Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дин менән иман һәр кемгә өҫтөнлөк бирә
Дин менән иман һәр кемгә өҫтөнлөк бирәКем эҙләй, шул таба, ә эшләмәгәндәр һылтауларға ғына оҫта, ти Владик Заһиров

Йүнселлек күптән илебеҙҙә заман талабына әүерелде. Ҡасандыр иң үткерҙәр һәм заманса аңлылар тотоноп киткәйне был эшкә. Бөгөн улар иңендә – иҡтисадыбыҙ именлеге. Ауыл ерендә йүнселдең хәле нисек, уны ниндәй мәсьәләләр борсой? Уларға эшләргә, үҫешергә мөмкинлек булдырылғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, Ҡыйғы районының Эшҡыуарҙар союзы рәйесе Владик ЗАҺИРОВҠА мөрәжәғәт иттек.

– Владик Саяф улы, һеҙ эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнәһегеҙ, шул уҡ мәлдә иңегеҙгә йәмәғәт эшен дә алғанһығыҙ...
– Әйткәндәй, яңыраҡ ҡына 60 йәшемде билдәләнем. Ҡайһы берәүҙәр пенсия йәшендәгеләрҙе иҫәптән сығарырға ярата. Дәрт тә, дарман да бар, йәмәғәтселек мине белә, ихтирам итә. Шулай булғас, ниңә эшләмәҫкә? Күрше-тирә райондарҙың етәкселәре һәм йүнселдәре лә йыш ҡына беҙгә килеп тәжрибә уртаҡлашып ҡайта. Эшҡыуарҙар союзы эшмәкәрлегенең дә бурыстары бихисап: документтар, отчет менән эш итергә тура килә. Ә беҙҙә быларҙың бөтәһе лә яйға һалынған. Ҡайһы бер күрһәткестәр республика кимәленән яҡшыраҡ булһын, алдынғылар рәтендә барайыҡ, тип тырышабыҙ. Бөтөн яңы мәғлүмәт менән эшҡыуарҙарҙы үҙ ваҡытында таныштырабыҙ. Үҙем бер юлы "Рәсәй терәге" ойошмаһының төбәк бүлексәһе рәйесе лә, шуға күрә районыбыҙ менән генә сикләнмәйбеҙ, ә тотош төньяҡ-көнсығыш буйынса эш алып барабыҙ.
Күңелем менән тоям: эшҡыуарлыҡҡа бөгөнгө ярҙам – киләсәкте күҙаллаған аҙым. Бөтә иҡтисад эшҡыуарлыҡ иңендә ҡалып килә бит. Элегерәк йүнселдәргә әллә ни ихтирам да булмай торғайны, "аҡса һуғыусылар" тип кенә ҡаранылар. Ә бөгөн үҙебеҙҙең ҙур көс икәнлегебеҙҙе тоябыҙ, халыҡтың, райондың тормошона ыңғай йоғонто яһай алабыҙ. Бер миҫал: беҙҙең эш күрһәткестәре яҡшы булғанда, муниципаль органдарға ла юғары баһа бирелә. Минеңсә, уларҙың эшмәкәрлеген баһалаусы дөп-дөрөҫ ысул был. Иң мөһиме – күрһәткестәр һауанан алып яҙылмаһын. Күптәргә шуны аңларға ваҡыт: хөкүмәттән аҡса көтөп ултырып, "тегенеһен бирмәнеләр, быныһын бирмәнеләр" тип ғәйепте ситтән эҙләү, туҡтауһыҙ яр һалыу менән генә тормош яйға һалынмаясаҡ. Туҡтауһыҙ эҙләнергә, нимәлер булһа ла эшләргә кәрәк. "Кем эҙләй, шул таба" тигәндәре хаҡ ул, ә эшләмәгәндәр һылтауларға ғына оҫта.
– Ә үҙегеҙ эшҡыуарлыҡҡа нисек килдегеҙ?
– Заманында Стәрлетамаҡта тәьмин итеү идаралығы етәксеһе булып эшләгәйнем. Үҙем Ҡыйғыныҡы булғанға, районға эшкә саҡырып ҡайтарҙылар. Әммә төрлө сәбәп арҡаһында район етәкселеге менән борсаҡ бешмәне: уларҙың эш ысулдарына риза булмауым ярһытҡандыр. Шуға күрә, административ ресурсты файҙаланып, эштән сығарҙылар. Оҙаҡ уйлап торманым, үҙем белгән тармаҡта шәхси фирма асырға ҡарар иттем. Ул ваҡытта, 1988 – 1989 йылдарҙа, районда эшҡыуарҙар бөтөнләй юҡ ине әле. Сәйер ҡараш ташлаусылар, аяҡ салырға тырышыусылар ҙа булманы түгел. Мәҫәлән, магазинымды туҡтауһыҙ тикшереп, һалым органдарын, милицияны һөсләтеп йөрөүселәр ҙә табылып торҙо. Подвалда урынлашҡан тәүге магазинымды бер предприятиенан һатып алғайным, уны суд аша кире ҡайтартыуға өлгәштеләр. Әммә шул ваҡытта район халҡы мине дәррәү яҡлап сыҡты, көн ярым эсендә генә ике меңгә яҡын кешенән ҡултамға йыйҙылар, сөнки күпселек эшемдән ҡәнәғәт ине.
Был кемгәлер оҡшап та етмәйҙер инде, әммә ғәҙелһеҙлекте енем һөймәй. Һәр урында етәкселәр үҙ ыңғайына ғына йөрөгәндәрҙе яҡын күрә бит. Бер етәксе минән ришүәт талап итте, әммә уға: "Минән бер тин дә ала алмаясаҡһың", – тип белдерҙем. Һөжүм оҙаҡ көттөрмәне: магазин биналарын тартып алдылар, иҫәпһеҙ-хисапһыҙ тикшереүҙәр менән йонсоттолар. Ысулдары байтаҡ бит инде.
Әлбиттә, был замандар күптән үтте, бөгөн эшҡыуарлыҡҡа юл асыҡ. Район етәкселеге лә йүнселдәр мәнфәғәтен һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тота. Эшебеҙ яйлы ғына бара, шуға күрә, һис шикһеҙ, шөкөр тиергә генә ҡала инде.
– Бөгөн ниндәй йүнәлештәрҙә эшләйһегеҙ?
– Бер туған ҡустым Фәнил менән ағас эшкәртәбеҙ. Ҡайын күмере етештерәбеҙ, уға бөгөн ихтыяж юғары. Бының өсөн ҡиммәтле ҡорамалдар ҙа һатып алдыҡ. Шулай уҡ фермерлыҡ эшенә лә тотондоҡ, 56 гектар еребеҙ бар. Бал биреүсе күп йыллыҡ үҫемлектәр сәсәбеҙ.
– Бөгөнгө эшҡыуарҙарҙың хәлен нисек баһалар инегеҙ? Үҙегеҙ ҙә эшҡыуар, йүнселдәр араһында йөрөйһөгөҙ, был өлкәлә проблемалар менән яҡындан танышһығыҙҙыр, моғайын...
– Һис шикһеҙ, эшҡыуарҙы дәүләт яҡларға тейеш. "Старт-ап" программалары, субсидиялар аша ярҙам күрһәтелеүе лә тик хуплауға лайыҡ, һүҙ юҡ. Әммә бындай ярҙам административ ресурстар аша түгел, ә йәмәғәтселек менән кәңәш ҡорғандан һуң бүленергә тейеш. Был – туғаным, быныһы – танышым, дуҫым тип бирелһә, бындай ярҙамдан һөҙөмтә лә булмаясаҡ. Беҙҙе иһә бындай мәсьәлә борсомай, район етәкселеге һәр ваҡыт эшҡыуарҙар союзының фекерен иҫәпкә алып, бер төптән, кәңәшләшеп эш итә.
Эшләгән, тырышҡан кеше бөгөн лайыҡлы йәшәй ала. 90-сы йылдарҙағы баш-баштаҡлыҡ юҡ, бөтә эшмәкәрлегеңде ҡануниәт нигеҙендә алып барһаң, эшеңә аяҡ салыусы ла булмаясаҡ. Бар көсөн һалып эшләгән йүнселдәр бихисап беҙҙә. Мәҫәлән, ҡасандыр Балтас районынан килгән Радик Ғәлимйән улы Әхмәтйәновтың уңыштарына һөйөнөргә генә ҡала. Иң мөһиме – уның эшенән халыҡ та ҡәнәғәт. Бөтәһе лә кешенең холоҡ-фиғеленә, шәхси сифаттарына бәйлелер. Шул уҡ мәлдә эшен яйға һалмайынса, "Ни өсөн башҡаларға ярҙам бар, миңә юҡ?" тип туҡтауһыҙ зарланып йөрөгәндәр ҙә етерлек.
– Бөгөн райондарҙа түбән генә эш хаҡына ялланып йөрөүселәр етәһе. Күптәр түҙмәй, “оҙон” аҡса артынан ҡалаға йә Себергә сығып китә. Ундайҙарға эшҡыуарлыҡҡа тотоноп ҡарарға кәңәш итер инегеҙме?
– Шәхси шөғөлгә тотонорға теләгәндәр өсөн һәр районда тиерлек бизнес-үҙәктәр бар, әммә уларҙың эшмәкәрлеге ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине. Беҙҙә иһә был эш яйға һалынған тиергә булалыр. Мәҫәлән, күптән түгел Башҡорт дәүләт аграр университетынан фән кандидатын – Ринат Мамаев исемле Ырымбур егетен – саҡырғайныҡ. Ул халыҡҡа ауыл ерендә нисек эш башларға, нисек уны үҫтерергә һәм яйға һалырға кәрәклеген бик күп миҫал килтереп һөйләне. Үҙенең программаһын теория менән практиканы бергә бәйләп төҙөгән, шуның менән отҡан да. Һәр кем был технологияны тормошта ҡуллана ала, тимәк, файҙаһы ла буласаҡ.
Беҙгә йыш ҡына республиканан ситтә лә булырға тура килә, башҡа төбәктәрҙәге йүнселдәр менән тәжрибә уртаҡлашабыҙ, фекер алышабыҙ. Ҡайһы саҡта төркөм йыйып та сәфәргә сығабыҙ.
Шуны айырым әйткем килә: әгәр ауылға мөнәсәбәт үҙгәрмәһә, ул шулай бөтәсәк, минеңсә. Халҡыбыҙҙы дингә ҡайтарыу, ауылдарҙы мәхәллә формаһына күсереү генә беҙҙе ҡотҡара аласаҡ, тип иҫәпләйем. Күптән түгел Пенза өлкәһендәге Урта Елүҙән ауылында булырға тура килде. Иҫ-аҡылың китер: ун меңгә яҡын кеше йәшәгән ауылда ун мәсет эшләп тора! Халыҡта ихтыяж булмаһа, шунса мәсетте һалырҙар инеме ни? Һуңғы биш йыл эсендә был ауылда, исмаһам, бер генә хоҡуҡ боҙоу ҙа теркәлмәгән. Юҡ, енәйәт эше түгел, ә хоҡуҡ боҙоу, тәртипһеҙлек – ошоно күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ!
Ошо мосолман ауылы өлгөһөндә генә бөгөнгө хәлебеҙҙе яҡшыртырға була. Шул мәлдә генә, минеңсә, ауылыбыҙҙы һаҡлап ҡала аласаҡбыҙ. Беҙ әле районда ошо йүнәлештә бер төптән эш алып барырға тырышабыҙ. Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Хәбирйән Заһир улы Таһировтың да эшмәкәрлеге маҡтауға лайыҡ. Бөгөн һәр беребеҙ иң тәүҙә йәштәребеҙ мәнфәғәтен, уларҙың киләсәген күҙ уңында тоторға тейеш. Киләсәк бөгөндән башланғанын хәтерҙән сығарырға ярамай.
– Ә үҙегеҙҙең дингә аяҡ баҫыуығыҙ нисек булды?
– Аллаһ Тәғәләнең ҡушыуынан тыш ағастағы япраҡ та ергә төшмәй, бөтәһе лә уның ҡөҙрәте менән. Әле 1506 йылдан башланған шәжәрәмде әҙерләйем, шуға ла атай-олатайҙарымдың Таймаҫ нәҫеленән булғанлығын беләм. Тап улар Мейәс, Сыбаркүл ҡәлғәләрен төҙөгән, мәсет һәм мәҙрәсәләр күтәргән. Миңә лә Аллаһ Тәғәлә 1996 йылда хаж ҡылырға насип итте. Бөгөн диндә ҡушылғанса йәшәргә тырышам, әле бына Йылан ауылында мосолман йәштәре өсөн Никах йорто төҙөп ултырттыҡ. Билдәле дин әһеле Хәмзә хәҙрәткә рәхмәт, был төҙөлөшкә ул 600 мең һумдан ашыу аҡса бүлде. Эшҡыуар Радик Әхмәтйәнов та ҙур ярҙам күрһәтте.
Яңы уй-теләктәрем дә юҡ түгел: мәҫәлән, шул уҡ Хәмзә хәҙрәт менән Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә "Хәмзә" мәҙрәсәһен төҙөйбөҙ. Түбәнге Ҡыйғыла үҙ иҫәбемә мәҙрәсә төҙөткәйнем. Ул уҡыусыларҙы ҡабул итеүгә бөгөндән әҙер кеүек тә бит, тик уны финанслау мөмкинлеге юҡ, шуға ла бар ҡеүәтенә эшләмәй. Йәйге лагерҙар ойоштороуын-ойошторабыҙ, әммә ул йыл әйләнәһенә эшләһен өсөн хәлебеҙ етеңкерәмәй.
– Ә дин менән иман эшҡыуарлыҡта һәр кемгә өҫтөнлөк кенә бирәлер...
– Тап шулай. Тағы ла Урта Елүҙән ауылын өлгө итеп килтерергә була. Унда 52 магазин эшләй, шуның 50-һендә харам ризыҡ һатылмай. Ысынлап та, дин эшҡыуарлыҡҡа этәргес, ярҙам ғына. Татарстанда булғанымда бер район хакимиәте башлығы: "Беҙ бында араҡы һаттырмайбыҙ", – тип әйтте. Санкт-Петербургтың эшҡыуарҙары тегегә: "Һеҙ бит Рәсәй Конституцияһын боҙаһығыҙ", – тип иҫкәртеү яһаны. "Беҙҙән сауҙаға рөхсәт бар, ләкин имамдарыбыҙ һаттырмай", – тип яуап бирҙе теге. Эйе, имамдар, дин әһелдәре ҡеүәтле ижтимағи көскә әйләнергә тейеш. Араҡы эсмәгәндә, айыҡ аҡыл менән йәшәгәндә, әлбиттә, тәртип тә, йүнселлек тә үҫешәсәк. Шуға ла дингә баҫыу, мәхәллә булып йәшәү һәр кешегә рухи яҡтан да, матди йәһәттән дә этәргес кенә буласаҡ. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм дә эшҡыуарлыҡты, сауҙа эшен хәләл тип билдәләгән. Бары ошо хәләлдән ситләшмәҫкә, йәғни тыйғандан тыйылырға кәрәк, шул мәлдә, һис шикһеҙ, эшебеҙ ҙә уң барыр.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 008

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 368

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 916

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 811

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 175

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 390

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 932

Йоҡларға ҡурҡам...

Йоҡларға ҡурҡам... 30.03.2019 // Йәмғиәт

Баҡыйлыҡҡа күскәненә тиҫтә йылға яҡын ваҡыт уҙһа ла, әсәйем һуңғы арала төшөмә йыш инә башланы....

Тотош уҡырға 3 504

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була?

Йәкшәмбелә ғаилә менән ҡайҙа барырға була? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Ҡул эштәре менән булыу, аш-һыу бешереү, бейеү, һүрәт төшөрөү, спорт уйындары... Ә һеҙҙең ғаиләнең...

Тотош уҡырға 1 893

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә

"Мин Хәйбулланан!" тип ғорурланыр йәштәр ҙә 29.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостандың 100 йыллығына арналған саралар дауам итә. Бөгөн, мәҫәлән, Хәйбулла районы үҙәге...

Тотош уҡырға 1 912

Сарыҡ нисек тегелә?

Сарыҡ нисек тегелә? 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында башҡорттоң традицион аяҡ кейеме – сарыҡ тегеү буйынса...

Тотош уҡырға 2 072

15 апрелдә башлана

15 апрелдә башлана 29.03.2019 // Йәмғиәт

Учалы районы хакимиәтендә подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса республика программаһының тормошҡа...

Тотош уҡырға 1 840