Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә
Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл ителеү өҫтөндә. Әлбиттә, һүҙ тауҙарҙы һаҡлау тураһында бара.

Билдәле булыуынса, күптән түгел Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың Указы һәм Башҡортостан Хөкүмәте бойороғо менән Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары биләмәләрендә “Торатау” геопаркы ойошторолғайны. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, артабан республика кимәлендәге был ойошма ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара глобаль геопарктары селтәренә номинацияланасаҡ.

Бер аҙ асыҡлыҡ индерәйек. ЮНЕСКО крите­рий­ҙарына ярашлы, геопарк – ул тәбиғи сиктәре билдә­ләнгән, әммә айырыуса һаҡланмаған тәбиғәт биләмәһе. Дөйөм алғанда, уның эсендә хужалыҡ һәм рекреацион эшмәкәрлек алып барыу сикләнмәй, шул уҡ ваҡытта геопарктың асылын тәшкил иткән геологик, тәбиғәт йәки мәҙәни объекттар, федераль, төбәк һәм урындағы ҡануниәт нигеҙендә ҡәтғи һаҡланырға тейеш.

“Торатау” геопаркының төп объекттары булып статусы бығаса билдәләнгән, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре – Торатау һәм Йөрәктау шихандары, шулай уҡ Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондарының башҡа тәбиғәт ҡомартҡылары тора. Исемлектә Ромадановка йырыны, Хажы (Тирмәнташ) мәмерйәһе, Берғамыт сығанағы, Егән, Ыласын, Олимпия мәмерйәләре һәм уларҙың эргә-тирәһе, Туғар-Һалған күле, Алатау тауының бер өлөшө, Этҡол һаҙлығы, “Ишембай” дәүләт тәбиғәт заказнигы (уның биләмәһендә Күкҡарауыҡ шарлауығы, Салауат Юлаев, Таш-өй мәмерйәләре, бынан 360-380 миллион йыл элек, палеозой эраһында формалашҡан, девон һәм карбондың сиктәш ҡатламаларын донъяла иң аныҡ күрһәтеүсе миҫалдарҙың береһе – Кәлимосҡан ҡаяһы урынлашҡан) бар.

“Торатау” геопаркы ЮНЕСКО-ның Халыҡ-ара глобаль геопарктары селтәренә ингәндән һуң, киләһе аҙымды тормошҡа ашырыу мөмкинлеге тыуасаҡ. Атап әйткәндә, айырыуса уникаль объекттар – Торатау һәм Йөрәктау шихандары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә номинацияланасаҡ, тимәк, Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары халыҡ-ара кимәлдәге иң юғары статуслы һаҡлауға иҫәп тота аласаҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Өфөнән Вьетнамға рейстар башлана

Өфөнән Вьетнамға рейстар башлана 21.07.2025 // Йәмғиәт

Өфөнән Вьетнамға рейстар башлана...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә

Башҡортостан уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә 21.07.2025 // Йәмғиәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 8

Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә

Республика уҡытыусыларының август кәңәшмәһе Бөрөлә үткәрелә 21.07.2025 // Йәмғиәт

Был хаҡта дүшәмбе хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәле булды....

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы Шүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индерергә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне

Башҡортостан Башлығы Шүлгәнташты ЮНЕСКО исемлегенә индерергә ярҙам иткән яҡташтарыбыҙҙы бүләкләне 21.07.2025 // Йәмғиәт

Дүшәмбе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә легендар...

Тотош уҡырға 9

Республиканың ашығыс хеҙмәттәре халыҡҡа мөрәжәғәт итте
Борай районында йәшәүсе егет МХО-ға юлланған

Борай районында йәшәүсе егет МХО-ға юлланған 11.07.2025 // Йәмғиәт

Борай районында йәшәүсе егет МХО-ға юлланған...

Тотош уҡырға 50

Ныҡлы ғаилә – ил терәге: Белорет районы башлығы яугир ғаиләһе менән таныштырҙы

Ныҡлы ғаилә – ил терәге: Белорет районы башлығы яугир ғаиләһе менән таныштырҙы 10.07.2025 // Йәмғиәт

Ныҡлы ғаилә – ил терәге: Белорет районы башлығы яугир ғаиләһе менән таныштырҙы...

Тотош уҡырға 51

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәренә баһа бирҙе

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәренә баһа бирҙе 10.07.2025 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсетендә төҙөлөш эштәренә баһа бирҙе...

Тотош уҡырға 57

Башҡортостанда 82 йәшлек инәй бесәнселәр ярышында үҙенең оҫталығы менән һоҡландырған
Ололарға иғтибар: Әбйәлил районында эшҡыуарҙар пенсионерҙар өсөн үҙенсәлекле акция үткәргән

Ололарға иғтибар: Әбйәлил районында эшҡыуарҙар пенсионерҙар өсөн үҙенсәлекле акция үткәргән 08.07.2025 // Йәмғиәт

Ололарға иғтибар: Әбйәлил районында эшҡыуарҙар пенсионерҙар өсөн үҙенсәлекле акция үткәргән...

Тотош уҡырға 121

Башҡортостанда аварияла әсәһен юғалтҡан сабыйҙы ҡотҡаралар

Башҡортостанда аварияла әсәһен юғалтҡан сабыйҙы ҡотҡаралар 07.07.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда аварияла әсәһен юғалтҡан сабыйҙы ҡотҡаралар...

Тотош уҡырға 62

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр

Башҡортостан күгендә БПЛА күргәндәр 04.07.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн Краснокама районы күгендә БПЛА осоп йөрөгән....

Тотош уҡырға 63