Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡаҙҙарҙы кем ашаған?
Рифҡәт ағай иптәштәре менән ер һөрә икән. Ҡапыл нимәлер шаҡ-шоҡ килеп, тракторы һүнеп ҡуя. Тиҙ генә ремонтларлыҡ түгел. Аҡсаны көрәп ала торған мәл бит, етмәһә. Кешенән ҡалышмайым тип, сәмләнеп киткән ағайға был, әлбиттә, ҙур ҡайғы була. Ни эшләргә? Уның башына бер шәп уй килә.
— Егеттәр, әйҙәгеҙ, былай итәбеҙ. Һәр берегеҙ һөргән гектарығыҙҙың бер өлөшөн миңә яҙҙырығыҙ, ә бының өсөн мин һеҙҙе ҡаҙ менән һыйлайым, — ти ул.
Көнө буйы аслы-туҡлы йөрө­гән ер һөрөү­се­ләр шатланып риза була. Ҡаҙҙарҙың самай һимергән сағы, кем әҙер ҡаҙ ботонан баш тарт­һын?! Ағай мылтығын ала ла, хәҙер тимәш­кәләрҙең (йылғаның аръя­ғындағы ауыл) ҡаҙын алып киләм, тип һыҙғыра-һыҙғыра Өршәк буйына төшөп китә. Ана бит, бирәм тигән ҡолона — сығарып ҡуйыр юлына, яр эргәһендә генә бер төркөм йөҙөп йөрөй. Яҡын уҡ килгән ке­шенән үҙҙәре ҡурҡмай ҙа бит әле, ҡаңғылдашып ағайға ҡарап торалар! Иң һимеҙҙәрен генә самалап, мылтығын төҙәп атып та ебәрә. Атыуын-ата ла бит, тик ағым шәп, ағай һыуға ингәнсе ҡаҙ аға ла китә. Берҙе ата, икене, өстө... Байтаҡ аҙаплана торғас, көс-хәл менән эләктергәнен тотоп, баҫыуға йүнәлә.
Ҡаҙ бото кимереп, тамағы туйып ҡайтып ингән хужаны ҡатыны бик борсоулы ҡиәфәттә ҡаршылай.
— Эҙләмәгән ерем ҡалманы, ҡаҙҙар ҡайтманы, Өршәк буйында ла күренмәйҙәр. Эт-ҡошҡа ғына юлыға күрмәһендәр инде, Хоҙайым.
Рифҡәт ағай кире баҫыуға йүнәлә. Ҡарға­ларға тип ырғыт­ҡан тәпәйҙәрҙе алып ҡараһа... үҙҙәренең тамғаһы.

Әлиә УРАҘБАХТИНА.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 963

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 621

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 954

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 414

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 492

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509