Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Юлдарҙа үҙ-ара ихтирамлы булайыҡ
Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт Ниғмәтуллин:
— Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Әл-хәмдү лил-ләһи раббил-ғаләмин Үәс-саләтү үәс-сәләмү ғәлә мүхәммәдән үә ғәлә әлиһи үә әсхәбиһи әжмәғин.
Тарихҡа күҙ һалһаҡ, әҙәм балаһы бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөү, йөк ташыу өсөн элек ат, дөйә һәм башҡа хайуандарҙы файҙаланған. Аллаһ Тәғәлә «Ҡөрьән Кәрим»дә: «Мин һеҙгә менеп йөрөү өсөн хайуандар яраттым», — тигән. Ләкин замандар үтеү менән, ғилем алға китеү арҡаһында бындай йәнлектәргә ихтыяж кәмегән, уларҙың урынына техника барлыҡҡа килгән.
Аллаһ Тәғәлә Ҡөрьәндә «Тимер» сүрәһен индергән, унда: «Беҙ тимерҙе күктән төшөрҙөк, унда шул тиклем көс, ҡеүәт һәм әҙәм балаһы өсөн ҙур файҙа бар», — тиелә. Хәҙерге заманда тимер һәр ерҙә лә тиерлек ҡулланыла, унан эшләнгән техника көндән-көн камиллаша. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: «Үҙегеҙ менеп йөрөгән ҡулайламаларҙы төҙөк хәлдә тотоғоҙ, ислах ҡылып файҙаланығыҙ», —тигән. Техника төҙөк булһа, кеше юлланған еренә барып етә, хәүеф-хәтәргә тарымай. Был өлкәлә бөгөн дәүләт етәкселәре тарафынан ҙур эш башҡарыла, йыл да автомобилдәрҙең һәм башҡа төрлө техниканың техник торошо тикшерелә. Ә инде бәләкәй генә хатаның йәки иғтибарһыҙлыҡтың ҙур һәләкәткә килтерә алыуын барыбыҙ ҙа аңлай.
Автомобиль байлыҡ түгел, ул – бер урындан икенсеһенә күсеп йөрөү өсөн ҡулайлама. Бөгөн һәр кемдең тиерлек техника һатып алырға мөмкинлеге бар. Шуға күрә урамдарҙа һәләк күп машина йөрөй, юлдарҙа тығындар барлыҡҡа килә. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында беҙ юлдағы көсөргәнеш хаҡында сит илдәрҙән ишетеп кенә белә инек, бөгөн был күренеш үҙебеҙҙә күҙәтелә. Киләсәктә ни булырын әйтеүе ҡыйын. Шуның өсөн беҙ бөтә төр техниканы дөрөҫ һәм һаҡсыл файҙаланырға, еренә еткереп ҡарарға тейешбеҙ.
Элек ат менеп йөрөгәндәрендә юл йөрөү ҡағиҙәләре ул тиклем күп булмаған. Бөгөн иһә улар байтаҡ. Ҡағиҙәләргә даими рәүештә яңылары өҫтәлеп тора, үҙгәрештәр индерелә, сөнки юл хәрәкәте көндән-көн ҡатмарлаша. Беҙ ошо ҡанундарҙы теүәл үтәһәк, сәфәрҙәребеҙ хәйерле буласаҡ, ә инде уларҙан тайпылһаҡ, фажиғәләр артҡандан-артасаҡ. Шулай уҡ кеше ғүмерен ҡыйған афәттәрҙең барлыҡҡа килеүенә йыш ҡына эскән килеш руль артына ултырыу сәбәпсе. Бындай осраҡтарҙы бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙым һайын күрергә тура килә.
Юл хәрәкәтендә йәйәүлеләр, пассажирҙар һәм автомобиль йөрөтөүселәр ҡатнаша. Тәү сиратта, улар бер-береһенә ихтирамлы, иғтибарлы булырға тейеш. Юлдарҙа үҙ-ара хөрмәт булһа, фажиғәләр ҙә кәмер ине. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: «Мосолман кеше мосолманға теле менән дә, башҡа төрлө йәһәттән дә зарар килтерергә тейеш түгел», — тигән. Юлда бөтәбеҙ ҙә бер тигеҙ, унда министр ҙа, губернатор ҙа өҫтөн түгел. Шуға күрә ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәү һәр кем өсөн мәжбүри. Хөрмәтле ҡәрҙәштәр, һәр ерҙә лә бер-беребеҙгә ярҙамсыл, ихтирамлы, иғтибарлы булайыҡ, юл ҡуя беләйек, сөнки һәммәбеҙҙе лә өйҙә ғаиләбеҙ, балаларыбыҙ, ата-әсәбеҙ көтә. Үҙебеҙҙең һәм ҡәрҙәштәребеҙҙең ғүмерен һаҡлайыҡ. Шул саҡта ғына юлдарыбыҙ хәйерле, хәүеф-хәтәрһеҙ булыр, бара торған ергә һау-сәләмәт барып етербеҙ, ҡайта торған ергә әйләнеп ҡайтырбыҙ. Ә инде именлек һағындағы полиция хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотлап, рәхмәт белдерәбеҙ, эштәрендә уңыштар теләйбеҙ. Юлдарыбыҙ һәр ваҡыт хәйергә, уңышҡа, бәрәкәткә илтһен! Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 009

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 370

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840