Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Коммунизмды көтмәҫкә, эшләргә саҡырҙы”
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Мәскәүҙә Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһен тәҡдим итеү сараһында ҡатнашты. Владимир Путиндың сығышынан һуң республика парламенты Рәйесе Мөрәжәғәтнамәнең тексына аңлатма бирҙе.

– Был программа документының төп өлөшө илдең эске социаль һәм иҡтисади үҫеше, уның сиктәренең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, суверенитет мәсьәләләре менән бәйле. Бөтә кимәлдәге етәкселәрҙе коммунизм килгәнен көтмәҫкә, ә һәр ке­шенең йәшәү кимәлен күтәреү өсөн һөҙөмтәле аҙым яһарға саҡы­рып, Президент ишле ғаиләләрҙе, пенсио­нерҙарҙың хәлен яҡшыртыу, демографик һынауҙарҙы уңышлы үтеү буйынса ҡәтғи сараларҙы билдәләне, – тине Константин Толкачев. – Социаль түләүҙәрҙе арттырыу, фәҡир­лекте бөтөрөү, медицина хеҙмәттәре сифатын яҡшыр­тыу, мәктәптәрҙе яңыртыу һәм техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу, төрлө тармаҡтарҙа эш хаҡын арттырыу, фәнде һәм юғары технологиялы етештереүҙе үҫтереү бурысы ҡуйылды.

Константин Толкачев әйтеүенсә, дәүләт башлығының Мөрәжәғәт­на­мәһендә ҡуйылған бурыстарҙың мөһимлеге урындарҙа йылдам эш талап итә.
– Мөрәжәғәтнамәлә күтәрелгән мәсьәләләрҙе төбәктәргә әүҙем хәл итергә тура киләсәк. Шул уҡ ваҡытта хәҙерге тормоштағы үҙгәрештәрҙең йылдамлығы һәм күләмлеге һүлпән­леккә урын ҡалдырмай, – тине Константин Толкачев.
* * *
Владимир Путин 2020 йылдың 1 ғин­уа­рынан беренсе һәм икенсе балаға түләү күләмен ике йәшәү минимумына тиклем арттырырға тәҡдим итте. Уның әйтеүенсә, беренсе һәм икенсе балаға пособиены йән башына уртаса килеме ике йәшәү минимумынан түбәнерәк булған ғаиләләр аласаҡ. Владимир Путин шулай уҡ 2019 йылдың 1 июленән инвалид бала ҡарау буйынса пособиены 10 мең һумға тиклем арттырыу тура­һында белдерҙе. Президент балалы ғаиләләр өсөн һалым һалынған фатир майҙанын кәметергә тәҡдим итте. Ул Үҙәк банк алдына ипотека ставкаһын 9, һуңыраҡ 8 процентҡа тиклем түбәнәйтеү бурысын ҡуйҙы.

– Ишле ғаиләләр өсөн ипотека буйынса ташлама бар. Улар 6 процент түләй, ҡалғаны дәүләт тарафынан субсидиялана. Әммә был сараны ла һирәк файҙаланалар, сөнки ташлама өс йәки биш йыл ғына ғәмәлдә була. Был льготаны ипотека кредиты осоронда ғәмәлдә ҡалдырырға тәҡдим итәм, – тине Президент. – Илдәге макроиҡтисади хәлдең тотороҡлолоғон иҫәпкә алғанда, өсөнсө һәм артабанғы сабыйы тыуған ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сараларын ғәмәлгә индерергә, атап әйткәндә, бындай ғаиләләр өсөн ипотека бурысының 450 мең һумын түләргә мөмкин, тигән фекерҙәмен.

Владимир Путин быйылғы бюджетта ошондай сараларҙы күҙ уңында тоторға тәҡдим итте. 2021 йыл аҙағына тиклем ясле мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк. Бының өсөн 200 меңдән ашыу урын булдырыу шарт. Шул уҡ ваҡытта 90 мең урын быйыл уҡ булдырылырға тейеш, тип билдәләне дәүләт Башлығы.
* * *
Рәсәй Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә 2020 йылдан “Ауыл уҡытыусыһы” программаһын тормошҡа ашыра башларға тәҡдим итте. Программа ауылға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусылар өсөн 1 миллион һум аҡса түләүҙе күҙ уңында тота. Дәүләт Башлығы әйтеүенсә, белем биреүҙең йөкмәткеһе лә үҙгәрергә тейеш. Дәүләт стандарттарында ил үҫеше өҫтөнлөктәрен сағылдырыу мөһим. Федераль дәреслектәр исемлегенә иң яҡшыларын ғына индерергә кәрәк.

– 2006 йылда мәктәптәрҙе интернетҡа тоташтыра башлағас, был ҙур алға китеш кеүек тойол­ғайны, – тине Владимир Путин. – Хәҙер ил алдында яңы бурыстар тора. Интернет юғары тиҙлектә – секундына 100 мегабит булырға тейеш. Был балаларға мәғлүмәттәр менән йылдамыраҡ танышырға, мөмкинлектәрҙе арттырырға булыш­лыҡ итәсәк.

Башҡортостанда иһә быйылдан республика ҡаҙнаһынан ауыл уҡытыусыларына 60 миллион һум аҡса бүленә. Йыл һайын иң яҡшы 100 уҡытыусы грант рәүешендә 600 мең һум аҡса аласаҡ.

– Бындай сара, түләүһеҙ ер бүлеү менән берлектә (ошо мәсьәлә лә тикшерелә), республиканың ауыл мәктәптәрендә педагогик кадрҙар проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, – тигәйне Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров 1 февралдә Өфөлә үткән “Юғарыға ос” беренсе мәктәп белеме форумында.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Алға, Башҡортостан!”

“Алға, Башҡортостан!” 22.03.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Республикам – терәге берҙәм халҡымдың....

Тотош уҡырға 144

Ипотекаңды түләй алмаһаң, каникулға сығып тор

Ипотекаңды түләй алмаһаң, каникулға сығып тор 26.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Бөгөн кредитһыҙ кеше һирәктер ул. Әлбиттә, был эштең яуаплылыҡ талап иткәнен аңлау, алдан уҡ...

Тотош уҡырға 239

"Социаль контракт" төҙө лә үҙ эшеңде ас!

"Социаль контракт" төҙө лә үҙ эшеңде ас! 26.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Рәсәйҙә эшһеҙлекте кәметеү маҡсатында “социаль контракт” төшөнсәһе барлыҡҡа килә....

Тотош уҡырға 244

Хәҙер аҡса ағымы икенсе юлға төшә

Хәҙер аҡса ағымы икенсе юлға төшә 25.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин ғаиләләргә дәүләт...

Тотош уҡырға 234

Иң ауыртҡан тема

Иң ауыртҡан тема 25.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Хәҙер халыҡ экологик хәүефһеҙлеккә талапты арттырғандан-арттыра бара һәм Рәсәй Президенты Владимир...

Тотош уҡырға 194

Эш хаҡы артырға тейеш

Эш хаҡы артырға тейеш 25.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Ил Президенты Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә табип, фельдшер һәм шәфҡәт туташтарына ҙур...

Тотош уҡырға 374

Яһалма интеллект нисек үҫешер?

Яһалма интеллект нисек үҫешер? 25.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Уҙған аҙнала, Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда, Дәүләт башлығы Владимир Путин...

Тотош уҡырға 296

Ауыл уҡытыусыһына – бер миллион һум!

Ауыл уҡытыусыһына – бер миллион һум! 25.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Президент Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны, унда мәғариф...

Тотош уҡырға 320

Ясли мәсьәләһе хәл ителәсәк

Ясли мәсьәләһе хәл ителәсәк 22.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

2021 йыл аҙағына тиклем ясле мәсьәләһен тулыһынса хәл итергә кәрәк, тип билдәләне Владимир Путин....

Тотош уҡырға 1 089

Кешеләргә кешелекле мөнәсәбәт

Кешеләргә кешелекле мөнәсәбәт 22.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Римма ҮТӘШЕВА Рәсәй Президентының...

Тотош уҡырға 1 110

Пособие арта, һалым ташламалары киңәйә

Пособие арта, һалым ташламалары киңәйә 22.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Владимир Путин Мөрәжәғәтнамәһендә 2019 йылдың 1 июленән инвалид бала ҡарау буйынса пособиены 10 мең...

Тотош уҡырға 209

Ипотека ставкалары түбәнәйә

Ипотека ставкалары түбәнәйә 22.02.2019 // Мөрәжәғәтнамә

Ил башлығы Үҙәк банк алдына ипотека ставкаһын – туғыҙ, һуңыраҡ һигеҙ процентҡа тиклем түбәнәйтеү...

Тотош уҡырға 1 138