Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ер йөҙөндә иң ҡиммәтлеһе
Ер йөҙөндә иң ҡиммәтлеһеҺунар темаһына яҙған саҡта кешенең иң яҡын, тоғро дуҫы, ярҙамсыһы – эттәр тураһында бәйән итке килә. Булмаһа, һунар эттәрен киләһе сығарылыштарға ҡалдырып торайыҡ. Үҙебеҙҙең юлдаштар хаҡында иң фәһемле, ҡыҙыҡ хәлдәрҙе иҫкә төшөрөп, редакция почтаһына яҙып һалайыҡ. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, тоҡом төрҙәре тураһында тулыраҡ мәғлүмәт бирербеҙ.

Хәҙер иһә, теманы киңәйтеп, донъялағы иң ҡиммәтле һаналған Hong Dong ҡушаматлы эт тураһында һөйләйек. Кешенең эткә ҡарашы, талабы гелән үҙгәреп тора бит ул. Кемдер һунар эттәрен үҙ итә, кемдер ябай урамдыҡын — “дворняшка”ны йорт-ҡураны яҡшы һаҡлай, ти, кемгәлер овчаркалар оҡшай, йыртҡысҡа тиң һуғыш эттәрен баһалаусылар бихисап. Бөгөн күпселектә, бигерәк тә ҡалаларҙа бәләкәй генәләренә — хайуанды түгел, уйынсыҡты хәтерләткәнгә өҫтөнлөк бирәләр. Ә бына Хонг Донг ҡиммәтле генә түгел, иң ҙурҙарҙан да һанала. Уны Ҡытай мультимиллионеры, күмер магнаты 10 миллион юангә йәки 1,5 миллион долларға аукционда һатып ала. Тибет мастиффы тоҡомло ун бер айлыҡ көсөктө көслө һаҡ аҫтында яңы өйөнә оҙаталар. Бөгөн уның хужаһы ошо “көсөк”тән күпме килем алырын самалай, имеш. Үҫтергәс, ул кәмендә 15 миллион доллар торасаҡ тип иҫәпләйҙәр, сөнки әле үк тәҡдим менән сығыусылар бар икән. Тик хужа һатмай, көсөкләтеп, үрсетергә уйлай. Ҡытайҙа тибет массифтарына — боронғо эшсе тоҡомға — айырыуса ҡарайҙар. Нәҡ улар элек Тибет монастырҙарын һаҡлаған, Гималайҙа күсмә тормош алып барғандарының ышаныслы ярҙамсыһы булған. Легендаларҙа һөйләнеүенсә, Сыңғыҙхандың, хатта Будданың яратҡан эттәре мастифф булған.
“Алтын көсөк” хәҙер бейеклеккә метрҙан ашҡан, 80 килограмға еткән. Һатҡан саҡта завод тотоусы Лу Лян Хонг Донгтың яңы хужаһын (билдәле сәбәптәр буйынса исеме йәшерелә) эттең тик һайланма, таҙа тауыҡ, һыйыр малы итен ашағанлығын, төшкө аш алдынан ике сәғәт ҡала ҡытай деликатестарын (мәҫәлән, диңгеҙ ҡыяры) бирергә кәрәклеген иҫкәрткән.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 872

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 498

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 324

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 511