Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаилә ҡиммәттәре һәм йорт төҙөү
Ғаилә ҡиммәттәре һәм йорт төҙөү Ҡондоҙҙар өңдәрҙә һәм махсус “йорттар”ҙа йәшәй. Тәүгеһен текә ярҙарҙа ҡаҙалар. Улар бик оҙон һәм ҡатмарлы лабиринтты хәтерләтә. Бер нисә инеү урыны бар. Иҙәндәре һыу кимәленән юғары. Йылға ташып, һыу күтәрелһә, түбәһенән балсыҡты ала баралар, ергә түшәй торалар, йәғни өң юлдарын бейегәйтәләр.
Өйҙәре – хайран ҡалырлыҡ
Өңдәрҙән тыш, махсус “өйҙәр” ҙә төҙөйҙәр, тинек. Уныһын һайыраҡ урынға ҡоро ботаҡ өйөп эшләйҙәр. Ботаҡтарҙы һалған һайын ер, балсыҡ, ләм менән һылай баралар. Өйөм эсендә һыу кимәленән юғарыраҡ булған буш, иркен урын ҡалдыралар. Был “өй”гә һыу эсенән генә үтергә мөмкин. Ҡайһы осраҡта өйөмдөң бейеклеге хатта ике, өс метрҙан ашыу булып, диаметры ун метрға етеүе бар. “Өй”ҙөң стенаһы бик ныҡлы. Төҙөгән саҡта ҡондоҙҙар алғы тәпәйҙәре менән эшләй. Ҡышҡы һалҡындарға әҙер­ләнгәндә өйөмдәр өҫтөнә өҫтәмә ер, балсыҡ һала­лар. Шуға ла сатлама һыуыҡ­тарҙа ла бында йылы, ә инеү урындарында һыу булмай. Тағы шуныһы: өңдәре менән “өйҙәр”ен йәнлектәр бик таҙа тота.
Ҡондоҙ социаль йәнлектәр төркө­мөнә инә. Шуға ла улар ғаиләләргә берләшкән. Ғәҙәттә, һәр береһендә ун баш тирәһе була, йәғни ата менән инә һәм енси яҡтан өлгөрөп етмәгән балалары. Бер үк урынды ғаилә быуаттар буйы биләргә мөмкин. Йылға буйынан бындай ер майҙаны өс-дүрт километрға етә. Ә бына йәнлектәр йылға ярынан ситкә 300 метр самаһы ғына китә. Бөтә ғүмерҙәре йылға менән бәйле.
Айырым ҡондоҙҙар ҙа осрай. Парын тапҡас, ҡауышып, ғаилә булып йәшәй башлайҙар.
Йәшәү сығанағы
Быуа быуыр алдынан ҡондоҙҙар урынды тикшереп, ҡулай ерҙе һайлай: яр яҡын булһын, ағастар ҙа кәрәк. Шунан һуң ҡабығы әрселгән ағас сөйҙәрҙе йылға төбөнә ҡаҙайҙар, араларына ҙурыраҡ таш һалалар ҙа мәте менән ҡаплап ҡуялар. Ә “бағаналар” араһының һыу өҫтөндәге өлөшөнә ботаҡтар һалып, балсыҡ менән һылайҙар. Шулай итеп, быуа барлыҡҡа килә.
Һыу – төп йәшәү сығанағы. Улар унда ҡауыша, өңдәренә инә, йыртҡыстарҙан һаҡлана, ләкин һыу аҫтында ҡондоҙҙар ун биш минуттан да артыҡ тормай.


Автор: Т. МУСИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 068

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 432

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 964

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 869

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 623

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 222

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 446

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 956

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 415

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 495

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 322

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 509