Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Саңҡ-саңҡ итә Урал бөркөтө…
Саңҡ-саңҡ итә Урал бөркөтө…Һәр йәнлектең, ҡоштоң ниндәй төркөмгә, ғаиләгә, тоҡомға ҡарағанлығын билдәләп йөрөтәләр. Мәҫәлән, беҙ ҡоштар батшаһы тип атаған бөркөт ыласындар төркөмөнә (отряд), ҡарсығалар ғаиләһенә ҡарай. Беҙҙең халыҡта ул – ҡыйыулыҡ, ғорурлыҡ, таһыллыҡ билдәһе. “Бөркөт һымаҡ ҡыйыу”, “күҙ ҡарашы бөркөттөкөләй”, “бөркөттәй сая”, тиҙәр. Бындай ҡылыҡһырлама электән тик батыр йөрәкле ир-егеткә генә бирелгән.
Был ҡоштарҙың күбеһе ҙурлығы менән айырылып тора. Ҡайһыһының оҙонлоғо 80-85 сантиметрға етә. Әйткәндәй, инәһе ҙурыраҡ була. Ауырлыҡтарына килгәндә, 3-7 килограмм. Был иҫәпкә “карлик” менән дала бөркөтө генә инмәй – улар бәләкәй.

Бөркөттәрҙең аяҡтары ныҡлы, тырнаҡтары осло. Күҙҙәре тирә-яҡты киң байҡамаһа ла, муйыны еңел борола, шуға ла тәүге кәмселек күренмәй. Суҡышы менән тырнағы эскә табан бөгөлгән, был инде табышты эләктереүгә ҡулай. Улар ҡоштоң ғүмере буйы үҫер ине, тик гелән ҡаты нәмәгә “үткерләп”, тигеҙләп тороуы бер кимәлдә һаҡларға булышлыҡ итә.
Бөркөттөң ҡанаттары киң – 2,5 метрға етә. Был инде ер өҫтөнән 700 метр бейеклектә оҙаҡ өйөрөлөп осорға ярҙам итә. Ҡойроҡ өлөшөндә ҡаурыйҙары ҡыҫҡа, тар. Көслө булыуы елгә ҡаршы торорға мөмкинлек бирә. Ҡаршылыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, ҡоштоң табышы янына сәғәтенә 320 километр тиҙлек менән йәһәт кенә төшөүе мөмкин. Күҙҙәре иһә ерҙәге кеҫәрткене, сысҡанды, йыланды бейектән үк күрергә һәләтле. Ҡуянды ике километрҙан уҡ шәйләй. Ун ике квадрат километр майҙанды бер юлы күҙенән үткәрә ала. Ә бына еҫте бик тоймай, ишетеүе лә аралашыу өсөн. Бөркөттәр 30 йәшкәсә йәшәй тип иҫәпләнһә, иң ҙурҙары 40-50-гә етә.
Һунарына килгәндә, бәләкәй ҡош уртаса йәнлектәргә ауға сыға: сысҡан, ҡуян, шәшке, йомран, төлкө, тейен… Ҙур бөркөттәр ҡырағай йәнлек-хайуандарҙың балаларына һөжүм итә: болан, ҡоралай, бүре, төлкө… Ҡоштарҙан күгәрсен, ҡаҙҙар, ябалаҡ, ҡорҙар йыш ҡорбанына әйләнә. Шулай уҡ һыуҙан балыҡ тоторға ла һәләтлеләр. Аҙыҡтың төп өлөшөн ерҙә тапһа ла, ҡоштарҙы һауала тибә. Бейектән таш һымаҡ төшә лә осло тырнаҡтары менән табышын эләктереп оса.
Бөркөттәр, төрөнә ҡарап, урманда ла, далала ла, тауҙа ла йәшәй. Нисек кенә булмаһын, улар кеше цивилизацияһынан алыҫыраҡ торорға тырыша. Диңгеҙ бөркөтө (орлан) тип аталған төрө һыу ятҡылығы тирәһен төйәк итә. Ул күберәк балыҡ тота, һыу ҡоштарын, йәнлектәрҙе аулай. Беҙ өйрәнгән бөркөттәрҙең тәпәйҙәре ҡуйы мамыҡ менән ҡапланған, ә быныҡы асыҡ. Суҡышы ла оҙонораҡ һәм көслөрәк. Ҡойроғо сөй формаһында булһа, бөркөттөкө тар, ҡыҫҡа.
Бөркөттәрҙең үрсеүенә килгәндә, улар 4-6 йылда өлгөрә. Был сағында өлкән ҡоштарҙағыса ҡанат мамыҡтары булмай әле. Ҡауышыу ваҡытының ҡыш уртаһынан апрелгәсә дауам итеүе мөмкин. Парҙар оҙаҡ йылдар буйы бергә йәшәй. Уйындары һауала, төрлө фигуралар яһап үтә: бер-береһен ҡыуалар, тулҡындай осалар, ҡапыл аҫҡа төшәләр, түңәрәкләп әйләнәләр.
Ояларын ныҡлы, ҡуйы ботаҡлы ағасҡа ҡая яҫылығында ҡоралар. Бер үк ояны улар бер нисә миҙгел рәттән, яңыртып, төҙөкләндереп файҙалана. Ныҡлы һаҡлайҙар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 1 129

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 1 287

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 873

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 1 750

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 1 090

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 1 175

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 1 128

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 1 370

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 1 160

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 1 090

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 1 343

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 1 402