Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ер ҡарҙан ала-сола булып асылғас та ауылдың мылтыҡлы ирҙәре һуйырға һу­нарға йөрөй. Мәхмүт тә хыяллана. Урамда эркелгән һыуҙы йырып ағыҙып йөрөгәндә эргәһенә ауылдың уҡытыусыһы килде:
– Мылтыҡты ниңә һатып алып элдең дә ҡуйҙың? Иртәгә Әхнәф ағай менән һунарға йыйынабыҙ. Һуйыр уйнаған ергә. Төнгө сәғәт икелә беҙгә эйәрерһең, – тип йөрәгенә ҡуҙ һалып китте.
Ул төндө Мәхмүтте йоҡо алманы. Серем итә генә башлаһа, йә урманда йөрөй, йә тегеләрҙән ятып ҡала. Ырғып килеп тора. Сәғәт әле ун да тулмаған. Әсәһе:
– Йоҡла, йоҡла. Ваҡыты еткәс, уятырмын, – тип тә ҡарай. Барыбер йоҡо алманы. Мылтығын алып өйөнән сыҡҡанда, ишегенең келәһен элеп:
– Алдың шунда үҙеңә бер бөтмәҫ мәшәҡәт, – тип һөйләнеп тороп ҡалды.
Урамға сығып күп тә торманы, үрге яҡтан ике кеше килгәне күренде. Улар. Аяҡ аҫтында боҙ ҡыштырлап ватыла, туң ергә тейгән итек тауышынан башҡа бер нәмә лә ишетелмәй. Бара биргәс, Һаҡмар йылғаһының шаулап аҡҡаны ҡолаҡҡа нығыраҡ салынды. Ул ажарланып, шашып аға. Урманға яҡынлағас, Әхнәф ағай:
– Аяҙ. Ел дә юҡ. Һуйыр ихлас уйнарға тейеш, – тип ҡуйҙы. Урал тауы яғына ыңғай­лаһалар ҙа, ҡараңғыла ҡайһы ерҙә һуйырҙар уйнағанын белмәйҙәр әле. Унда-бында тип һөйләйҙәр, әммә күбеһе Урал яғында. Мөҙәрис ағай:
– Ҡайҙа юл тотайыҡ икән? Саңды йортҡамы, әллә Бәләкәй йылға башынамы? – тип һорауына бер аҙ уйлана биргәс, тегенеһе:
– Икеһендә лә йылға бит. Һыу тауышы ҡамасаулар. Йылҡы түбәһенә юл тотайыҡ, – тине. Был түбәне ишеткәс, Мәхмүт еңел тын алып ҡуйҙы. Унда әсәһе менән бесән әҙерләгәне бар. Түбәһендәге яңғыҙ ҡара­ғастың һағыҙын соҡоп сәйнәп, әсе йыуаһын ашағылай. Ҡасан килһәң дә, һуйыр осоп киткеләй. Шулай уҡ ҡойоһонда айыу эҙҙәре, тиҙәктәре, тапалған ағас елә­ге ҡыуаҡтары күҙ алдына баҫып, һағайтты ла. Ауылда ла был айыуға бай төбәк, тиҙәр шул. Ул урында ағас шырлығына ат менән түгел, йәйәү инеп йөрөүе ауыр. Шырлыҡтың һәр береһендә тайыш табандарҙың өңө бар, тиҙәр. Ошо ваҡытта улар өс балаһын эйәртеп сыға. Иң ҡурҡыныс мәле шул саҡта була ла, тиҙәр. Кешегә һөжүм итә икән. Ошо шомло урында айыуҙы хәтерләмәүең хәйерле. Әхнәф ағай ҡапыл ғына:
– Мәхмүт, тәмәке тартаһыңмы? – тип ҡыҙыҡһынды. Мөҙәрис ағай:
– Юҡ, тартмай әле. Өйрәнмәгән, – тип ҡуйҙы. Уныһы:
– Әйҙә, әҙерәк ял итеп алайыҡ та ҡуҙғалырбыҙ, – тип яҡындағы сөрөк киҫкәгә ултырҙы. Мөҙәрис ағай:
– Ҡурпысыҡ уйнамай, иртәрәктер, – тип ҡуйҙы. Әхнәф ағай Мәхмүттән:
– Һунарға йөрөгәнең бармы? – тип ҡыҙыҡһынды. Уныһы:
– Юҡ, тәүгә, – тип өндәште.
– Ярар, өлгөрөрһөң, – тип тыныс­ландырҙы ла, – һуйырҙы шаҡ-шоҡ итеп уйнаған са­ғында ғына тап итеп барып атаһың инде. Шул тауыш ҡолағыңа салынғанса йөрөп эҙләйһең, – тип өҫтәне.
– Саҡма таш саҡҡан һымаҡ булыр уның тауышы, – тип Мөҙәрис ағай ҙа өйрәтеүҙе кәрәк тапты. – Ҡараңғыла уны күреп булмай. Шаҡылдаған ваҡытында ике-өс аҙым яҡынлайһың. Уйнауҙан туҡтаһа, һин дә шаҡ ҡатаһың. Уйнамаған сағында ҡыбырланыңмы – оса ла китә, – тип дауам итте. Айыу тураһында ла иҫкәртте. Әхнәф ағай унан биш-алты йәшкә оло. Ғүмере тимерлектә үтте. Бөтәһе лә уға йомошон йомошларға килә һәм ярҙамын тойоп йәшәй. Уҡытыусы башы менән Мөҙәрис ағай унан алға сығып хәбәр һөйләмәй. Ауылда ихтирамлы кеше, тимәк.
– Айыу ҙа осрағылай. Һәр бер ҡыш­тырлаған нәмәне айыу тип ата башлаһаң, ана тора инде. Күренһә лә тыйылыуың яҡшы. Ошо йәшемә етеп, айыуҙың кешене йәрәхәтләгәнен күргәнем булманы, – тине Әхнәф ағай. – Айыу беҙгә ҡарағанда аңлыраҡ та, аҡыллыраҡ та, – тип һүҙенең осона сығып ҡуйҙы.
– Уйнаған һуйырға яҡтырғас та атып була. Хоҙайҙың ҡушыуымылыр, был мәлдә уның күҙе лә күрмәй, ҡолағы ла ишетмәй. Шуға ла һунарсынан атыла ла инде, – тип Мөҙәрис ағай аптырауын белдерҙе. Мәхмүт уҡытыусыһының һөйләүенә йылмайып ҡуйҙы. Уҡытҡанында унан Хоҙай тураһында йүнле һүҙ ишеткәне булманы, бөгөн килеп Хоҙайҙың ҡөҙрәтенә хайран ҡалыуы мәрәкә һымаҡ. Аллаһ Тәғәләне хуш күреүен, күңеле менән саф мосолман икәнен белдереүен, һәр кешенең күңеле сер икәнен тойомланы.
– Ҡурпысыҡ! – тине лә Мөҙәрис ағай башын шул яҡҡа борҙо. Бейектән сырҡылдап осоп, был ҡош барса ҡоштарҙы йоҡоһонан уятты. Һунарсылар шым ғына тороп, мылтыҡтарының көбәгенә яһау ҡуйып, әҙерләнә башланы.
– Мәхмүт, һин тура ҡарағайлыҡҡа тарт. Яйлап йөрө. Ҡарағайлыҡта һуйыр уйнамай ҡуймай, – тине лә ҡарт һунарсы иптәшенә ҡараны, – ҡайһы яҡ­тан барайыҡ?
– Һин оло кеше уң яҡтан, мин һулдан барайым, – тип йәше аптыратты. Таралышып унар метрҙай киткәс, быларға ишетерлек итеп:
– Һуйыр уйнауы баҫылғас, ошо урында йыйылырбыҙ, – тип иҫкәртте.
Мәхмүт ҡараңғы урманда яңғыҙы ҡалды. Һирәк-һаяҡ ҡош тауыштары ишетелә башланы. Туп-тура һөҙәк һыртҡа менеүен һиҙә. Бар ихтыярын тирә-яҡтан ишетелгән тауыштарға йүнәлтә. Аяҡ аҫтында сатыр шытырлап һына йә иһә боҙ шөкәрәһе ватылып тауыш сығара. Ни тиклем һаҡ атлай, барыбер тауыш яңғырай. Ҡош тауыштары күп. Шаҡылдап йә тимер менән тимергә һуҡҡандағыһы ҡолағына салынмай ҡала. Әкрен генә барғас, үткән ере лә ырамай. Япраҡлы ағастар араһында ике ҡарағай ҙа тап булды. Унан да тыңланы, әммә шаҡ та шоҡ иткәнен абайламаны. Шәберәк барыр ине лә, һунарсылар әйтеүенсә, улай ярамай. Уң яғынан ҡояш күренде. Ул яҡҡа бер нисә тапҡыр әйләнеп ҡарап та алырға өлгөрҙө. Иртәрәк атҡан көн яҡтылығына асыуы ла килә. Ылыҫлылар күбәйҙе. Ҡараңғылыҡ ҡуйырғандан-ҡуйыра. Әһә, һул яғынан бесән сапҡанда салғыны ҡом яныуы менән янаған тауыш ишетелде... Бындайы ҡолағына тәүгә салына. Тағы, тағы ҡабатланды. Көслөрәк ауаз сыҡты. Тауышҡа ҡушып атлай ҙа туҡтай... Мылтығын әҙерләп ҡулы осона ғына тотто. Йыш тауышлана башланы. Алыҫта атыу тауышы ҡолағына салынды. Ошонан һуң ул туҡтаны. Әммә тауыш ҡабат үҙен һиҙҙерҙе. Мәхмүтте үҙенә саҡырамы ни, әҙләп кенә уға яҡынайғандан-яҡынайҙы. Эҙләгәне булһа ярай ҙа. Ауылда айыу ҙа уның кеүек шаҡылдай тиҙәр. Әммә януар ике тапҡыр ғына ҡабатлай тиҙәр. Был оҙаҡ ҡына уйнаны, моғайын, тайыш табан оҙаҡ шаҡылдамаҫ. Ҡыр йәнлеге үтә һиҙгер. Әллә ҡасан уҡ мылтыҡтан ҡасыр ине. Яҡын-тирәләге ҡоштар тауышын яҡшы белә, ә бындайын... Яҡынайғандан-яҡыная бара. Ҡыҙыҡ итеп уйнай: шаҡылдай ҙа күкрәге менән ҡотҡолдаған тауыш сығара. Ул ошо ҡарағайҙа ултыра. Тик күренмәй. Уның уйнауы ыңғайына ағасты урап сыҡты, ботағы бер-ике һелкенеп ҡуйҙы. Тағы тауыш бирҙе. Әһә... Шул ылыҫтың артында ултыра. Уйнағанда башына тиклем өҫкә ҡалҡып сыҡты ла юғалды. Һуйыр шаҡылдаған саҡта үҙен нисек тотҡанын яҙғайныҡ инде. Һунарсы бабайҙар яңылыш ен ояһын, ылыҫты атҡандарын да һөйләр ине. Мәҙәк итеп. Мылтығын алып атырға төҙәне. Шаҡ-шоҡ, порх! Атып та ебәрҙе. Үҙенән ике-өс метр ергә ҡара нәмә ялбыр-йолбор килеп төштө лә, бер-икене ҡыбырлап алғас, тынды. Кеҫәһенән бәкеһен сығарып, “Бисмилла”һын әйтеп, салып та ебәрҙе.
– Тейҙерҙең тәки, – тигәнгә ҡараһа, бер һуйырын тотоп, Әхнәф ағай тора. Йәш һунарсы табышына ҡыҙығып, төндөң яҡтыра башлауын да һиҙмәгән икән.
– Ҡарағайҙы урап сыҡҡаныңды күҙәтеп торҙом. Атҡаныңда мин дә төҙәгән инем. Алай ҙа атып өлгөрҙөң, – тине лә һуйырҙы бер ҡулына ике ботонан тотоп һәлмәкләп ҡарағас, – көслө, йәшәмеш икән. Йә, уйнауы түбәгә ишетелде. Ҡайтмайынса булмаҫ. Яҡтырҙы. Йөрөүҙән фәтүә юҡ, – тип ауыл яғы­на ыңғайланы. Мәхмүт һунарсы, һуйырын тотоп, артынан төштө. Ҡытҡылдаған кеүек тауышланып, ҡарағайҙан ике инә буҙ һуйыр осоп китте.
– Буҙҙары йыйылған икән. Ярар, тоҡомға ата һуйырҙар ҡалды. Башҡаса бында һунарға әллә килеүсе булыр, әллә юҡ, – тип үҙ алдына һөйләнеп барҙы. Таралышҡан урынға килһәләр, Мөҙәрис һунарсы юҡ. Киҫкәгә ултырып уны көтөргә булдылар. Әхнәф ағай уның мылтығын алып, яҙыуҙарын, затворын, көбәгенең эсен ҡараны ла:
– Һуғыштан алда сыҡҡан оҙон көбәкле, затвор менән икән. Уңайлы калибр беҙҙең өсөн дә. Еңел, припас та күп китмәй, алыҫ­ҡа ла ата, – тип кире бирҙе. – Мылтығыңды теләһә кемгә тотторма, уйынсыҡ түгел, – тип өҫтәне. – Тимер булһа ла, ҡарыуы ҡайтыр, тиҙәр. Ныҡ һуға бит. Ҡайһы мыл­тыҡ бер тейеүҙә ҡошто ҡолата ла алмай. Яраланып киткән һуйыр теләһә ҡайҙа барып тәгәрәй инде. Атҡан кешегә булмай. Мылтыҡ менән шаярмайҙар. Кешегә түгел, эт менән бесәйгә лә төҙәмә. Алыуын-алғас арыу итеп тотон инде, – тине лә килгән яғына ҡараны.
– Мөҙәрис оҙаҡланысы. Атҡан тауышы ла сыҡманы, – тине лә шымды.
– Ана, Мөҙәрис ағай тора! – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе Мәхмүт. Ауыл яғында, быларҙан апаруҡ алыҫлыҡта, кәпәсен болғап ишаралап тора ине.
– Мин ни ауыл яғынан киләм бит. Берәүһен алып, икенсеһенә килә ятам, – тине.
– Ярар, сыҡҡан һайын берҙе алып тор­һаң да еткән, – тине лә Әхнәф ағай көлөп ебәрҙе. Шым ғына һөйләшмәй ҡайтыу яғы­на атланылар. Ҡояш ҡалҡҡан. Ҡайтыу яғына һарҡыу булғас, атлауы ла еңел. Ауыл да күренде. Ул күкһел беленер-беленмәҫ томан эсендә ятҡан һымаҡ тоноҡ күренә. Мөрйәләрҙән өҫкә төтөн тартылған. Һаҡмар ярына килеп еткәндәрен һиҙмәй ҙә ҡалдылар.
– Өйрәктәр, – тине лә Мөҙәрис ағай ҡапыл ғына сүкәйеп ултырҙы. Былары ла ыңғайына сүкәйҙеләр. Әхнәф ағай башын ҡалҡытып:
– Эй, былары ни сөрәгәй өйрәктәр бит, – тине лә ҡалҡып торҙо. Һыуҙан күгәрсен­дәрҙән дә вағыраҡ өйрәктәр уҡ булып атылып юғарыға күтәрелде. Ысынлап та, уларҙы атып тороуҙың мәғәнәһе юҡ. Ризыҡ булғансы, йәшәүҙәренең йәме ҡиммәтерәк.
Мәхмүт артҡы ҡапҡанан инеп, өй ишеген асҡайны, түрбашта булышҡан әсәһе, табышын күреп:
– Собханалла, – тип ебәрҙе лә ҡулынан һуйырҙы алып усаҡ алдына иҙәнгә һалғас, – һине ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ, тип уйлағайным, юлың уңышлы булған да, – тип улын маҡтап алды.

Әбйәлил районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 491

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509