Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡорбанын тешләмәй, ә йота
Ҡорбанын тешләмәй, ә йота Ер шарында ике мең ярым төр йылан бар. Бигерәк тә Көньяҡ Америка, Африка, Көньяҡ Азия фаунаһы уларға бай. Йылан селәүсен, балыҡ, ҡош, бөжәк, кимереүселәр, ваҡ хайуан менән туҡлана. Табышы ауыҙына һыйһа, әллә ни ҡаршылыҡ күрһәтмәһә, тере килеш йотоп ебәрә. Эрерәген быуып, сағып йә булмаһа башы менән һуғып үлтерә. Йыл һайын донъяла 500-600 мең кеше йыландан сағыла. Һиндостанда, Көнсығыш Азияла был шыуышыусыларҙы үлтерергә йә ауларға маташыусылар күп осраҡта үҙҙәре ҡорбанға әүерелә. Мәҫәлән, гюрза бер тешләгәндә организмға 200 миллиграмм ағыу ебәрә ала.
Йыландың ишетеү ағзаһы үҫешмәгән. Ул кеше килгәнен ер һелкенеүҙән, тәне менән тоя. Һауа торошона ла иғтибарлы был һөйрәлеүсе. Ҡояш болот артына инеп, әҙ генә күләгә төштөмө, ояһына ҡаса. Дошманы күп булғас, һаҡланыу ҙа кәрәк үҙенә. Әйтәйек, ҡара йылан өсөн ҡарға ла, һайыҫҡан да, өйрәк, торна, терпе, төлкө лә “һунарсы”. Ә гюрза бөркөттән, ҡабандан, бурһыҡ, ҡыр бесәйе, төлкө, ҡауҙынан ҡурҡа. Теше ҡорбанын тешләү, сағыу өсөн хеҙмәт итә. Табышын сәйнәү, өлөшкә бүлгеләү менән булышмай, тулайым йотоп ебәрә. Теше үткер һәм артҡа ҡарап тора. Кеше, ғәҙәттә, йылан телен сығарҙымы – ағыулы, тип уйлай. Хата фекер. Тел – һиҙеү ағзаһы. Күҙе йоҡа, үтә күренмәле яры менән ҡапланғанлыҡтан, насар күрә. Ҡайһы берәүҙәренең термоцепторы бар. Ул – үҙенән күпмелер алыҫлыҡта йөрөгән йән эйәһенең тән йылыһын тойоусы, сигнал биреүсе ағза. Йылан тиреһен ергә, ташҡа ышҡып, тишек-тошоҡҡа бер инеп, бер сығып, һыпырып төшөрә. “Тун”ын ике-дүрт йылға бер алыштыра. Төҫөнә килгәндә, ҡомлоҡта йәшәгәне күбеһенсә ҡом төҫөндәрәк, ағаслыҡта көн иткәне – йәшел, сыбар, ҡара.
Йыландан сағылғанда кисек­мәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итеү зарур. Табип килгәнсе хәрәкәтләнмәй ятырға, күп һыу (сәй) эсергә кәрәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 1 130

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 1 287

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 873

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 1 750

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 1 090

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 1 176

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 1 128

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 1 371

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 1 160

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 1 090

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 1 344

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 1 402