Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Ҡондоҙҙар уйыныҠондоҙҙо белмәгән кеше юҡтыр, әммә уның менән яҡындан осрашҡандар аҙҙыр. Кимереүселәр араһында ла был йән эйәләре үҙҙәренең йылғырлығы һәм үтә һиҙгер булыуы менән дан тота.
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә һуңғы йылдарҙа ҡондоҙҙарҙың бер ни тиклем артыуы күҙәтелә. Быны ғилми тикшеренеүҙәр дәлил­ләй. Уларҙың быуаларын бигерәк тә Телмәй, Оло Инйәр, кесе Инйәр һәм Рәүәт йылға­ларында йыш осратырға мөмкин.
Ер йөҙөндә Канада һәм Европа ҡондоҙ­ҙарының барлығы билдәле. Белеүебеҙсә, үткән XX быуат урталарына тиклем был йәнлектең тиреһе Америкала һәм Европа илдәрендә дан ала. Рәсәй империяһында ла ҡондоҙ тиреһенән тегелгән кейемде айырыуса байҙар яратып кейгән. Күпләп аулағанға күрә, улар үтә аҙайған. Һуңынан йәнлекте Ҡыҙыл китапҡа индерергә мәжбүр булғандар.
Осло тырнаҡтары һәм тештәре ярҙамында диаметры 15 сантиметр булған ағасты ҡондоҙ бер сәғәттә кимереп йыға ала, ә йылына оло ҡондоҙ яҡынса 200 ағасты ауҙара. Халыҡ араһында “Ҡондоҙҙо үлтерһәң, ағасты ҡот­ҡарырһың” тигән әйтем күптән йәшәй. Шулай ҙа башҡа йәнлектәр менән бер рәттән ҡондоҙ ҙа ҡәтғи һаҡланырға тейеш. Браконьерҙарға ҡарата яза ҡаралған.
Ҡондоҙҙар – талантлы инженерҙар. Быуала төҙөгән ҡоролмаларҙың диаметры 10-15 метр булһа, бейеклеге бер-ике метрға етеүе мөмкин. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: был аҡыллы кейектәр быуалағы һыуҙың күләмен һәм таҙалығын даими контролдә тота.
Быуа ҡондоҙҙарға йәшәү һәм дошмандарҙан һаҡланыу мөмкинлеге биреүҙән тыш, башҡа йән эйәләренә тыныс тормош бүләк итә. Кемдәр һуң ҡондоҙҙарҙың күршеләре? Быуа, әлбиттә, ҡояшта тиҙ йылына, һәм төрлө микроорганизмдар барлыҡҡа килә. Тыныс һыуҙа бәрҙе, бағры, алабуға һәм башҡа балыҡтар йыйыла, һуңынан төрлө һыу ҡоштары ла ҡунаҡҡа килә башлай. Балыҡ күп булған ерҙә, әлбиттә, ҡама күп. Эҫе селләлә айыуҙар ҙа ҡондоҙҙар бассейнында рәхәтләнеп һыу төшөргә ярата.
Ҡондоҙ йылына яҡынса ике-биш бала тыуҙыра. Улары ике көн үткәс тә йөҙә башлай, әсәләре менән ике йыл йәшәгәндән һуң үҙҙәренә яңы йорт эҙләүгә дусар була.
Бер ҡыҙыҡлы күренеш әле лә хәтеремдә. Атайым менән урманда ат эҙләп йөрөй торғас, ҙур булмаған йылға буйына килеп сыҡтыҡ. Һыу эсеп, йыуынып алғас, ҡапҡылап алырға булдыҡ. Бер мәл эргәбеҙҙәге ҙур булмаған быуаға оҡшаған ятыуҙа нимәлер шап-шоп итеп ҡалды. Һуңынан һыуҙағы тауыштар күбәйә башланы. Ипләп кенә барып ҡараһаҡ, ни күрәбеҙ: ятыуҙа дүрт ҡондоҙ һикерешеп уйнай. Ситтән был быуа нимәһе менәндер джакузиҙы хәтерләтә. 10 минут тирәһе ҡарап торғас, ҡондоҙ быуаһына яҡын уҡ килергә булдыҡ. Беҙҙе күреп ҡалған йәнлектәр шунда уҡ һыу төбөнә сумды. Тик береһе генә ашығырға уйламаны. Балыҡты хәтерләткән ялтыр ҡойроғон шапылдатып, сөм-ҡара күҙҙәрен беҙгә төбәп тын ғына йөҙөүен дауам итте. Әйтерһең, ул беҙгә нисек итеп дөрөҫ йөҙөргә күрһәтә төҫлө. Бер аҙ арҡаһында барғас, икенсе яҡтағы ярға сығып ҡағынып алды ла, айыу шикелле алпан -толпан атлап, эре генә ҡыуаҡлыҡ араһына инеп юғалды.
Урман ҡосағында эшләп һәм сынығып үҫкән атайым юл буйына үҙе шаһит булған төрлө мауыҡтырғыс мажаралар тураһында ла һөйләне.
Тәбиғәт-Әсә өсөн барлыҡ тереклек тә ҡәҙерле. Уны күрә һәм тоя белергә кәрәк. Йәшел мөхиттең үҙенең театры, моңо, фәл­сәфәһе, педагогикаһы һәм психологияһы бар. Тәбиғәтте яратҡан һәм дуҫ булған кеше генә ошо күренештәрҙе аңлай ала.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 1 130

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 1 287

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 873

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 1 750

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 1 090

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 1 175

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 1 128

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 1 371

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 1 160

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 1 090

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 1 344

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 1 402