Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ДИНИ ТӘРБИӘ ОРЛОҠТАРЫ КҮҢЕЛ АША ҒЫНА ҺАЛЫНА
Ун беренсе дәрес

1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”
“Мосолмандарҙың бурыстары”

Уҡытыусы мосолманлыҡтың төп шарттарын аңлатҡан саҡта тағы бер тапҡыр дин менән милләттең бер үк төшөнсә түгеллеген иҫкәртеп үтергә тейеш. Мосолман булыуҙың төп биш бурысы бар, шуларҙы үтәгән сүрәттә генә һин ысын диндар булаһың. Ә башҡортлоҡ тыумыштан килә, һин милләтле булып тыуаһың. Динде һайлап алып була, ә милләтте һайламайҙар. Әммә бер кем дә, бер кемгә лә ниндәй ҙә булһа динде айырып маҡтап, көсләп тағырға тейеш түгел. Ислам тураһында һөйләгәндә лә был диндең төп бурыстарын һанап китеү мотлаҡ, ләкин һүҙ өгөтләү йүнәлешендә булырға тейеш түгел. Ниндәй ҙә булһа дингә ҡарата бәлиғ булмаған балалар алдында өгөт-нәсихәт уҡыу закон тарафынан тыйыла. Исламда ла дингә мәжбүри килтереү хупланмай. Хөрмәтле уҡытыусылар, был мәсьәләлә бик һаҡ булыу кәрәк.
Мосолмандың биш бурысының береһе саҙаҡа тинек.

Хәҙис шәриф.

Үҙ-үҙенән йәлләмәйсә саҙаҡаға
Һис юғы ярты хөрмә бирһен бәндә.
Ул булмаһа, яҡты йөҙлө, яҡшы һүҙле
Мөғәмәләң һаҡлар һине
йәһәннәмдән.

* * *
Саҙаҡаңды башта үҙеңә бир,
Шунан – ғаиләң, бала-сағаларға,
Ғаиләңдән артһа – туғандарға,
Туғандарҙан артһа – башҡаларға.

* * *
Биш ҡат намаҙ – ул эргәңдә
Таҙа йылға аҡҡан һымаҡ.
Шул саф һыуҙа биш ҡат ҡойоноп,
Биш сафланып сыҡҡан һымаҡ.
2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”
“Донъяның дини традициялары һәм кеше”

Кеше дин юлына баҫҡан икән, уның талаптарын, әлбиттә, үтәргә тейеш. Билдәле, ниндәй генә дин булмаһын, ул күңел сафлығы талап итә. Һин доға уҡыйһың икән, уны йола үтәү өсөн генә түгел, ә күңелеңде таҙартыу өсөн башҡараһың. Сөнки һин Аллаһ менән бәйләнешкә инәһең. Дини тәғлимәт буйынса, саф күңелдән ҡылынған доға ғына Аллаһ тарафынан ҡабул ителә. Уҡығанда башҡа берәй нәмә тураһында уйларға, фекереңде ситкә йүнәлтергә ярамай. Шулай иткәндә, мейелә сыуалған уй-фекер бер йүнәлештә көйләнә, һин яҡшы ваҡиғалар тураһында ғына уйларға тырышаһың.

Хәҙис шәриф.

Һәр диндең — үҙ талаптары,
Баһа-ҡылығы.
Исламдың иң төп сифаты –
Баҫалҡылығы.

3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”
“Әхлаҡи бурыс”

Диндә доға уҡыу мотлаҡ, һәм һин үҙеңдең уй-фекерҙәреңде көйләп алаһың. Тәғлимәттәрҙән тыш, зарури әхлаҡи бурыстар ҙа бар. Был бурыстар ҙа йәмғиәт ҡанундарында яҙылмаған. Улар, әйтеп үтеүебеҙсә, иң элек үҙ намыҫың алдындағы яуаплылыҡҡа бәйле. Мәҫәлән, һин берәй нәмәне эшләргә тейешһең, әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында йәки фәҡәт теләмәгәнлектән башҡара алманың. Ул хаҡта үҙеңдән башҡа берәү ҙә белмәй. Һин, яуаплылыҡтан ҡурҡып, нимә тип булһа ла аҡланаһың. Һин башҡаларҙы түгел, үҙеңде алданың, үҙ намыҫың алдында ялғансы булып ҡалдың. Йәки таныш булмаған берәйһе ярҙам һораны икән – үтенесен ҡәнәғәтләндереү һинең ҡарамағыңда. Ҡарамағыңда ғына түгел, ә намыҫыңда. Үҙ-үҙен ихтирам иткән кеше бер ваҡытта ла үҙ выжданы алдында ялғанламай. Ә үҙеңә ихтирам бөттөмө – һиндә рухи тарҡалыу, һыныу башлана. Күңел төшөнкөлөгө тип атала ул. Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә, тиҙәр. Әлбиттә, ҡайһы бер алдаҡтың башҡаларға беленмәй үтеп китеүе лә ихтимал, әммә барыбер күңелең тынғы тапмаясаҡ. Ялғандың аяғы ҡыҫҡа, ти халыҡ. Йыландың ағыуы — телендә, ямандың ағыуы — күңелендә, тигән мәҡәл бар. Тимәк, һинең ялғаның – күңел бысраҡлығың ул.

Ун икенсе дәрес

1. “Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре”
“Аллаһҡа табыныу”

Доға ҡылыуҙың күркәм тәртибе бар. Кеше намаҙға эске яҡтан да, тышҡы яҡтан да әҙерләнергә тейеш. Тышҡы әҙерлек ул – намаҙ урынын тәртиптә тотоу, тәһәрәт алыу, таҙа кейем кейеү. Тәһәрәт алыу тәртибе бар. Ул хаҡта айырым китаптар ҙа нәшер ителә. Ошондай әҙерлек барған саҡта, кеше үҙен эске яҡтан да әҙерләй, көйләй. Әлбиттә, көнөнә биш тапҡыр тәһәрәт алыу, намаҙ уҡыу тәртибе, эске көйләнеш, үҙ гонаһтарыңды йәки ҡырын эштәреңде иҫкә төшөрөп, уларҙан арынырға тырышыу, йәғни Аллаһтың ярлыҡауын үтенеү сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһай. Ғөмүмән, тура юлдан, дөрөҫлөктән тайпылыуыңды тойғас, үҙ яңылышлығыңды аңлағас, уларҙан ҡотолоу, йәғни күңел таҙартыу, йәнгә лә, тәнгә лә яҡшы тәьҫир итә. Һин берәйһе алдында ғәйепле икәнһең – туранан-тура үҙең әйтә алмаһаң, берәй яҡының аша ғәфү үтен. Эш боҙғанһың икән – төҙәтеү сараһын күр. Алдағанһың икән – дөрөҫөн һөйләү яйын тап. Улай ҙа эшләмәһәң, үҙ намыҫың алдыңда таҙарын.

Хәҙис шәриф.

Мин бит һөйәм барсағыҙҙы,
Мине һөйһәң, кешем, ҡолом,
Мин булырмын һаҡ ҡолағың,
Күрер күҙең, һуҙыр ҡулың,
Булырмын йөрөр аяғың,
Саф күңелең, ғәзиз телең.

2. “Донъя диндәренең мәҙәниәт нигеҙҙәре”
“Изге ҡоролмалар”

Уҡыусыларҙың үҙҙәренән ниндәй изге ҡоролмалар барлығын белеүен һорарға кәрәк. “Мәсет, сиркәү” тиерҙәр. Мәсет ниндәй дин тотоусыларҙың изге йорто, был биналар бер-береһенә оҡшағанмы? Мәҫәлән, беҙҙең ауылдағы мәсет күрше ауылдыҡынан нимәһе менән айырыла? Ә ни яғы менән оҡшаған, ниндәй уртаҡлыҡтары бар? Ауылда мәсет булһа, уҡыусылар менән бергә барып күрергә, ундағы тәртип менән танышырға, изге китаптарҙы, биналағы яҙыуҙарҙы ҡарарға мөмкин. Мәсеттәге дин әһеле бөтөн мәсеттәр өсөн дә уртаҡ шартты – мәсеттәге михрабтың ҡибла яғына ҡаратып төҙөлөүен – аңлатһын. Әммә дәреслектә бирелгән тиклем теманан ситләшеп, уҡыусыларҙы өндәүҙән һаҡ булһын. Мәсеттә дин әһеленә һүҙ бирелә икән, уның маҡсаты фәҡәт дини йолаларҙы, мәсеттәге изге әйберҙәрҙең тәғәйенләнешен, мәсеткә инеү тәртибен аңлатыуҙан ғына ғибәрәт булырға тейеш.
Ошондай уҡ сәйәхәтте, мөмкинлеккә ҡарап, башҡа изге ҡоролмаларға ла яһарға мөмкин.
Төрлө дин тотоусыларҙың махсус ҡоролмалары тураһында дәфтәргә яҙып ҡуйырға кәрәк. Уҡыусыларҙың артабанғы тормошонда был мәғлүмәттәрҙең кәрәк булыуы ихтимал. Мәғлүмәтле булыу бер ваҡытта ла ҡамасауламай.
3. “Донъяуи этика нигеҙҙәре”
“Ғәҙеллек”

Донъяла төрлө төшөнсә бар. Әлбиттә, яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек, иғтибарлылыҡ, ярҙамсыллыҡ һәм битарафлыҡ хаҡында күбебеҙ белә. Уҡыусыларға ярҙамсы һорауҙар биреп, үҙҙәренән ошо төшөнсәләр тураһында әйттереп, улар төшөнөр кимәлдә аңлатмаһын бирергә кәрәк.
Ә нимә ул ғәҙеллек? Ниндәй осраҡта ҡыҙыу бәхәс, талаш, асыуланышыу, бер-береңде яратмай башлау, үс алырға тырышыу һәм башҡа ошондай кире күренештәргә юл ҡуйыла? Ғәҙелһеҙлектән түгелме? Ни өсөн ғәҙеллек тураһында һөйләгәндә, һәр саҡ яҡшылыҡ тигән төшөнсә йәнәш була? Уҡыусылар ошо һорауға үҙҙәре яуап бирһә, әлбиттә, бик яҡшы булыр.
Ғәҙеллек юғалған ерҙә яманлыҡ башлана. Ғәҙел булыу – яҡшылыҡтың төп шарттарының береһе. Тимәк, һин яҡшы кеше булып йәшәргә ынтылаһың икән, иң тәүге шарттарҙың береһе – ғәҙеллек.
Уҡыусыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренә ҡарап, ҡайһы бер төшөнсәләрҙе асыҡлап китеү яҡшы булыр. Иптәшеңдең етешһеҙлегенән мыҫҡыллы көлөү, бер һабаҡташыңдың хаталы аҙымы хаҡында бүтәндәргә һүҙ еткереү, дәрестә бер-береңә дөрөҫ яуапты күсертеү һәм башҡа шундай күренештәр тураһында һөйләшеп алыу байтаҡ ҡына мәсьәләләргә асыҡлыҡ индереүгә ыңғай йоғонто яһар. /Хөрмәтле уҡытыусылар, ошо урында уҡыусыларға бер төшөнсәне аңлатып китергә кәрәк: яҡын кешең менән кем хаҡындалыр һөйләшеү, фекер уртаҡлашыу күренеше бар. Икәү-ара ҡалған һүҙ сер булып һеңә. Ә бына шул һөйләшеүҙе кемгәлер алып барып еткереү, үҙеңде түгел, фекер алышҡан кешеңде ғәйепләп һөйләү инде ғәйбәт тип атала. Бик насар күренеш/.
Мәҡәлдәр. “Көн яманы китер, әҙәм яманы китмәҫ”. “Ҡулың пак булһа, йөҙөң аҡ булыр”. “Хәҡиҡәтте белмәү ғәйеп түгел, белеп тә күрмәү ғәйеп”. “Яҡшылыҡ итеү яҡшылыҡ күреүҙән яҡшыраҡ”.

Яҡшылыҡтан күҙ йомдоң,
Ҡан ҡойорға ынтылдың,
Илде утта ҡалдырҙың,
Күпте һыуҙа батырҙың,
Дейеүҙәргә алданып,
Кеше ҡаны түктерҙең.
Һөттәй таҙа берәүҙе
Күҙ ҡаралай икәүҙең
Берен — димләп бирҙерҙем,
Йөрәгең аҡ булыр, тип,
Һине маҡтап һөйҙөрҙөм.
Һин һүҙеңдә торманың,
Яҡшыға юл борманың,
— ти Урал батыр ағаһы Шүлгәнгә. Урал батыр ағаһы Шүлгәнде ғәҙеллек юлына бороу өсөн ниндәй өмөт бағлай? “Йөрәгең аҡ булыр” тигәнде нисек аңлайһығыҙ? Ни өсөн халыҡ насар кешегә “ҡара йөрәк” ти? Ошондай һорауҙар биреп, уҡыусыларҙың фекерен белергә һәм артабан тәрбиәүи эштә файҙаланырға мөмкин.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509