Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бөгөн ВЛКСМ-дың барлыҡҡа килеүенә - 95 йыл
Сираттағы тапҡыр илдә ВЛКСМ-дың тыуған көнө билдәләнә. Был юлы ҙур, етди юбилей — 95 йыл тула уға. Йырҙа йырланғанса: “Комсомолдан айырылмайым — мәңге йәш буласаҡмын”. Үкенескә ҡаршы, улай килеп сыҡмай шул. Күңелдә генә мәңге йәш ҡалып була. Бөгөн, совет осоро йолалары юғалғанда, был байрам ВЛКСМ-дың юлын дауам итеүсе йәштәр йәмәғәт ойошмаларын берләштерә. Заманында комсомолды яҙмышына һәм тормош мәғәнәһенә әйләнгән кешеләр байрам өҫтәле янында ғына осрашып ҡалмай, бер-береһенә ярҙам итә, хәҙер инде ветерандар берҙәмлегенә әйләнгән ВЛКСМ-ды һаҡлай һәм ҡурсалай.
Йола буйынса Башҡортостандың элекке комсомолдары һәм йәштәр ойошмалары әүҙемселәре юбилей хәтере кисәһенә йыйыласаҡ. Ул 1 ноябрҙә элекке “Юность” ял базаһында үтә. Шулай уҡ Өфөлә революция һәм граждандар һуғышы көрәшселәре иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Ә кисә ҙур делегация Мәскәүгә юлланды, сөнки байрам тантаналары Кремлдең Съездар һарайында үтә.
Өфө ҡала комитетының элекке беренсе секретары Энгельс Ҡолмөхәмәтов үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашты.
— Тормошта өлгәшкән барлыҡ уңыштарым комсомол мәктәбен үтеүемә бәйле, — тине ул. — Энергияһы көслө һәм лидерлыҡ сифаттарына эйә булған кешеләрҙе ул йәмәғәтселек эшмәкәрлегенә тупланы. Өфөнөң “удар объекттары” — “Нефтсе” мәҙәниәт һарайы, Республика урыҫ дәүләт драма театры, “Синтезспирт” мәҙәниәт һарайы (әлеге Ҡала мәҙәниәт һарайы), “БашфотоНУР” бинаһы (әлеге “Башинформ”) һәм башҡаларҙы төҙөүҙән сағыу хәтирәләр ҡалған. Опера һәм балет театрын, Башҡорт дәүләт филармонияһы бинаһын ремонтлау онотолмай. Күҙ алдына килтерегеҙ: социаль мөһим объектты файҙаланыуға тапшырыу сроктары ҡыҫа, ә төҙөлөш трестары өлгөрә алмай. Эште шәбәйтеү өсөн партия комсомолдарға ҡалала штукатурҙар, ташсылар конкурсын үткәрергә тәҡдим итә. Шунда уҡ материал да, кешеләр ҙә табыла. Энтузиазм менән эшләнеләр. Шулай, мәҫәлән, Октябрь революцияһы урамындағы Башҡорт дәүләт педагогия институты бинаһын, Урыҫ дәүләт академия драма театрын биҙәнек. Унда теләһә ниндәй эште башҡара инек. Уренгой — Помары — Ужгород газ үткәргесен, “Мәскәү” һәм “Полянская” станцияларын төҙөү Бөтә Союз удар комсомол төҙөлөшө тип иғлан ителде. Улар республика комсомолының йоғонто зонаһы ине. Активыбыҙ унда даими барып йөрөнө: иртән — унда, кисен — өйгә. Ил мәнфәғәте өсөн тырышып эшләүҙе бер кем дә үҙенсәлекле әйбер тип иҫәпләмәне — шулай йәштәрҙең берләшеүе тыуҙы.
Бик күп мөһим бурысты бер юлы үтәргә тура килде. Практика бик яҡшы ине, шуға күрә күп комсомол лидерҙары төҙөүселәр, етәкселәр, эшҡыуарҙар булып китте. Уларҙың береһе лә был тормошта юғалманы. Эйе, комсомол мәктәбен үткән кешеләр бер ҡасан да албырғап ҡалмай: хатта пенсионер булһалар ҙа, тейешле сараһын табалар.


Был иҫтәлекле көн йәштәребеҙгә әллә ни таныш булмаһа ла, өлкәнерәк быуын уны тулҡынланып та, һағынып та иҫкә ала. Юбилей айҡанлы элекке комсомол ағзаларынан хәтирәләре менән уртаҡлашыуын үтендек.

Земфира ҠАСҠЫНОВА, Хәйбулла районы:
— Комсомолға теләһә кемде алманылар. Ул яҡшы тәртип, һәйбәт уҡыу, өлгөлө эш өсөн бүләк һымаҡ ҡабул ителде. Беҙ яҡшыраҡ булырға тырыштыҡ, бер кемдең дә башҡаларҙан хөртөрәк күренгеһе килмәне. 80-се йылдарҙа комсомол юлламаһы менән Себер тарафтарына барҙым. Был, бер яҡтан, йәшлек романтикаһы булһа, икенсе яҡтан, ҙур ҡыйыулыҡ та. Ул саҡта йәш кенә ҡыҙ инем. Газ тармағында эш ауыр, өҫтәүенә Себер шарттары йонсотто. Бөгөн бер нәмәгә лә үкенмәйем. Ул осор тормошомдоң иң бәхетле мәле ине, тип әйтә алам.

Дауыт ИСЛАМОВ, Өфө ҡалаһы:
— О, ул саҡтар! Әлбиттә, хәтерҙә. Комсомол бит ул иғәнә йыйыу ғына түгел. Ул беҙгә, шул осор йәштәренә, күпте бирҙе. Художество күргәҙмәләре, концерттар ойоштороу, уңыш йыйыуҙа, яңы ҡалалар һәм предприятиелар төҙөүҙә ҡатнашыу... Эйе-эйе, илебеҙҙең күп ҡалаларын комсомолдар төҙөнө. Ял итеү, күңел асыу ҙа булды. Ил буйлап йөрөп, донъя күреү, комсомол юлламалары буйынса ял итеүҙәр. Мәҫәлән, Ленин урындары буйлап сәйәхәт ҡылғанды хәтерләйем.

Исмәғил МОРАТОВ, Күгәрсен районы:
— Мин октябрят та, пионер ҙа, комсомол да булдым. Ул йылдарҙы ысынлап та тулҡынланып иҫкә алам һәм әле лә һағынам. Беҙҙә берҙәмлек, көс бар ине. Хәҙер генә йәштәрҙе берләштерерлек йүнле бер ойошма ла юҡ. Барҙы емереп ташларға шәптәр, ә бына урынына яңыһын булдырманылар. Уҡыусылар, үҫмерҙәр мәктәптән һуң үҙҙәрен ҡайҙа ҡуйырға белмәй теләһә ни эшләп йөрөй йә компьютерға текәлеп үткәрә ваҡытын.

Илһам БАРЛЫБАЕВ, Стәрлетамаҡ ҡалаһы:
— Комсомолға 14 йәшемдә индем. Беҙгә ВЛКСМ уставын, дәүләт етәкселәренең исем-шәрифен, вазифаларын, илебеҙ сәйәсәтендәге төп йүнәлештәрҙе белеү мотлаҡ ине. Комсомолдар файҙалы эш менән генә шөғөлләнде. Дуҫтарым менән уҡыуҙан һуң милицияға йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа ярҙамлаштыҡ: ҡала буйлап дежурға сыға инек. Пионерҙарҙы, бәләкәйерәк балаларҙы шефлыҡҡа ала торғайныҡ. Өйҙәре буйлап йөрөп, аҙаҡ отчет бирәбеҙ. Комсомолдың тәрбиәүи әһәмиәте ифрат ҙур булды. Һәр кемдең күберәк яҡшы эштәр башҡарғыһы килә ине. Хәҙер ҡайтарырға ине шул мәктәпте.

Рәзилә ИСКӘНДӘРОВА, Учалы районы:
— Ғүмеремдә бер үкенес ҡалды — комсомолға инеп өлгөрмәнем. Мәктәптә бәләкәй кластан беҙҙе шуға әҙерләнеләр, тәүҙә октябрят, аҙаҡ пионер булдыҡ. Һәр саҡ ошо мөһим аҙымға — комсомолға инеүгә — маҡсат тоттоҡ. Тик, 14 йәшем тулғас, ойошма юҡҡа сыҡты, хыялдар селпәрәмә килде... Аҙаҡ та бик үкенеп йөрөгәнем хәтерҙә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 051

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 415

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 947

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 853

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 595

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 206

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 430

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 951

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 401

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 486

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 311

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 497