Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡҡош “кәләш” алып ҡайтты
Аҡҡош “кәләш” алып ҡайттыРеспублика Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ҡарамағындағы Башҡортостандың махсус һаҡланған биләмәләре буйынса дирекция хеҙмәткәрҙәре менән сәйәхәткә сыҡтыҡ. Юлдаштарымдың береһе — норма һәм методик контроль бүлеге начальнигы Владимир Лапшин. Ул бөгөн экскурсовод ролен үтәй.
Илаҡ көҙ тамам ялҡытты. Көнө буйы ямғыр аҫтында йөрөрбөҙ тип хафаланыуым юҡҡа булды. Әйтерһең, тәбиғәт матурлығымды күреп, һоҡланып ҡалһындар тип, болоттарҙы ҡыуып, ҡояшҡа ирек бирҙе.

Шөңгәк күлме,
Шиңгән күлме?


Тәүге туҡталышыбыҙ — Шишмә районының "Шөңгәккүл" заказнигы. Был заказник Башҡортостанда иң тәүгеләрҙән булдырылған. Уға 1952 йылда нигеҙ һалынған, 1965 йылдан комплекслы тәбиғәт һәйкәле булып һанала. Ҙур һаҙлыҡ Дим йылғаһы ташҡан саҡта һыуға туйына. Тик һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ үҙенекен иткән, һыу күләме күпкә кәмегән. Бындағы егерь Николай Шапко — өс заказник хужаһы.
Тәүҙә уның өйө эргәһенә барып туҡтаныҡ. Егерь машинаға әйбер тейәгәнсе, йорт-ҡура тирәһен ҡарайбыҙ: уңған хужалар йәшәгәне әллә ҡайҙан күренеп тора. Бар урын-ер төҙөк. Һарай алдындағы өйрәктәр иғтибарҙы йәлеп итте.
— Ҡайһылай ҡыр өйрәктәренә оҡшағандар! Ниндәй төр ул?
— Ҡыр өйрәктәренең тап үҙе инде!
— Мөғжизә! Осоп китмәйҙәрме һуң?
— Уйҙарында ла юҡ.
Аҡҡош “кәләш” алып ҡайттыНиколай Григорьевич бынан бер нисә йыл элек инәләре үлгән өйрәк балаларына юлыға. Астан интеккән, ҡурҡыуҙан тамам хәлдәре бөткән себештәрҙе алып ҡайтып, ҡотҡарырға була. Тик көҙгөһөн һуйырға ҡулы күтәрелмәй. Шулай итеп ихатала ҡыр өйрәктәре үрсеп китә.
Николай Шапконың биләмәһендәге заказниктарҙың икеһе — ботаник, береһе — зоологик. Ауыл эргәһендә ҙур күл ята. Ошо күлдә оялаған ҡоштарҙы һаҡлау бурысы уға йөкмәтелгән. Аҡҡош, ҡаҙ-өйрәктәрҙең бер нисә төрө бар. Юл ыңғайы Шөңгәккүл модель китапханаһы мөдире Миңзәлә Хәмәҙиеваны ултыртып алдыҡ. Китапханасы күптән инде ауылда "Йәш натуралистар" түңәрәген алып бара. Уның етәкселегендә уҡыусылар республика, район кимәлендә төрлө конкурста еңеүсе исемен яулай. "Бергәләшеп эшләүе күңелле. Балаларҙы тыуған еребеҙҙең матурлығын күрергә, ғорурланырға, һаҡларға өйрәтәбеҙ. Иң мөһиме — улар үҙҙәрен ошо ерҙең хужаһы итеп тойорға тейеш. Шул саҡта ғына барыһына ла өлгәшеп буласаҡ", – ти китапханасы.
Күлгә яҡынлашабыҙ. Ҡамыштар араһынан әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа ҡарай һуҡмаҡтар һуҙылған.
— Бында кешегә йөрөргә ярамай тигәйнегеҙ. Ана күпме юл һалғандар. Йөрөйҙәрҙер инде!
— Ҡабандар һалған бит уларҙы, – тип аптыратты Николай Григорьевич.
Аҡҡош “кәләш” алып ҡайттыҠоштарҙа ла —
кеше яҙмыштары…


Күл күҙҙең яуын ала. Ҡараһыу күк төҫкә ингән көҙгөләй һыу өҫтөнән алты аҡҡош йөҙә…
— Улар – минең ғорурлығым, – ти егерь. — Айырыуса ата ҡошҡа һоҡланмайынса ҡарау мөмкин түгел. Ул — был күлдең хужаһы. Башҡа аҡҡоштарҙы һыуға яҡын да килтермәй. Өйрәк-ҡаҙҙарға битараф. Бынан ике йыл элек инә аҡҡош баҫырға ултырған мәлдә уға ҡабандар һөжүм иткән. Ояһын пыран-заран килтергәндәр, аҡҡошто ла ашағандар. Был хәлдән һуң ата аҡҡош ризыҡтан баш тартты, көҙгә тиклем уның өсөн хәүефләндек. Йылы яҡҡа осоп китте, яҙғыһын тағы ла тыуған күленә ҡайтты. Туҙҙырылған ояһы эргәһендә көндәр буйы бойоғоп ултыра ине. Шулай ҙа үҙенең биләмәһен башҡа аҡҡоштарға бирмәне. Былтыр күлгә “йәш кәләш” алып ҡайтты. Оя ҡорһалар ҙа, бала сығарманылар. Ә бына быйыл дүрт бәпкә үҫтерҙеләр.
Ата аҡҡош ғаиләһенә бик иғтибарлы. Ҡурсалап ҡына йөрөтә икән. Күлде иң һуңғыларҙан булып ҡалдырып китәләр — уны бөтөнләй боҙ баҫҡас ҡына юлға сығалар.

Ҡабандар "банда"һы

Быға тиклем заказник биләмәһендә ҡабандар һирәк осраған. Ә бына һуңғы йылдарҙа улар үрсеп киткән. Әле биш тиҫтәгә яҡын ҡабан йәшәй бында. Улар ҙа үҙҙәрен хужа итеп тоя. Хатта урындағы халыҡтың баҡсаларына ла һөжүм итеүҙән тартынмай башлағандар. Фермер ултыртҡан көнбағыш яланын арҡырыһынан буйына ҡәҙәр һөрөп сыҡҡандар. Шулай ҙа был тирәлә ҡабандарҙың күбәйеүенә тәбиғәт һаҡсылары ҡыуана. Уларға ҡышты сығыуы еңелерәк булһын өсөн Николай Григорьевич 12 тонна шәкәр сөгөлдөрө әҙерләп ҡуйған.
Ҡуйы ҡамыш араһында ҡыш ҡабандар ғына түгел, мышы, ҡоралай кеүек йәнлектәр ҙә йәшеренә икән. Шуға ла егерь бесәнде лә байтаҡ әҙерләгән.
Зәп-зәңгәр күктә ҡапыл ҡара болот күренде.
— Ҡайһылай ҡыҙыҡ, төтөнгә оҡшаған болот килә. Шәп оса бит әле үҙе?!
— Болот түгел, өйрәктәр осоп килә. Ҡурҡытмайыҡ, ҡуҙғалайыҡ, – тип егерь беҙҙе заказниктан алып сыҡты.
Аҡҡош “кәләш” алып ҡайттыБайбаҡтар яҡлауға мохтаж

Бишбүләк яҡтарында байбаҡтарҙы ҡәҙерләйҙәр. "Баймаҡтан килеп еткәнсе бер хәрефен алмаштырған йәнлектәр" тип тә шаярталар.
Байбаҡтарҙы һаҡлаусы "Бишбүләк" заказнигының майҙаны — 14,5 гектар. Республикалағы берҙән-бер был заказникка 1989 йылда нигеҙ һалынған. Әлеге мәлдә бында 600-ҙән ашыу байбаҡ һанала.
Был йәнлектәр "Ҡыҙыл китап"ҡа индерелгән. Тиреһе, ите, иң мөһиме, майы өсөн кеше уға һунар итә. Өлкән байбаҡ 8 – 10 килограмм ауырлыҡ йыя. Уның эске майы бурһыҡтыҡынан да файҙалыраҡ икән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәнлектәрҙең үҙҙәрен осрата алманыҡ. Улар август аҙағында уҡ йоҡларға ята икән. Заказниктың егеры Сергей Бессилин (һүрәттә) беҙ барған көндә имтихан биреп ҡайтҡайны. 50 йәшен тултырған ағай Аксен аграр техникумында белем алып йөрөй. Һуңғы һынауҙы тапшырып, хәҙер диплом эшенә тотонорға тора. "Уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел", – ти ул.
Уға ҡараған майҙанда ете утлыҡса бар. Ҡоштарға һәм йәнлектәргә аҙ булһа ла аш бит тигән ниәттән уларҙың эргәһенә егерь миләш, балан, күгән ултыртҡан. "Мышы, болан, ҡоралай, бурһыҡтар бар. Ҡоштар ҙа күп. Һуңғы йылдарҙа ҡабандар ҙа үрсеп китте. Ҡышҡа етерлек аҙыҡ әҙерләнем", – ти Сергей Анатольевич.
Заказник тураһында ихлас һөйләүенә, хайуандарҙың холҡо, үҙҙәрен тотошон бөтөн нескәлектәрендә белеүенә хайран ҡалаһың. Үҙенең һөнәрен ярата ул. Был эшкә күсеүенә дүрт йыл тулған.
— Бала саҡ хыялым тормошҡа ашты. Зоотехник һөнәренә уҡып сыҡҡас, хәрби хеҙмәткә алдылар. Унан ғаилә ҡорҙом. Донъя мәшәҡәттәренә күмелеп йәшәнек. Шулай ҙа күңел гел тәбиғәткә тартылды. Көн буйы урман гиҙеп, хайуандарҙы тәрбиәләп кенә йөрөрлөк эш булһын ине, тип хыялландым, – ти ул.
Ҡатыны Елена Алексеевна менән ике бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Әле ейәнсәрҙәрен ҡарашып, уларҙың мәҙәктәренә һөйөнөп йәшәйҙәр.
Аҡҡош “кәләш” алып ҡайтты— Сергейҙың гел урманда йөрөүенә ҡайһы саҡ ризаһыҙлыҡ та белдерәм. Шуға ул мине ҡыш үҙе менән алып сыҡты. Ундағы матурлыҡҡа хайран ҡалдым. Утлыҡса эргәһендә хужаларса йөрөгән ҡабандар ҡотто алды. Ә иремде танып, уның ашарға килтергәнен белеп торалар. Мышының мөһабәт кәүҙәһе, үҙен тотошо һоҡландырҙы. Ошо сәйәхәттән һуң "урманда нимә ҡарап йөрөйһөң" тип әрләшмәйем. Шуныһы ҡыҙыҡ: ҡышын беҙҙең генә һарайға инеп йәнлектәр ҡош-ҡорт һуға. Күрше-күләнгә инеп, бысранмайҙар. Улар үҙеңдең еҫеңдән табып, тап беҙҙең һарайға киләлер, тип көлөшәбеҙ. Ирем иһә, ярай, уларға ла ашарға кәрәк бит, тип ҡул ғына һелтәй, – тип һөйләй алсаҡ ҡатын.
Сергей Анатольевич халыҡтың тәбиғәткә ҡарата ғәмһеҙ булыуына аптырай.
— Бер көн менән генә йәшәйҙәр. Айырыуса заказник биләмәһенә һунарға килеүселәрҙе аңламайым. Шулай ҙа райондың хоҡуҡ һаҡлау органдарына рәхмәтлемен. Улар һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙа. Моғайын, шуға ла һуңғы йылдарҙа заказник биләмәһендә браконьерҙар һаны кәмене, – ти ул.
Утлыҡсаға тоҙ, бесән һалдыҡ. "Яңы ғына бында мышы йөрөгән", – ти Сергей Анатольевич. "Их, күрмәй ҡалдыҡ", – тип көрһөнөп, машинаға ултырабыҙ. Урмандан сығыуға аҡланда көтөп торған урман батыры. Йәһәт кенә фотоаппараттарҙы алып төшөрә башланыҡ. Был илаһи күренеш әле лә күҙ алдында.
Ҡайтыр саҡта егерь беҙҙе райондың матур тәбиғәт ҡосаҡтарының береһе — Уҫаҡ Кисеү шарламаһына алып барҙы. Шуныһы һоҡландырҙы: бында бер ҡый әҫәре юҡ. Кешеләр сүп-сарын йә үҙе менән алып китә, йә махсус контейнерға һала.
Был матур урынға туй ҡунаҡтары, йәштәр йыш килә. Шуға ла ҡунаҡтарға уңайлы булһын өсөн ҙур өҫтәл, эскәмйәләр эшләнгән. Шашлыҡ бешерер өсөн дә тимерҙән мангал ҡуйғандар. Бар яҡлап та уйланылған, уңайлы ял урыны булғанға, халыҡ та һаҡсыл ҡарашталыр тигән фекергә килдек.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 072

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 626

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 419

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511