Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡайын бәшмәге лә дарыу икән
Ҡайын бәшмәге лә дарыу икән Ҡыуау (чага) — ағас яраһына эләгеп, үҫеп киткән ҡыу бәшмәктең бер төрө. Башҡа ағаста үҫкән бәшмәктәрҙән ҡыуау ҡара төҫө, суғырмаҡлы булыуы һәм аныҡ һын-ҡиәфәте булмауы менән айы­рыла.
Атайым уны сәй урынына эсә тор­ғайны. Урманда саҡта сәй бөтөп китһә, балта менән тумырып ала ла ҡайнап торған биҙрәгә шул килеш һала. Аҙаҡтан ғына мин был бәш­мәктең исемен һәм бик ҡиммәтле дарыу икәнен асыҡланым.
Ҡайын бәшмәген борон-борондан халыҡ медицинаһында яман шеш, аш­ҡаҙан ауырыуҙарын дауалау өсөн файҙаланғандар. Әле лә ул төрлө препараттар етештереү өсөн киң ҡулла­ныла. Сәй урынына эскәндә, ул орга­низмдың төрлө сирҙәргә ҡаршы тороу көсөн арттыра. Уны ҡартайған, әммә тере ҡайындарҙан ғына йыялар. Йый­ғас, иң өҫкө ҡара һәм иң аҫҡы асыҡ өлөшөн киҫеп ташлап, уртаһын ғына ҡалдырырға кәрәк. Шуларҙы киҫәктәргә бүлгеләп, киптереп һаҡлайҙар.
Ҡайын бәшмәген табыуы еңел түгел, сөнки тәғәйен үҫкән ере юҡ. Эҙләп табыр өсөн махсус рәүештә ҡайын­лыҡтағы бөтә ағастарҙы тикшереп сығып булмай бит. Күпсе­лектә ҡайында осраған ороно (кап, нарост) ла бәшмәк тип уйлайҙар. Уға осраҡлы рәүештә генә юлығып була. Ана шул саҡта уны алып ҡалығыҙ, юҡһа ул тиҙҙән үҙе лә юҡҡа сығасаҡ, ағасты ла һәләк итәсәк.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Яҙҙы ашҡынып көткәндер...

Яҙҙы ашҡынып көткәндер... 10.03.2019 // Ҡырағай мөхит

Ошо байрам көндәрендә Веселовка ауылы халҡы эргәлә атыу тауыштары ишетә. Һөҙөмтәлә, республиканың...

Тотош уҡырға 1 129

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә

Һаҡлау мөмкинлеге – халыҡ-ара кимәлдә 30.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Башҡортостандың символына әүерелгән уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары – шихандарҙың яҙмышы һаман да хәл...

Тотош уҡырға 1 287

Мансур ағай хикәйәттәре

Мансур ағай хикәйәттәре 27.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

...Тауҙар араһындағы бәләкәй генә өйҙә урмансы һәм уның ҡатыны йәшәй. Үҙенә тәғәйенләнгән биләмә...

Тотош уҡырға 1 873

Әйләнә лә киләләр...

Әйләнә лә киләләр... 26.01.2019 // Йәмғиәт / Ҡырағай мөхит

Иглин районының Оло Теләк ҡасабаһында йәшәгән киң билдәле фермер Хәсән Иҙиәтуллиндың хужалығында...

Тотош уҡырға 1 750

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл

Иҫәпленең ҡошо ла теүәл 21.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Үткән ял көндәрен мәскәүҙәр файҙалы үткәрҙе: улар орнитологтарға ярҙам итеү өсөн һыуҙа йөҙгән...

Тотош уҡырға 1 090

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй

Йәнлектәр шәкәр сиренә бирешмәй 18.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Ҡырағай тәбиғәттә хайуандар шәкәр сире менән ауырымай һәм һимереү менән яфаланмай....

Тотош уҡырға 1 175

130 йәшкә еткән

130 йәшкә еткән 16.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Һиндостанда 130 йәшкә етеп үлгән крокодил менән бәхилләшергә 500-ҙән ашыу кеше килгән....

Тотош уҡырға 1 128

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө

Бөгөн – Ҡурсаулыҡтар һәм милли парктар көнө 11.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Беренсе тапҡыр был датаны Бөтә донъя тәбиғәтте һаҡлау фонды башланғысы менән 1997 йылда билдәләй...

Тотош уҡырға 1 370

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы

Лань, ҡабан балаһы, тур үгеҙенең дуҫлығы 10.01.2019 // Ҡырағай мөхит

Лань, тур үгеҙе, дөйәғош... Юҡ-юҡ, йылы яҡта түгел, республикабыҙҙың Нуриман районында ла күрергә...

Тотош уҡырға 1 160

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә

Ул ултыртҡан урман шаулап үҫә 25.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Туймазы районының Верхнетроицк ауылы китапханаһында РСФСР-ҙың дәүләт премияһы лауреаты,...

Тотош уҡырға 1 090

“Бәләкәй болан”

“Бәләкәй болан” 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Урман-ҡырҙарыбыҙ биҙәге. Ҡоралайҙарҙы “бәләкәй болан” тип тә йөрөтәләр....

Тотош уҡырға 1 343

Урман һаҡсылары

Урман һаҡсылары 11.12.2018 // Ҡырағай мөхит

Һалҡын көндәр башландымы, башҡа ваҡытта күҙгә күренмәгән теремек ҡарабаш турғайҙар кешеләр йәшәгән...

Тотош уҡырға 1 402