Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!
Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!Был көндө Өфөлә йәшәгән йылайырҙар көтөп алды. Күптән бер-береһен күрмәгән дуҫ-иш осрашты, хәл-әхүәл белеште, йәштәр райондан сыҡҡан шәхестәр менән яҡындан танышты.

Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендәге район ҡурайсылары башҡарыуында “Таштүрә” көйө менән башланды сара. Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков сығышын саф башҡорт телендә башлағас, барыһы “ах” итте. Хас шул төбәк диалектында һөйләшеүен әйт әле!
Александр Васильевич ҡыҫҡаса район тормошо менән таныштырҙы, төбәккә математика, информатика уҡытыусылары етешмәүе хаҡында әйтте, йәштәрҙе тыуған яғына эшкә саҡырҙы. Бөтә ергә өлгөр, уңған егеттәр, ҡыҙҙар – Иҙел, Фаил, Илдар Алсыновтарға, Ләйсән Мостаеваға, Айгиз Ҡарасовҡа, Әмир Сараевҡа рәхмәт хаты тапшырҙы.
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов үҙенең сығышында ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә саҡырҙы.
Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!– Беҙ барыбыҙ ҙа ауылдарҙан йыйылғанбыҙ. Йәшерәк саҡта тыуған ер төшөнсәһен, бәлки, аңлап та бөтөрмәйбеҙҙер. Өлкәнәйә килә ғәзиз ер нығыраҡ тарта, шуға ла тыуған яғыма йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Республикабыҙҙа Йылайыр айырым урын биләй. Данлыҡлы ҡурайсылары, таҙа йылғалары, бейек тауҙары менән һирәк райондар маҡтана алалыр. Һәр беребеҙ уйы, йөрәге менән тыуған ерендә булырға тейеш, – тине ул.
Быйыл сәнғәтебеҙ оло юғалтыу кисерҙе. Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулаған ҡурайсыларыбыҙ Рөстәм Шәрипов менән Илгиз Исламғолов йәш кенә килеш арабыҙҙан китеп барҙы. Тамашасылар, бер минут тын ҡалып, уларҙы иҫкә алды.
Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!Бөгөн Йылайыр еренән сыҡҡан ул-ҡыҙҙар республикабыҙҙың төрлө тармағында уңышлы эшләй. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр Исмәғилева сығышы менән – райондың Ҡашҡар ауылынан. Гөлдәр Хәмит ҡыҙы тиҙҙән тыуған районына ҡайтып, һалым мәсьәләләре буйынса яҡташтарын ҡабул итеүҙе ойошторасағын белдерҙе.
Әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡытта был төбәктә гәзитебеҙҙе алдырып уҡыусылар бермә-бер артты. Ошо айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов район етәксеһенә рәхмәт хатын тапшырҙы.
Йырлы-моңло Йылайыр ерендә тыуып-үҫкәндәр тамашасыларға бай йөкмәткеле концерт бүләк итте. Айгиз Ҡарасов, Илнара Үтәшева, Алмас Такалов, Азамат Монасипов осҡон сәсрәтеп бейеүе, Гөлсөм Бикбулатова, Лениза Солтанова, Сәкинә Юлгилдина моңло йырҙары менән һоҡландырҙы.
Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!

Булат БИКТИМЕРОВ, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:
– Тыуған ерҙә алыҫта бындай йыйылыш – ҡыуаныслы ваҡиға. Бер-береңде белеп, аралашып йәшәүгә ни етә! Кәрәк урында ярҙам итешеп тә ебәрәһең.

Илдар АЛСЫНОВ, БДУ студенты, Өфөләге Йылайыр йәштәре берлеге рәйесе:
– Элек бындай осрашыуҙар йолаға әйләнгәйне, әммә һуңғы йылдарҙа эш һүлпәнләнә төштө. Шуға ла баш ҡалала йылайырҙарҙы туплау ниәте менән ойошторолдо ул. Етәксе урындарҙа эшләгән ағай-апайҙар тәҡдимде хуплап ҡаршы алды.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840