Шүлгәнташтың мөмкинлеге ҙур27.11.2018
2020 йылда Башҡортостандың Бөрйән районындағы Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индереү-индермәү мәсьәләһе хәл ителәсәк.

— Беҙ документтарҙы тапшырабыҙ, ЮНЕСКО мәсьәләне үҙе хәл итәсәк. Ике етди талап бар: һүрәттәрҙе һаҡлап ҡалыу, танытыу һәм кешеләргә уларҙы күреү мөмкинлеген тәьмин итеү. Беҙ әле байтаҡ эш башҡарҙыҡ: граффитиҙан таҙарттыҡ, заманса мониторинг үткәрҙек, музейҙа лаборатория ойошторҙоҡ, заманса күсермәләр яһаныҡ, инфраструктураны үҫтерҙек, — тине Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе Данир Ғәйнуллин. — ЮНЕСКО вәкилдәре әйтеүенсә, Бөтә донъя мираҫы исемлегенә инеү йәһәтенән Шүлгәнташ ҙур мөмкинлеккә эйә.


Вернуться назад