт матбуғат баҫмаһы — “Каруанһарай” гәзите — бар. Тик уның менән дә ауырлыҡтар тыуған. Мәҫәлән, яҙылыусылар йылдан-йыл кәмей, редакцияның тәғәйен генә бинаһы ла юҡ. Гәзитте туплаған, баҫтырған рухлы милләттәштәребеҙ Фәймә менән Салауат Аҡдәүләтовтарҙың тырышлығы, ныҡышмаллығы арҡаһында ғына йәшәй бит ул баҫма.
Өлкә башҡорттарының бишенсе ҡоролтайы юғары кимәлдә үтте. Быны уның эшендә Ырымбур өлкәһенең вице-губернаторы Олег Димовтың ҡатнашыуы ла дәлилләй. Чиновник үҙ сығышында башҡорттарҙың хәле һәм өлкә тормошондағы урыны тураһында һөйләне. Милләттәштәребеҙҙең уға һорауҙары күп ине. Олег Димов һәр кемде иғтибар менән тыңланы, бергә, берҙәм эшләргә теләген белдерҙе. “Әгәр ниндәй ҙә булһа проблема бар икән, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Хәл итеү юлдарын эҙләрбеҙ”, — тине ул.
“Каруанһарай” тарихи-архитектур мемориаль комплексы — Ырымбурҙың йөҙө һәм башҡорт халҡының ғорурлығы. Үкенескә ҡаршы, һуңғы йылдарҙа уның хәле бигерәк аяныс ине. Башҡорт халҡының Мәккәһе тип аталырлыҡ изге йорт сит милләт кешеләре ҡулында булды. Ә был юлы килгәндә ырымбурҙар яҡшы хәбәр менән ҡаршыланы. Ниһайәт, Каруанһарай мәсете хәҙер башҡорттарҙыҡы! Әлбиттә, был еңел бирелмәгән. Дүрт йылға яҡын судлашырға, низағлашырға тура килгән. Был хаҡта Ырымбур ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Марат Сарбаев һөйләне.
— Һуңғы йылдарҙа мәсет өсөн көрәш ныҡ булды. Хәлде беләһегеҙ бит, Каруанһарайыбыҙға сит кешеләр инеп, үҙҙәренең имамын тәғәйенләп ҡуйҙы, теләһә кемде килтереп йәшәтте. Был башҡорттан көлөү бит! Ата-бабабыҙ һалған изге йортто даулап алыу мөһим бурыс ине. Был эште Гөлимә апай Жангабилова башлап ебәрҙе һәм, шөкөр, уңышҡа өлгәштек, — ти ул. — Мин ҡоролтай рәйесе булараҡ эште башлап ҡына торам, башҡорттарҙы бергә туплауҙы изге бурысым тип иҫәпләйем. Дөрөҫөн әйткәндә, беҙгә берҙәмлек етеңкерәмәй. Дөйөм саралар, концерттар, йыйылыштар үткәреү кәрәк. Электән йөрөгән кешеләр бер-береһен белә, аралаша ул, тик башҡаларҙы ла тупларға ине.
Эштең уңышы — берҙәмлектәМәсеттең рәйесе Ғәбдрәҡип Райманов менән дә аралашыу форсаты тейҙе. Уны был вазифаға йәйен генә тәғәйенләгәндәр.
— Аллаға шөкөр, мәсет башҡорттарға, законлы вариҫтарына, бирелде. Бик ауыр, насар хәлдә ине ул. Элекке “хужалар” ҙур бурыстар ҡалдырған, ҡуртымға ла, электрға ла түләмәгәндәр. Беҙ берләшеп, аҡса йыйҙыҡ. Ремонт яһалды. Халыҡ тәүҙә бик килмәй ине, хәҙер күбәйҙеләр. Йәй буйы юлды һыуытманылар. Башҡортостандан килеүселәр байтаҡ, Ырымбур өлкәһе кешеләре лә үҙ итте. Беҙ бит ҡунаҡтарҙы үҙ телебеҙҙә ҡаршы алабыҙ, аралашабыҙ, — ти ул. — Тулыһынса шартына килтереп эшләй башлар өсөн тәһәрәтхана кәрәк. Әлегә ул бүлмә беҙҙең милектә түгел, ҡуртымда. Уны рәсми теркәр, үҙебеҙгә алыр өсөн ҡағыҙҙар йыйырға, документ артынан күп йөрөйһө бар. Мәскәүҙән яуап көтәбеҙ. Үҙебеҙгә күсереп алғас, ул бүлмәгә лә тулыһынса ремонт яһау талап ителәсәк.
Эйе, был — милләттәштәребеҙҙең ҙур еңеүе! Ошо эштәре өсөн уларға барлыҡ башҡорт халҡы рәхмәтле булырға тейештер.
Ҡоролтай ултырышында Каруанһарайҙың артабанғы яҙмышы тураһында һүҙ булды. Өлкәнең вице-губернаторы ла изге урындың яҙмышына битараф түгел. Ҡоролтай ҡарарына ярашлы, әгәр килеп сыҡһа, унан туристик үҙәк яһарға ла мөмкин. Был мәсьәлә әлегә тикшерелә һәм ыңғай хәл ителер тип көтөлә.
Ҡоролтай эше барышында күңелле ваҡиға ла булды: башҡорт телендә сыҡҡан “Каруанһарай” гәзитенең 20 йыллыҡ юбилейы билдәләнде. Бая әйтеп китеүемсә, был гәзиттең ауыр шарттарға ҡарамаҫтан бөгөнгә тиклем сығып килеүендә ике “ғәйепле” бар — баш мөхәррире Салауат Аҡдәүләтов һәм уның урынбаҫары, ҡатыны Фәймә. Байрам уңайынан Салауат Ғайса улы менән аралашып алдыҡ.
— Гәзитебеҙ аҙна һайын сыға. Инде ун йыл самаһы почта аша яҙҙырыу юлы менән таратабыҙ. Тиражы — мең ярым дана. Өлкәлә 40 меңдән ашыу башҡорт йәшәгәнен иҫәпкә алһаң, был аҙ, әлбиттә. Башлыса Туҡсоран халҡы алдыра. Ә бына Ҡыуандыҡ яҡтарында гәзит бик аҙ тарала, сөнки унда башҡорт телендә уҡытҡан мәктәптәр юҡ тиерлек. Кеше хәреф танымай. Баҫмағыҙҙы урыҫ телендә генә сығарығыҙ, тиеүселәр ҙә бар, тик беҙ быға ҡаршы. Ул осраҡта милли йөҙөбөҙ юғаласаҡ бит, — тине ул.
Бөгөн гәзит ике телдә — башҡортса һәм урыҫса — донъя күрә. Төп дәүләт телендә рәсми документтар, проблемалы мәҡәләләр баҫыла. 60 — 80 проценты иһә — башҡортса. Уны ике кеше әҙерләй. Бынан тыш, даими яҙышып торған авторҙары байтаҡ ҡына икән. Улар райондары, ауылдары тормошо менән таныштыра, билдәле шәхестәр тураһында һүрәтләмәләр ебәрә. Ижад емештәрен уртаҡлашыусылар ҙа байтаҡ. Аҡдәүләтовтар күңелен төшөрмәһә лә, ҡыйынлыҡтар бар. Беренсенән, гәзиткә яҙҙырыу ауыр барһа, икенсенән, финанс мәсьәләһендә ҡытлыҡ ҙур. Редакцияның тәғәйен генә бүлмәһе лә юҡ.
Аҡдәүләтовтар гәзит сығарыу менән генә сикләнмәй, йәмәғәт бурыстарын да үтәй. Мәҫәлән, кисәләр, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар үткәрелә. Халыҡ әҙәби-музыкаль сараларҙы, шиғри кисәләрҙе йылы ҡабул итә. Шулай уҡ ҡалала һәм өлкәлә башҡорт йәмәғәтселеге тарафынан ойошторолған бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнашалар. Бынан тыш, үҙ ҡорамалдарында бәләкәй генә китаптар, йыйынтыҡтар, буклеттар баҫалар, быға ла ихтыяж бар. Шиғри йыйынтыҡтар, хәтирәләр, дини китаптар, йырҙар баҫыла.
Баҫмаға, һис шикһеҙ, юғары баһа бирелде. Тағы шуныһын оноторға ярамай: “Каруанһарай” — Башҡортостандан ситтә даими сығып килгән берҙән-бер башҡорт баҫмаһы бит! Шуға күрә уларға күп яҡлы ярҙам кәрәк. Беҙҙең делегация ағзалары Аҡдәүләтовтарға маҡтау һүҙҙәре әйтте, матур бүләктәр тапшырҙы, артабан да эшләргә саҡырҙы.
Ҡоролтай матур концерт менән тамамланды. Ырымбур өлкәһе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе вазифаһына Р. Әбүбәкерова һайланды. Уның алдында ҙур бурыс тора: өлкә башҡорттарын берләштерергә, әүҙем эшләргә. Әгәр ундағы милләттәштәребеҙ милли үҙаңын онотмай икән, быға өлгәшелер тип өмөтләнергә була.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509