Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Алға, Башҡортостан!”
Республикам – терәге берҙәм халҡымдың.

“Башҡортостан – Рәсәйҙең таяныс төбәге. Рәсәй дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылған мәлдән алып ошо ерҙәге бик күп халыҡ быуыны Ватанға хеҙмәт иткән, уның азатлығын яҡлаған, иҡтисади ҡеүәтен нығытҡан. Башҡортостан – 278 Советтар Союзы Геройының, 23 Рәсәй Федерацияһы Геройының, 224 Социалистик Хеҙмәт Геройының йәнтөйәге.

Беҙ яҙмыштарында Тыуған илебеҙ тарихы сағылған яҡташ­тарыбыҙ менән ғорурланабыҙ: яҙыусы Сергей Аксаков, һынлы сәнғәт оҫтаһы Михаил Нестеров, арҙаҡлы генералдар Миңлеғәле Шайморатов һәм Анатолий Романов, мәшһүр бейеүсе Рудольф Нуриев, донъяның иң яҡшы опера бастары ағалы-ҡустылы Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар. Башҡортостан йәштәрен уларҙың өлгөһөндә тәрбиәләйбеҙ.

Башҡортостан – халыҡ һаны йәһәтенән иң ҙур милли республика. Беҙҙә 4 миллион 60 меңдән ашыу кеше йәшәй. Республиканы йөҙҙән ашыу милләт һәм бөтә традицион дин вәкилдәре төйәк иткән. Өфө илебеҙҙә ислам­дың баш ҡалаһы тип иҫәпләнә. Ике быуаттан ашыу бында Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты эшләй. Башҡортостан – Волга буйы федераль округында иң “йәш” республика. Хал­ҡының сирек өлөшө, йәғни миллиондан ашыу кеше – ул йәштәр.

Республикабыҙ иҡтисади яҡтан алға киткән төп төбәктәр тиҫтәһенә инә. Былтыр ойошмалар әйләнеше 3,5 триллион һумдан ашып киткән. Сәнәғәттең үҫеш йылдамлығы буйынса беҙ 3,4 процентҡа еттек. Был – илдәге иң юғары күрһәткестәрҙең береһе.

Республикабыҙ иҡтисады флагмандары – “Башнефть”, “Газпром нефтехим Салауат”, Өфө моторҙар берекмәһе, Күмертау авиация етештереү предприятиеһы, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Белорет металлургия комбинаты һәм башҡа бик күптәрҙе бөтәгеҙ ҙә яҡшы беләһегеҙҙер. Уларҙың продук­цияһына Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур.

Башҡортостан Рәсәйҙең инновациялы төбәктәренең береһе булараҡ танылды. Ундайҙар ни бары 16 ғына. Беҙ ассоциацияға берләшкәнбеҙ. Республикала ҡеүәтле нефть химияһы кластеры ойошторолдо. Индустриаль һәм технопарктар бар. Беҙ бизнес-инкубаторҙар, ғилми-тикшеренеү институттары, Фән һәм технологиялар йортон, эшҡыуарлыҡ йортон асабыҙ.

Башҡортостанда биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе төҙөлдө. Рәсәй Хөкүмәте ошондай ҡарар ҡабул итте. Беҙ ил етәкселегенә ышаныс күрһәткән һәм башланғыстарыбыҙҙы хуплаған өсөн рәхмәтлебеҙ. Әммә өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға йыйынмайбыҙ, әле Ишембайҙа махсус иҡтисади зона ойоштороу йәһәтенән әүҙем эшләйбеҙ.

Башҡортостан – илдең төп аграр төбәктәренең береһе. Былтыр беҙҙең агросәнәғәт комплексы 150 миллиард һумдан ашыу күләмдә продукция етештергән. Һыйыр ите етештереү буйынса – беренсе, һөт етештереү, һыйыр һәм йылҡы малдары һаны буйынса икенсе урынды биләйбеҙ. Йыл һайын 3-4 миллион тонна иген етештерергә мөмкинлегебеҙ бар. Бөгөн беҙҙең агросәнәғәт комплексында үҫеш буйынса күләмле проекттар тормошҡа ашырыла.

Беҙгә артабан да алға барырға, төбәгебеҙгә яңы этәргес бирергә кәрәк. Былтыр республикаға 270 миллиард һум йүнәлтелде. Беҙҙеңсә, был ғына етмәй, ошо һанды икеләтә арттырыу бурысын ҡуябыҙ. Яҡшыраҡ булырға, илебеҙҙәге алдынғы төбәктәр тәжрибәһен файҙаланырға теләйбеҙ.
Республикабыҙҙың тәүге йөҙ йыллығы биттәрен ябып, яңыһын яҙа башлайбыҙ. Икенсе йөҙ йыллыҡҡа алға киткән иҡтисадҡа, ҡеүәтле кеше потенциалына, күп милләтле дуҫлыҡтың һәм Рәсәй дәүләтенә хеҙмәт итеүҙең быуатлыҡ традицияларына эйә булып, ғорур һәм ышаныслы аяҡ баҫабыҙ. Беҙ үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға ышаныс бағлайбыҙ һәм кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу буйынса ул ҡуйған бурыстарҙы үтәйәсәкбеҙ.

Икенсе йөҙ йыллыҡҡа “Алға, Башҡорт­остан!” тигән девиз менән инәбеҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 074

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 434

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 966

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 875

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 627

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 225

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 449

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 421

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 512