Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Туҙбаштың ағыулыһы бармы?
Туҙбаштың ағыулыһы бармы? Был йыландар ғаиләһенә мең ярымдан ашыу төр инә. Улар үҙҙәре өс төркөмгә бүленә: ысын, йәғни ябай, ялған һәм “медянка” тип аталғаны. Һуңғыларын күптәр, хатта белгестәр ҙә туҙбаштар рәтенә ҡуйырға икеләнә. Туҙбашты беҙ зыянһыҙ йылан булараҡ беләбеҙ, ләкин улар араһында саҡҡан саҡта ағыу бүлеүселәре лә бар. Тик шыйыҡсаһы кеше өсөн ҡурҡыныс түгел, саҡҡан урын тирәләй ҡан һауыуы, күгәреүе генә мөмкин.
Күп осраҡта туҙбаш менән ҡара йыланды бутаусылар бар, башының ике яғында һары, ҡыҙғылт-һары таптарынан тыш, туҙбаштарҙың күҙ ҡараһы йомро була. Ә ҡара йыландыҡы ярыҡ рәүешендә вертикаль урынлашҡан, ләкин был айырма беҙҙең илдәгеләргә генә ҡағыла. Донъяла, әйтәйек, тропиктарҙа ҡара йылан һымаҡ ҡара һәм һоро туҙбаштар ҙа киң таралған. Ғөмүмән, таралыу йәһәтенән туҙбаштар Антарктидала ғына юҡ. Хатта сүллектә лә айырым төрҙәре йәшәй.
Рәсәйҙә иһә ғәҙәти, ябай (Natrix) йыландар төньяҡтан Вологда өлкәһе менән сикләнеп, көньяҡ Волга буйы, Кубань, Дон яҡтарын үҙ итә. Ә бына “юлбарыҫ” төрө Приморье крайында ғына осрай. Уныһын ағыулы тиҙәр. Алда телгә алғанса, алғы ҡыҫҡа тештәре менән саҡҡанда зарары әллә ни юҡ, ләкин тамаҡ төбөндә тиерлек урынлашҡан (хәйер, бармаҡты тығып тешләтмәһәң) төпкөләренә эләкһәң, ағыуы хатта үлемесле булыуы бар.
Туҙбаш йылан ҡайҙа ғына үрсемәһен, сүллектә булһа ла, һыуға яҡыныраҡ ерҙәрҙе үҙ итә, шуға ла дымлы туғайлыҡтарҙа, урмандарҙа күп үрсей. Туҙбаштарҙың “һыу” төрө бөтөнләй һыу ятҡылыҡтарында йәшәй, ләкин аҙыҡты, ҡорбанын ҡоро ерҙә эҙләй, йомортҡаны ла шунда һала. Ағас туҙбаштары иһә ағастарҙа йәшәй. Уларҙың юлы олон буйлап аҫҡа-өҫкә генә һуҙылған. Ағас осона менгәс, ботаҡ һымаҡ ҡатып ҡалалар. Тиҙ генә ергә табан төшөргә булһалар, пружина рәүешендә йомарланып ҡолайҙар ҙа осҡан арала төҙәйәләр, эстәрен эскә табан ҡыҫып, ҡабырғаларын ҡанат рәүешендә йәйәләр. Шулай итеп, осоу тиҙлеге кәмей, кәүҙәһе дельтопланды хәтерләтә. Был төр туҙбаштарҙың күҙ ҡараһы ҡара йыландыҡы шикелле ярыҡты хәтерләтә, ләкин унан айырмалы рәүештә, горизонталь урынлашҡан. Шуға ла тирә-яҡты күреү һәләте киңерәк.
Ябай, ғәҙәти туҙбаш йылан, төрөнә ҡарап, бер метр ярым оҙонлоҡҡа етә. Шуныһы ҡыҙыҡлы, ул кеше торлағына бик яҡын, хатта өй нигеҙендә лә йәшәргә мөмкин. Тауыҡ ояларына ла йомортҡа һалыуҙары күҙәтелгән. Аҙыҡ яғына килгәндә, һыуҙы төйәк иткән бөжәктәр, тәлмәрйендәр менән туҡлана. Ярым сүллектә кимереүсе йәнлектәргә һөжүм итә, бөжәк аулай, ҡош-ҡорт йомортҡаларын ала. Таулы яҡтарҙа кеҫәртке, хатта башҡа төр йыландарҙы аулай. Урмандарҙа ҡош ояларын да туҙҙыра ала. Һыуҙағыларҙың аҙығының 60 проценты ваҡ балыҡтарҙан, ҡарышлауыҡтарҙан тора. “Тар һөнәрле” туҙбаштар ҙа була. Мәҫәлән, Азияның көньяҡ-көнсығышында йәшәгән ҡалын башлылары ҡабырсыҡ эсенән ҡусҡарҙарҙы тартып ала. Ике алғы тештәрен ҡусҡарҙың йомшаҡ тәненә батыралар ҙа бөкө асҡан штопор һымаҡ әйләнә башлайҙар. Ә бына Африкалағы йомортҡа ашаған йыландар иһә үҙҙәре 75 сантиметрлап оҙонлоҡта ғына булһа ла, тауыҡ йомортҡаһынан ҙурыраҡты ла йота ала. Улар ойоҡ һымаҡ тәндәрен йомортҡаға “кейҙерә” генә. Яйлап эсендәге шыйыҡса эскә һурыла, ҡабығын иһә тышҡа кире сығара.
Яҙын туҙбаштар йылынырға ағас төптәренә, таштарға, хатта юлға сығып ятыусан. Дошманы менән осрашҡанда улар ҡыҙыҡ ҡына хәйләкәр алым ҡуллана. “Акинеза” яһалма, ялған үлем тип атала. Был сағында тәндәре йәнһеҙ епкә әйләнә, күҙҙәре аҡайып, тоноҡлана, ауыҙы асыла, теле сыға. Ҡайһы бер төрҙәренең ауыҙынан ҡан “китеүе” лә бар. Өҫтәп, тәненән һаҫыҡ еҫ тә ебәрә. Кем инде ундай йыланды ҡулына алғыһы килһен, ләкин сирҡанып алыҫҡа ла китеп өлгөрмәйһең, шунда уҡ терелеп, “һә” тигәнсә күҙҙән юғала.
Ағыуы әллә ни ҡурҡыныс булмаһа ла, туҙбаштарҙың Украинала, Кавказ аръяғы һәм Волганың түбән ағышында – Яйыҡ (Урал) йылғаһына саҡлы ерҙәрҙә осрағандары кешегә ташланыусан. Ҡасыр урыны юҡ икән, ҡыҫырыҡланған йылан эттеке шикелле ныҡлы, осло тештәре менән кешенең битенә һикерә.
Алда өсөнсө төркөмгә ингән туҙбаштарҙы телгә алғайныҡ. Русса “медянка” тип атала ул. Буйы әллә ни оҙон түгел – 50 сантиметр ғына. Ҡыҙғылт, ҡара-һоро төҫтә. Һыртында бәләкәй генә ҡараһыу таптары бар. Улар, ғәҙәттә, урман аҡландарында, киҫелгән ағастарҙа, болондарҙа йәшәй. Скандинавиянан башлап бөтә Европаға, шулай уҡ Рәсәйҙең көньяғына таралған. Уны ҡайһы саҡта ағыулы йыландар менән бутайҙар, ләкин үҙҙәре ҡара йылан балаларын ашай, хатта ҙурҙарына һөжүм итә.
Латин Америкаһындағы фермерҙар “ялған” туҙбаштар төркөмөнә ингән “муссуран” тип аталған йыландарҙы үҙҙәре үрсетә. Улар тик ағыулы йыландар менән генә туҡлана, имеш. Муссурандарҙы үрсетеү бигерәк тә Аргентина, Бразилия фермерҙарында киң таралған.
Туҙбаштар яралғыһын уртаса өс ай йөрөтөп йомортҡа һала. Урыны төрлө булырға мөмкин: тиреҫ, буш йәнлек өңө, ҡороған үҫемлек өйөмө. Йомортҡалар һаны йыландың оҙонлоғона бәйле. Мәҫәлән, 70 сантиметр буйлыһы унлапты һалһа, метрҙан ашыуҙары – ун биш, хатта утыҙлапты. Ябай, ғәҙәти туҙбаштың йомортҡалары күгәрсендекен хәтерләтә, ләкин улар төймә шикелле бер-береһенә шыйыҡса менән беркетелгән. Йомортҡа һалғандан алып балалары сыҡҡансы өс аҙна ваҡыт үтә.


Изге һанала
Донъя халыҡтары мифологияһында туҙбаш йылан изгеләрҙән һанала. Славяндарҙа борон өйҙә мотлаҡ туҙбаш йәки кеҫәртке йәшәргә, ҡот килтерергә тейеш тип һаналған. Уларҙы үлтереү гонаһ иҫәпләнгән. Ояһын туҙҙырһаң иһә, үс тә алыуҙары бар икән. Шулай уҡ уларҙы һаулыҡ алиһәһе тип һанағандар.

Боронғо китаптарҙа былай тип яҙылған икән: “Статуяһы ҙур туҙбаш рәүешендә һынландырылған. Асыҡ ауыҙынан көмөш теле сығып тора. Ҡорамдарҙа кәүҙәһе күренмәҫлек ҡорбан эленгән, ә аяҡ аҫтына һаулыҡ һатып алыусы кенәз һәм ябай халыҡтан бүләктәр тауҙай өйөлгән…”
Йылан йыл һайын элекке тиреһен һалғаны өсөн үлемһеҙ тип иҫәпләнгән. Ҡайһы саҡ ошо тирене ҡиммәтле таштар менән биҙәгәндәр. Туҙбаш бар йыландарҙың батшаһы һа­налған. Ҡайһы саҡ уларҙы баштарында алтын таж түгел, ә алтын мөгөҙҙәр йөрөтә, тигәндәр. Әгәр урманда осратһаң, алдына ҡыҙыл яулыҡ һалырға кәрәк. Шул саҡта туҙбаш ошо мөгөҙҙәрҙе ҡыҙылға һалып китә, ти. Кем уларҙы ала, шуға йылан­дарҙың хазина һандығы асыла, имеш.
Йыланды үлтереү – оло гонаһ, сөнки ул пәйғәмбәр кәмәһендә сысҡан тишкән ерҙе башы менән ҡаплаған. Шуға Аллаһ тарафынан алтын таж бүләк ителгән. Әлеге һары таптар ошо таждан ҡалған, йәнәһе.
Туҙбаштың һалынған ти­реһен им-томсолар биҙгәк ауырыуын (лихорадка) дауа­лағанда ҡулланған. Ә майын эскән кешене һауыҡтырыу өсөн файҙаланғандар.
Башҡорттарҙа ла туҙбаш изге һанала. Туҙбаш йылан булып кеше күҙенә өй эйәһе лә күренә икән, шуға уны үлтерһәң, ҡаза килеүе бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 955

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 494

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509