Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Пенсионерҙан асыҡ хат
Һин, Ҡыш бабай — ҡыҙыл танау, минең хатты алғас, ғәжәпләнерһең инде. Тик кем әле һиңә, пенсионерҙар Ҡыш бабайға ышанмай, тип әйтте? Мостай Кәримдең бөйөк һүҙҙәрен хәтереңә төшөрәм: беҙ барыбыҙ ҙа бала саҡ иленән. Шулай булғас, Ҡыш бабай, хатты аҙағына тиклем уҡырһың инде. Барлыҡ күстәнәстәреңде лә балаларға таратып бөтөргәс кенә минең хатты ҡулға алыуыңды белгәнлектән, бер нәмә лә һорамайым. Хәйер, пенсияларҙы Хөкүмәт гел арттырып тора. Тик йылғыр сауҙагәрҙәр хаҡты шул көндә үк күтәреп ҡуя.
Быныһы һүҙ ыңғайында ғына. Меҫкенләнергә һис кенә лә иҫәбем юҡ. Пенсионерҙар — сабыр һәм түҙемле халыҡ. Башҡа бер кем дә булдыра алмағанса (йәштәр минең менән теләгәнсә бәхәсләшһен әйҙә) ышана ла, көтә лә, өмөтләнә лә белеүсе быуын бит ул.
Туң бәрәңге кәлйемәһе һәм әсәй байрам хөрмәтенә тип һаҡлаған бер сүлмәк ҡатыҡ менән 1942 йылды ҡаршы алғанда, беҙ ҡасан да булһа табында оло бер бөтөн арыш икмәге тороуына һәм уны күпме теләһәк, шул ҡәҙәр ашау мөмкинлегенә ышанып йәшәнек. Ә инде урамға сығырға бишмәткә сират етеүен көтөп ултырғанда, ҡасан да булһа үҙ кейемем булырына, бер кемгә лә ялынып тормайынса, тышта өшөгәнсе рәхәтләнеп уйнарыма ышана инем. Беҙ барыбыҙ ҙа яҡшыға өмөт бағланыҡ, сөнки ауырлыҡтарҙан һуң мотлаҡ еңеллек килеренә инандыҡ һәм ошо көндө күреүемә үтә шатмын. Тик шуныһы ҡыҙғаныс: туйып һикереүсе рәхимһеҙ бәндәләр сығарып ташлаған икмәк киҫәктәрен сүп һауытынан алған саҡта, подъезд төбөндә кеҫә телефондары менән уйнаусы үҫмерҙәр беҙгә ерәнеп ҡарай. Улар беҙҙе аңларлыҡ хәлдә түгел. “Иҫкергән”, йәғни бер нисә йыл ғына кейелгән, әммә әле ғәмәлгә ярарлыҡ кейемдәрҙе ташларға ҡушҡанды тыңламаһам, үҙ балаларым да мине аңлап етмәй.
Мөғжизәле Ҡыш бабай, беләм инде: һинең күңелең — йомартлыҡ диңгеҙенең үҙе. Шуға ла атайҙар, балалар, ейәндәр бер-береһен нығыраҡ аңлай алһын өсөн ниндәйҙер сара күрергә ине. Ул сағында быуындар араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ юҡҡа сығыр һәм үҙ-ара аңлаша башлар инек. Юғиһә улар — беҙҙе, беҙ уларҙы аңламайбыҙ. Мәҫәлән, Интернет әлегә минең өсөн ҡарурман кеүек. Һин, әлбиттә, “һигеҙенсе тиҫтәне тултыраһың, борсолма, ҡарттар өсөн белеү мотлаҡ түгел”, тиерһең. Ә минең яуабым былай: быуындар бер-береһен ихтирам итһен өсөн замандан артта ҡалмаҫҡа тырышырға кәрәк. Ә инде Интернет аша уйнаусы балаларға һирәк кенә булһа ла, өләсәһе йәки олатаһы янына ултырып, атай-әсәйҙәре яратҡан әкиәттәрҙе тыңлау ҙа ҡамасауламаҫ ине.
Күпте һорамайым, Ҡыш бабай, фәҡәт Аждаһа йылында үҙ дәүләтенә файҙа килтерергә ынтылыусы, намыҫ менән эшләп, хәләл мал табыу һәм әҙәмсә йәшәүҙе маҡсат итеп ҡуйған кешеләргә юлдарҙы шар асып, йондоҙҙарҙың да булышлыҡ итеүенә ирешһәң ине. Юғиһә беҙҙә йыш ҡына диплом алған белемлеләр ҙә юл сатында баҫып ҡала. Ғөмүмән, йәштәргә насар өлгө күрһәтәбеҙ тип уйлайым. Беҙ генә донъяла үҙебеҙҙең үткәндәребеҙ менән көрәшеп йәшәйбеҙҙер, моғайын. Власть һәм элекке хакимдарҙы яманлайбыҙ, хурлайбыҙ, әллә ҡасанғы йәмһеҙ күренештәрҙе ҡаҙып сығарыуҙы кәсеп иттек. Балтик буйында, Украина һәм Грузияла илебеҙгә яла яғыусыларҙы хатта милли геройҙарға әүерелдерергә тырышыусылар бар. Ә беҙ “йәштәр власҡа ышанмай” тип һуҡранабыҙ, уларҙы “патриот түгелһегеҙ” тип ғәйепләйбеҙ. Насар ниәт менән эш итеүселәр ана шуға өлгәшмәксе лә: үткәнде, тарихыбыҙҙы онотторорға теләйҙәр, сөнки ул сағында йыйын юҡ-барға ышандырыу анһат буласаҡ. Хатта бөйөк совет халҡының Европа илдәрен фашизмдан азат итеүен дә шик аҫтына алырға тырышалар. Быныһы, тылсымсы Ҡыш бабай, ысынлап та йөрәкте әрнетерлек хәл.
Хатым оҙонға китте, арып китмәһәң ярар ине... Алдағы йылда барыһы ла мул тормошта йәшәһен, намыҫлы хеҙмәтенең игелеген күрһен, балалар үҫтерһен, иген икһен ине. Ни тиерһең, Ҡыш бабай? Бөйөк Устюгта был теләктәр ҡабул булырмы?
Һинең мөғжизә-тылсымдарыңа ихлас
ышаныусы Т. Муллануров.
Дүртөйлө ҡалаһы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 091

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 889

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 644

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 430

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 508

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518