Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тормош һис тә туй түгел
ЗАГС хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге гражданлыҡ хәле акттарын теркәү, статистика мәғлүмәттәре туплау менән генә сикләнмәй, ҡыҙыҡлы, фәһемле осрашыуҙар үткәреү менән дә ихлас шөғөлләнә улар. Әйҙәгеҙ, шундай иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларҙы барлайыҡ.

“Игеҙәктәр йондоҙлоғо”

Мәләүез районының ЗАГС бүлеге коллективы “Игеҙәктәр йондоҙлоғо” тип аталған байрамға йәш ғаиләләр менән бергә 50 йыл татыу ғүмер кисергән тормош юбилярҙарын да саҡырҙы.
Ғаиләлә игеҙәктәрҙең донъяға килеүе — ата-әсә өсөн генә түгел, ә яҡындары, хатта таныш түгел ҡала халҡы өсөн дә үҙенсәлекле ваҡиға. Байрамға игеҙәктәрҙең ата-әсәһе һәм 2011 йылда донъяға килгән меңенсе сабыйҙың ата-әсәһе — Илнур менән Ләйсән дә килгәйне. Йәш ғаиләләрҙе Мәләүез үҙәк район дауаханаһының баш табип урынбаҫары Н. Забелина, ҡала дарыухана мөдире З. Мортазин тәбрикләп, уларға бәхет, именлек теләне.

Бына, исмаһам, шәп парҙар!

Әлшәй районының ЗАГС хеҙмәткәрҙәре яңыраҡ ғәҙәти булмаған парҙарҙы теркәне. Һыу тамсыһындай оҡшаш кәләштәр игеҙәк булып сыҡты.

Ғәжәп исемдәр

Йәш ата-әсә балаһына һөйөүен нисек белдерергә белмәй, ә исем ҡуштырыу ысын мәғәнәһендә башватҡысҡа әүерелә. Мәҫәлән, Кушнаренко районында ноябрь айында – Аиза, Илена, Самира, Дэниил, үткән аҙнала Өфө районында Гюльвард, Устин, Айдан, Изабелла исемле сабыйҙар теркәлгән. Ә стәрлетамаҡтар араһында иң популяр исемдәр — Артем, Тимур, Александр, Никита, Дарья, Анастасия, Арина...

“777” — тылсымлы һан

Өфө районының ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре быйыл 777-се сабый теркәлеүен тантаналы шарттарҙа билдәләне. Райондың Загорский ауылында йәшәүсе йәш ғаиләлә донъяға килгән сабыйҙың исеме — Әлфинә.

Меңенсе сабый

Баймаҡ районында халыҡтың тәбиғи үҫеше күҙәтелә. Быйыл меңенсе сабыйҙың донъяға килеүен ЗАГС бүлеге хеҙмәткәрҙәре көтөп алды. Әсилә — ғаиләлә икенсе бала. Ата-әсәне “юбиляр” сабыйҙары менән ҡотлап, яҡшы теләк белдереүселәр күп булды. Районда законлы никахҡа инеүселәр һаны ла арта — быйыл 517 ғаилә оло тормош юлына баҫты.
Учалы районында меңенсе сабый булып донъяға килгән малайҙың исеме — Асҡар. Был төбәктә лә халыҡтың тәбиғи артыуы күҙәтелә. Сибай ҡалаһында ла меңенсе сабый — Арсенды теркәүҙе тантаналы шарттарҙа ойошторҙолар.

Стәрлетамаҡтың үҙ Афинаһы бар!

Балаларына үҙенсәлекле исем ҡушыу буйынса стәрлетамаҡтарға еткән кем бар? Декабрҙә Мөхәмәт-Али исемле малай теркәлеүе, яңыраҡ Афина исемле ҡыҙҙың донъяға килеүе лә ғәжәпләндермәй уларҙы.

11.11.11

Һандарҙың тылсым көсөнә ышанмау мөмкин түгел. Мәләүез районы һәм ҡалаһының ЗАГС бүлеге, 2011 йылдың 11 ноябрендә 11 законлы никахты теркәп, үҙе лә хайран ҡалды. Ә йәштәр, һис көтөлмәгән туй бүләктәрен алып, сикһеҙ шатланды.

Йыл сюрпризы

Быйыл Ауырғазы районында дүрт пар игеҙәк донъяға килеп, йәш ғаиләләрҙе, олатай-өләсәйҙәрҙе һөйөндөрҙө. Һуңғы ике йылда быға саҡлы игеҙәктәр тыумауын иҫәпкә алһаң, был, ысынлап та, иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға! Күп тә үтмәне, районда йәнә өс игеҙәктең теркәлеүен ишетергә яҙҙы.

Иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиға

Октябрьский ҡалаһында быйыл меңенсе никах теркәлде. Йәштәргә иҫтәлекле таныҡлыҡ тапшырылды. Һуңғы егерме йыл эсендә бындай “рекорд” бөтөнләй күҙәтелмәгән.
Д. АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 812

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 933

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840