Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тауҙарҙа бөркөт ҡанат ҡаға
Йәмле йәй дауам итә. Һәр кем тәбиғәт ҡосағына ашҡына. Усаҡ яғыу, һыу инеү, тау артылыу кеүек күңелле күренештәрҙән арынып, йәнлектәр донъяһын күҙәткәнегеҙ бармы? Ә мин һәр саҡ улар менән аралашам.
Ғәзиз урмандарыбыҙҙа бихисап йыртҡыс ҡоштар йәшәй. Уларҙың тормошо бер үк тиерлек, әммә уларҙы бер-береһенән айырыу ябай кешегә ҡыйынға төшә. Беҙ бәләкәйерәк саҡта ауылда йә булмаһа урманда йөрөгәндә осоп барған бер нисә йыртҡыс ҡошто осратһаҡ, шунда уҡ атайҙан, анауы ниндәй ҡош ул, тип һорашһаҡ, ул оҙаҡ уйлап тормай:
– Нимә булһын, шул ыласын или даже бөркөт инде, – тип урыҫсалап яуап ҡайтарғаны әле лә иҫемдә.
Заманалар уҙған һайын был ҡыҙыҡлы ваҡиға онотолмай. Әйткәндәй, тәбиғәт менән дуҫ булған һәр кеше йыртҡыс ҡоштарҙы танырға, өйрәнергә тейеш. Ыласын, шоңҡар, ҡарсыға, бөркөт һәм башҡа ғорур ҡошҡайҙар тураһында төрлө легенда-риүәйәттәр бар. Төрлө халыҡтарҙа улар төрлөсә һүрәтләнә. Һөйләйәсәк һүҙебеҙ бөркөт тураһында барыр.
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмә­һендә, бигерәк тә ташлы-ҡаялы район­дарҙа бөркөттәрҙең бер нисә оя ҡороуы билдәле. Был ҡоштарҙың аҙ ҡалыуҙары арҡаһында улар Ҡыҙыл китапҡа ингән. Инә бөркөт ата бөркөттән ҙурыраҡ. Уртаса ауырлыҡтары дүрт килограмдан алып ете килограмға тиклем барып етә. Оҙонлоҡтары 70 – 80 сантиметр булһа, ә ҡанаттарының ҡоласы 180 – 250 санти­метрға етергә мөмкин. Бер-ике ҡошсоҡ тәрбиәләп үҫтерәләр. Шуныһы ҡыҙыҡлы: бөркөт үҙенең ҡорбанын ағас, ҡая башынан ғына түгел, сәғәттәр буйы һауанан да күҙәтә. Был инде аҡыллы ҡоштоң һауа ағымын оҫта ҡулланып, ҡанат ҡаҡмай осоуына ҡайтып ҡала. Бөркөттөң Ер шарының төрлө төбәгендә таралыуы арҡаһында туҡла­ныу рационы ла төрлөсә. Әйтәйек, беҙҙең яҡтарҙа ул башлыса ҡуян, йылан, йомран, балыҡ һәм ҡоштар менән туҡланһа, ә бына сит илдәрҙә ул гөбөргәйел, скунс, төлкө, ауырыу болан һәм ҡоралайҙарҙың быҙауҙарын теләп аулай.
Бөркөттәр кешеләрҙән алыҫ йәшәүҙе хуп күрә. Улар һәр саҡ парлашып йәшәй, хатта ғүмерҙәренең аҙағына тиклем бер-береһенә тоғролоҡ һаҡлай. Ғаилә һәм бала мәсьәләһен бергәләп хәстәрләйҙәр. Хатта йомортҡаны 45 көн буйы алмашлап баҫалар. Бына бит шундай аҡыллы ҡоштар ҙа була икән!
Белеүебеҙсә, һәр ҙур предприятие-ойошмаларҙың үҙ фирма стиле бар. Унда логотип, шрифт, герб, флаг һәм гимн инә. 2016 йылдың уртаһында беҙ­ҙең ҡурсаулыҡ үҙенең фирма стилен яңыртыу йәһәтенән республика кимә­лендә конкурс ойошторҙо. Бында төрлө өлкәләрҙә эшләгән профессиональ һәм профессиональ булмаған рәссамдар ҡатнашты. Эштәр араһында айыу, мышы һәм аҡбуҙат һүрәттәрен символ­лаштырған эмблемалар булды, әммә жюри ағзалары Белорет ҡалаһы егете Евгений Романовскийҙың тауҙар өҫтөндә осоп барған бөркөт логотибын енеүсе тип тапты. Бына хәҙер икенсе йыл инде Көньяҡ Урал ҡурсаулығы һауа батшаһы – бөркөт урын алған эмблеманы ғорур йөрөтә.
Беҙ ҙә ошо бөркөт ҡошондай тәбиғәткә тоғролоҡто һаҡлайыҡ. Ошо ҡатмарлы техника заманында ла йөҙҙәребеҙҙәге наҙлы йылмайыуҙы барлыҡ кешелеккә һәм тереклеккә йүнәлтәйек.

Марат БӘХТИЙӘРОВ,
Көньяҡ Урал
ҡурсаулығы методисы.

Белорет районы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 070

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 433

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 965

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 870

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 625

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 224

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 448

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 418

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 497

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 323

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 510