Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәбиғәт — мәңгелек сер
Тәбиғәт — мәңгелек сер
Тәбиғәт — мәңгелек серУны аңлап бөтөү мөмкин түгел
— Һеҙ ниндәй ағас яратаһығыҙ?
— Йүкә.
— Ҡыҙыҡ. Беҙ ни өсөндөр үҙегеҙ һымаҡ олпат һәм мөһабәт, бейек ҡаялар өҫтөндә, таштар араһында үҫкән ғорур ҡарағайҙы атарһығыҙ тип уйлағайныҡ. Ә ниңә йүкә?
— Сөнки иң күп продукция биргән ағас. Ул үҫкән бер гектар ерҙән
1 тонна 200 килограмм тирәһе бал алырға мөмкин. Ағасы кәрәккә ныҡ ҡулланыла. Сувенирҙар эшләргә ипкә килә, йомшаҡ. Ҡалаҡ, батман кеүек һауыт-һаба яһайҙар. Сәскәһе — ҙур дауа, йүкә балының шифаһы тураһында, әйтмәһәң дә, бөтәһе лә белә. Һалҡын тейгәндә йүкә сәскәһе һалынған сәйҙе баллап эсһәң, тирләтеп ебәрә, сир ҡаса.
Ҡайырыһы һарыуысҡа ҡуйыла. Ҡорт айырған саҡта шуның еҫенә барып һарыла. Ҡабығын санаға түшәп ултырып йөрөйһөң. Шулай уҡ һалабаш итеп яһап, йүкә йыуғыс, атҡа септә, ҡап һуҡҡандар, бау, арҡан ишкәндәр. Мунса бураһын күптәр йүкәнән күтәрә, тәмле еҫе сығып тора. Тағы ла дауам итәйемме?
— Ысынлап та, ғәжәп ағас икән дә!
— Мин уны хатта кәрәгемә лә йыҡмайым.
...Әңгәмәсебеҙ — “Шүлгәнташ” ҡурсаулығының егеры, солоҡсо-ҡортсоһо Иштуған Миңләхмәт улы. Байғазиндарҙы Бөрйән районында белмәгән кеше юҡтыр. Атайҙары Миңләхмәт ағай ҡурсаулыҡ асылғаны бирле эшләп, хаҡлы ялға сыға. Улдары Ғәйнулла, Иштуған, Илһам да яҙмыштарын урман менән бәйләгән. Ғәйнуллаһы — ҡурсаулыҡтың урман хужалыҡтарында лесничий, Илһам — ошонда уҡ ҡортсо, умартасы. Барыһы ла тейешле йүнәлештә урта һөнәри һәм юғары белем алған. Бөтәһенең хеҙмәт стажын бергә иҫәпләгәндә 150 йылға барып етәлер.


— Нимә ул һеҙҙең өсөн урман?
— Мәңге аңлап бөтмәҫлек сер. Ул йә­шәүгә көс, дәрт бирә. Урманға сығып кит­һәм, бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайтам. Әллә нисә саҡрым йәйәү йөрөһәм дә, арыу ҙа юҡ, талыу ҙа юҡ. Тәбиғәттә һәр нәмә үҙ ҡануны менән йәшәй. Бында бер артыҡ, бер етмәгән нәмә юҡ. Бөтәһе лә үҙ урынында, бөтәһе лә камил. Һәр эҙҙе ҡарап, урман тормошоноң һулышын, йән­лек­тәрҙең, ҡоштарҙың көнитмешен белергә була.
— Эшегеҙ хаҡында әҙерәк һөйләгеҙ әле.
— “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы 22 мең гектар ерҙе биләй. Уның Нөгөш һәм Ғәҙелгәрәй филиалдары бар. Беҙҙең Нөгөш филиалында алты егерь, инспектор. Һәр беребеҙгә бишәр квартал урман бүленгән. Ә квартал – 2х2 саҡрым. Кварталдар бүленгән юлдарға бағаналар ултыртылған.
— Тимәк, һеҙгә ҡараған биләмә 20 км2 була инде?..
— Эйе, ана шул биләмәне ҡайҙа сана, ҡайҙа ат егеп, аҙнаға бер тапҡыр йөрөп, ҡарап-тикшереп сығабыҙ: тәртип боҙоуҙар юҡмы, браконьерҙар йөрөмәгәнме, йән­лектәрҙе атмағандармы, улар нисек ҡыш­лай... Барыһын да белеп, күреп торорға тейешбеҙ.
— Браконьерҙар менән йыш осра­шырға тура киләме?
— Шөкөр, ҡурсаулыҡҡа инергә ярама­ғанды халыҡ аңлай хәҙер. Кешеләр йәшәгән ерҙән йыраҡ булғас, ситтән бик йөрөй алмайҙар. Тау йылғаһы Күжә ныҡ шәп аға, яҙлы-көҙлө, ташҡын, көслө ям­ғырҙар мәлендә һыу ныҡ таша, ноябрь-декабрҙә ныҡлап туңмайынса йөрөп булмай. Нөгөш йылғаһы аша ла сыға алмайҙар.
— Тәбиғәт үҙен үҙе һаҡлай, тимәк...
— Шулай... Быйылғы кеүек ҡар күп миҙгелдә үҙебеҙгә лә йөрөргә ауыр.
— Ә һунар итергә рөхсәт ҡағыҙы алғандар өсөн ниндәй тәртип ҡа­ралған?
— Бер йәнлекте атырға рөхсәт ҡағыҙы алыр өсөн, айыуға, мәҫәлән, 40 мең һум аҡсаңды сығарып һалырға тейешһең. Ауыл ерендә йәшәгән ябай кешеләр өсөн күтәргеһеҙ хаҡ был. Шул сама аҡса түләп тә әллә ата алаһың, әллә юҡ — уныһы ла бар. Һунарсылыҡ итеү байҙар шөғөлөнә генә әйләнеп бара тиерлек. Ә ҡурсаулыҡта һунар итеү бөтөнләй тыйылған.
— Хатта ауыл халҡының малына күп­ләп зыян килтергән бүреләргә ләме?
— Рөхсәтең юҡ икән, һарайыңа инеп, малыңды тамаҡлап киткән бүрене лә ата алмайһың, шуға улар һуңғы йылдарҙа ныҡ үрсене.
— Элек, киреһенсә, бүреләрҙе атҡан өсөн Һунарсылар союзынан хатта аҡса ла түләгәндәр түгелме?
— Эйе, тиреһен дә ҡабул иткәндәр, 2-3 мең һум аҡсаһын да биргәндәр, хатта 3-5 мең һум премияһын да йәлләмәгәндәр, йә мышыға һунарға рөхсәт ҡағыҙы бир­гәндәр. Хәҙер, ана, ауыл халҡының йөҙләп малын ҡырһа ла, бер ни ҡыла алмайбыҙ. Киреһенсә, законһыҙ атһаң, штраф түлә­тәләр. Быйылғы ҡышта ҡарҙың күп булыуы бүреләр өсөн ҡулай ғына. Атта ла, бурангирҙә лә урман эсендә йөрөп булмай, саңғы бата, ә бүреләргә шул ғына кәрәк.
— Егерь, солоҡсо-ҡортсоноң эштә­ре тағы нимәнән ғибәрәт?
— “Шүлгәнташ” ҡурсаулығы республи­ка­быҙҙа ҡабул ителгән “Алтын солоҡ” программаһы буйынса эш алып бара. Директор Михаил Николаевич Косарев заповедникта күптән эшләй, яҡшы ойоштороусы булараҡ та билдәле, хеҙмәткәрҙәргә мөнәсәбәте лә һәйбәт. Беҙҙең һәр кварталда солоҡ ҡорттары бар. Уларҙың иҫән-һау ҡышлауына яуаплыбыҙ. Минең кварталға ҡараған бер солоҡтоң балын яңыраҡ һыуһар ашап киткән. Бер нисәһен октябрь айында айыу ашаны. Ҡышҡы­лыҡҡа 12 түмәр умартаны ауылға алып ҡайтырға тип ергә төшөрөп ҡуйғайныҡ, айыу бөтәһен дә бер аҙна эсендә ашап бөтөргән. Бер умартала 15-20 килограмм бал тип иҫәп­ләгәндә лә, күҙ алдына килтерегеҙ, ни тиклем зыян килтергән.
— Бер генә айыу ашағанмы икән?
— Бал ашағанын ҡырмыҫҡа айыуы тиҙәр. Ул һарғылт төҫтә була. Кәүҙәһенең ауырлығы 100-150 килограмға етә. Беҙ­ҙеңсә әйтһәк, вегетариандар, үлән, емеш менән туҡланалар. Ә айыу умарта урынын бер белеп алһа, ҡуймай, йыл да килә шул урынға. Түмәрҙең япҡан ерен — ҡапҡаҡты кимереп, киңәйтеп тишеп ала ла бер нәмәһен ҡалдырмай тап-таҙа итеп ашай. Түмәрҙең эсе ҡырып йыуған кеүек булып ҡала. Айыуҙан һуң ул эшкинмәй.
— Солоҡ умартаһы торған ағасты ул нисек белә һуң?
— Ағас янына килеп ҡолағын ҡуйып тыңлап ҡарай, әгәр ҡорт геүләгән тауыш ишетһә, менеп китә.
— Түмәр ауыҙын асҡас та ҡорттар һырып алып саға башлайҙыр бит уны, нисек түҙә икән?
— Ағастан төшөп, ергә аунап ала ла тағы үрмәләй инде.
— Әллә ҡарап та торғанығыҙ бармы?
— Мин үҙемде ҡыҙыҡһындырған бик күп китап уҡыйым, телевизор­ҙан тәбиғәт донъяһы, хайуандар, урман йәнлектәре, ҡоштар тураһын­дағы махсус тапшырыу­ҙарҙы ҡара­йым. Айыу бит ул көслө лә, хәй­ләкәр ҙә, аҡыллы ла. Кешеләрҙең умар­талыҡтарына инер булһа, башта кәртә аҫтынан соҡор ҡаҙа. Ә инде умартаны күтәреп алғас, кәртәне емереп аша атлап сығып китә. Бер ҙә умарталыҡта ултыртып ашамай, 20 метр самаһы йыраҡҡа китеп һыйлана.
— Айыу менән йыш осрашырға тура киләме?
— Йылына 15-20 мәртәбә күрәбеҙҙер. Бәләкәй саҡта атай менән һыбай ҡайтып килгәндә эргәнән генә ҙур айыу үтеп китте — беренсе тапҡыр күреүем шунда булды.
— Һунар ҙа иттегеҙме?
— Рөхсәт ҡағыҙы менән килгәндәргә ярҙамлашып, байтаҡ ҡына айыу алырға насип булды. Айыуға яңғыҙ йөрөмәйһең, бер нисә кеше кәрәк. Тәжрибәле һунар­сылар көҙҙән ҡайҙа өң ҡаҙғанын алдан билдәләп ҡуя. Эт менән барырға ярамай: тауышынан өркөп ҡаса. Айыуҙы ҡыш йоҡ­лай тиһәләр ҙә, йоҡламай бит ул. Ғәҙәттә, өңөн төньяҡ битләүҙә ҡора, икенсе яҡтан яҙ көнө ҡар иртә ирей торған ерҙе һайлай. Бер ваҡыт Мәсемдә 4-5 егет айыуға киттек. Мин 3-4 метрлыҡ һайғау менән өҫтән тегенең өңөнә төрттөм. Уҡ шикелле атылып сығыуына егеттәр ике тапҡыр атып ебәрҙе. Ике пуля ла тейгән: береһе — маңлайына, икенсеһе — түшенә. Ҙур ҡара айыу ине. 700 кило самаһы булғандыр. Кәртәгә һалып һөйрәп алып ҡайттыҡ.
Бер тапҡыр шулай һыбай китеп барам. Балалы айыу һуҡмағы беленеп ята, күрә-тора боролмай юлды дауам иттем. Ситкә сығыр әле тип уйлаған булам үҙемсә. Этем арттан килә. Ике балаһы киҫкә ҡутарып йөрөй. 15-20 метр самаһы аранан инә айыу беҙҙе күреп, аяғөҫтө баҫты ла яман тауыш менән үкереп, миңә ҡарап ташланды. Атты борҙом да кирегә саптым. Үҙем рюкзакты сисергә маташам, йәнәһе, ашарға әйбер ташлаһам, әүрәп ҡалыр, тим. Ҡурҡышынан этем атты уҙып китте. Айыу шулай 100 метр самаһы ҡыуып килде лә тороп ҡалды. Балалы айыуҙың юлына сығырға ярамай, улар бигерәк ҡурҡыныс.
Күп осранылар. Йоҙроҡ болғап, ҡыс­ҡырып, хатта һүгенеп тә ҡалғаным булды. Бер тапҡыр тауҙан төшөп киләм. 20-30 метр алыҫлыҡта сыҡты ла китмәй тик ултыра. Ҡысҡырам, тағы барып ултыра. Шунан боролдо ла үҙәккә төшөп китеп барҙы. Айыу бик ташлана һалып бармай, үҙенә зыян итмәһәң. Балалы айыуҙар ғына хәүефле.
— Һеҙ үҙегеҙҙең биләмәгеҙҙә күпме йәнлек барын беләһегеҙме?
— Әлбиттә. Беҙ иҫәп-хисап алып ба­рабыҙ. Ҡышҡыһын ҡыр йәнлектәрен һа­найбыҙ: болан, ҡабан, һыуһар, мышы, төлкө, ҡуян төркөм-төркөм булып үтә, арттарынан беҙ китәбеҙ. Эҙҙәренә ҡарап, ниндәй йәнлек, нисә пар үткәнен беләбеҙ. Көҙгөһөн, сентябрь айында, йыртҡыс ҡоштарҙы һанайбыҙ: ҡарсыға, ыласын, бөркөт, өкө, һуйыр, сел, тумыртҡа... Үткенсе ҡоштар күберәк.
Йәй айыуға иҫәп үткәрәбеҙ. Көн эҫелә йылға буйында йөрөй, ысыҡта эҙе ҡала, ҡайһы яҡҡа киткән, шуға ҡарап беләбеҙ. Айыуҙың алғы тәпәйенең эҙе йомро ғына, ә артҡыһыныҡы кеше аяғы эҙе һымаҡ.
— Ҡайһы хайуан ҡурҡыны­сыраҡ?
— Ҡабандың ҡурҡыныслығы бар. Борсоһаң, кешегә ташланыуы мөмкин. Аҙау тештәре 15 санти­метрға етә. Һөжүм итһә, иҫән ҡалы­уың икеле. Исламбай һунарсы­ларының аттарының аҫтынан сыйып ҡына үтеп киткән. Малдың ҡорһағы ярылған. Аттарын урманда салып алып ҡайттылар.
— Ә һеҙгә ниндәй йәнлек оҡшай?
— Һеләүһен. Ипле лә, хәйләкәр ҙә. Бүре шикелле ҡомһоҙ түгел, үҙенең көсө еткәнен генә йығып ашай. Ҡуян, һуйыр, сел, ҡайһы саҡ ҡоралайға, ваҡ ҡабанға һөжүм итә. Ҡортҡа теймәй.
— Тәбиғәткә иң ныҡ зыян килтергән йәнлектәр бармы?
— Ҡондоҙ — иң ныҡ зарар килтергән йәнлек. Ағастарҙы ныҡ ҡолата, йөҙәрләп йыға. Йылғаларҙың ағышын үҙгәртә. Икешәр метрлыҡ быуалар барлыҡҡа килтерә. Йылға һайын 20-30 быуа яһай. Үҙен алыуы ҡыйын. Ныҡ һиҙгер. Унан һуң ағас ҡыуарып, сереп ятҡас, һыу тоноҡ­лана, күренмәй, тотоп булмай. Ул кимереп йыҡҡан ағастар йылғаны ағыҙмай. Күл барлыҡҡа килә. Балыҡтар үрсей алмай. Бәрҙе шул арҡала бөтөп бара. Техника ла инә алмай, туғай һаҙға әйләнә. Үҙе шул тиклем үрсемле хайуан.
— Бөтөнләй үк файҙаһы юҡмы ни?
— Артыҡ зыянлы тиһәк тә, уның да үҙенә күрә файҙаһы бар инде: ҙур-ҙур күлдәр эшләй, туғайҙар дым ала. Эҫелә мышы кеүек йәнлектәр төшөп ятырға бассейндар барлыҡҡа килә.
— Һәр йәнлектең, һәр ҡоштоң ҡылыҡтарын белеп бөткәнһегеҙҙер инде...
— Ҡама — бик ҡыҙыҡ йәнлек. Үҙе өс-биш кило тирәһе, ә көнөнә үҙ ауырлығы хәтле балыҡ, ҡыҫала, баҡа ашай. Бүтән нәмәгә теймәй. Йәнлектәрҙең аҡылына ҡайһы саҡ иҫ китә. Мәҫәлән, ҡама бер ерҙә балыҡ булмаһа, нисектер белә, ҡоро ерҙән тауҙар аша икенсе йылғаға сыға.
Мышылар ныҡ кәмей. Сәбәбе бү­реләрҙең үтә ныҡ күп булыуында. Ҡар мул саҡта бер нисә көн ашамай көтөп ята, сөнки йомшаҡ ҡар өҫтөнән йөрөүе ҡыйын. Ҡар ҡатҡас, һунарға сыға. Бүреләр өйөрө менән йөрөй, дүртәр-туғыҙар булып китә, мышыларға, ҡыр кәзәләренә һөжүм итә. Былтыр биш илек бар ине, бөтәһен дә бүреләр ашаған.
Мышыларға таш тоҙо һалабыҙ. Мин­дектәр бәйләйбеҙ. Ҡабандарға аҙнаһына бер нисә тоҡ һоло һалып торабыҙ. Имән сәтләүеге булмаһа, уларға ла ашарға етмәй. Бер метр ҡалынлыҡта аҫта ятһа ла, белеп, соҡоп ашайҙар. Ҡар ҡалын булһа, аслыҡтан үләләр. Яҙ, май айында, айыу ҙа ҡабандарға һөжүм итә.
— Ҡыр йәнлектәре һауа торошон алдан һиҙәме?
— Мышылар, бер аҙна алда көслө ҡар яуасағын белеп, ялан яғына ла, бер нисә йөҙ саҡрымда ятҡан Ирәмәл яҡтарына ла күсеп китте. Улар партиялап күсә. Тәүгеһе — октябрҙең икенсе яртыһында, икенсеһе — ноябрҙең икенсе өлөшөндә, өсөнсөһө декабрь аҙағына тиклем китте. Ә 30 декабрҙән ҡар күп итеп яуа башланы. Мышылар бында ҡалһа — бүреләргә әҙер ризыҡ.
Ҡорттар ҙа һауа торошона һиҙгер: көслө ямғыр яуырҙан алда 15-20 минут алда ояһына ҡайтып китә. Үрмәксе ауының уртаһында булһа, ул көндө ямғыр яумай, әгәр ау күтәрелеп торһа — аяҙға. Ямғыр яуыр булһа, үрмәксене ауында күрермен тимә, ул ағас ышығына йәшенә.
— Тәбиғәттә бер йәнлек тә бушҡа барлыҡҡа килмәгән: һәр ҡайһыһының зыяны ла, файҙаһы ла барҙыр...
— Был йәһәттән ҡабандарҙы миҫалға килтерергә мөмкин. Уларҙың зыяны ла, файҙаһы ла бар. Баҫыуҙарҙы, бесәнлек ерҙәрен һөрөп, аҡтарып китеп, ҡабандар ныҡ ҡына зыян килтерә. Ә инде тау биттәрен һөрөп, йәш үҫентеләргә файҙа килтерә. Үләнгә төшкән ағас орлоғо шытып сыға алмай, ә ҡабан һөрөп киткән йомшаҡ ерҙә тиҙ үҫеп китә.
Мышыларҙан тәбиғәт байтаҡ зыян күрә. Улар йәш үҫентеләрҙе күп ашай. Уҫаҡ, ҡарағай, муйыл, тал, йыла ҡайырыларын һыҙырып кимергәс, ағастар ҡыуара, кибә, үлә.
— Һеҙҙе мышыларҙың шәү­лә­һе менән осрашҡанһығыҙ, тиҙәр. Нисе­герәк булды ул хәл: сер тимәһәгеҙ, һөйләһәгеҙ ине.
— Урмансы тормошонда мажаралы хәлдәр осрап тора инде ул. Бер тапҡыр ҡустым менән һунарға сыҡтыҡ. Тауҙан ике мышы төшөп килә. Йылғаға етәрәк туҡтанылар. Ара ун метр тирәһе генә. Икебеҙ ҙә бер-бер артлы дүрт тапҡыр атып ебәрҙек. Ҡараһаҡ, мышылар ҙа юҡ, эҙҙәре лә күренмәй, бер ниндәй тауыш та сыҡманы.
— Әллә һеҙгә урман эйәһе күрен­деме икән? Әллә мышыларҙы шулай һаҡлағанмы?
— Урмандың да, һәр ағастың да эйәһе бар, тиҙәр. Әммә уны берәүҙең дә күргәне юҡ.
— Күрһәгеҙ, ҡурҡмаҫ инегеҙме?
— Осрашһам, һөйләшеп ултырыр инем әле.
— Нимә тураһында?
— Урман хаҡында. Үҙенең нимә ашап йәшәүен дә һорар инем. Тәбиғәтте аңлап бөтөп булмай. Йығыр алдынан ағастан да рөхсәт һорап, “бисмилла” тип ҡырҡырға кәрәк, уның да эйәһе бар, тиҙәр. Бра­коньерлыҡ менән шөғөлләнгән кешеләрҙе лә ҡурҡытып, арттарынан ҡысҡырып йөрөгәндәре тураһында һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Урман эйәһеме ул, башҡа нәмәме — ниндәйҙер бер көс бар барыбер...
— Һеҙ бөркөт алып ҡайтып та өйҙә­геләрҙең ҡотон алғанһығыҙ икән...
Иштуған, көлөп, һөйләй башланы.
— Бүреләр мышыны ашаған. Яңынан килеүенә тип, һунарсылар ҡапҡан һалған. Уға бүре түгел, бөркөт эләккән. Ярай ныҡ түгел, бер тырнағы менән ҡапҡан. Өҫтөнә фуфайкамды ташланым да күтәреп алып ҡайттым. Өйҙә береһе лә юҡ ине. Теле­визорҙың буш ҡатырға һауытына ҡуйып торҙом. Үҙем аласыҡта рәшәткәләрҙән кәртәләп ситлек яһарға сығып киттем. Мин өйҙә булмағанда балалар ҡайтҡан да йәшникте асып ҡараған. Бөркөт ҡанат­тарын йәйеп килеп сыҡҡан. Барыһының да ҡото осҡан. Ҡошто ла, балаларҙы ла саҡ тынысландырып алдым шул... Бөр­көттөң яраһын эшкәртеп бәйләнем дә аласыҡҡа сығарып ҡуйҙым. Көн һайын бер-бер ярым кило ит бирәм тегеңә. Көҙ ине, әле һуғым һуймаған саҡ, ит бөттө. Тауыҡ ырғытҡайным — ботарлап ашаны — йөнө генә ҡалды, тәпәйен дә ашап ҡуйған. Ҡыр йәнлеген өйҙә тоторға ярамай. Аҙаҡҡы көнөндә ике кило ит ашаттым да осороп ебәрҙем. Рәхмәт әйткәндәй, өй тирәләй ике тапҡыр урап осто ла үҙенә кәрәк йүнәлеште алып күҙҙән юғалды. Улар хәҙер һирәк ҡалып бара. “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән, һаҡларға кәрәк.
— Ҡош-ҡорттарҙы, йәнлектәрҙе шулай йыш ҡотҡарырға тура киләме һеҙгә?
— Һыу буйында хәле бөткән һеләүһен йөрөй, тип килеп әйткәйнеләр, эҙләп сығып киттем. Әсәһен атҡандармы икән, бала һеләүһен ине, асҡа хәлһеҙләнгән, бахыр. Ҡыш ине. Ҡараңғы төшөп килә, фонарь менән яҡтыртып эҙләп табып, өйгә алып ҡайттым. Һөт тә биреп ҡараным. Үкенескә ҡаршы, шәбәйтә алманым. Таң атыуға үлеп ятҡайны. Яҡында ветеринар стан­цияһы булһа, бәлки, ҡотҡарып алып ҡалып та булыр ине.
— Һунарсыларҙың күбеһе ҡуян алыуы менән маҡтана. Һеҙ ни өсөндөр бер тапҡыр ҙа ҡуян тураһында иҫкә алманығыҙ...
— Сөнки мин ҡуянды ныҡ йәлләйем. Үҙ ғүмеремдә бер генә ҡуян тоттом. Башҡа уға һунар итмәйәсәкмен.
— Үҙегеҙгә тәғәйен биләмәне бай­ҡап сығыр өсөн һеҙгә аҙналап ваҡыт кәрәктер. Көн дә өйгә ҡайтып йөрөй­һөгөҙмө?
— Беҙҙең һәр беребеҙҙең утары бар. Минеке ауылдан ун саҡрым алыҫлыҡта. Көн дә ҡайтып йөрөп булмай. Бәләкәй генә урман өйөндә йәшәйбеҙ. Унда һәр ваҡыт берәр аҙна көн итерлек аҙыҡ запасы һаҡлана. Үҙенең кварталынан йыраҡҡараҡ киткән урмансылар ҙа инеп йоҡлап китә. Өй бикләнмәй. Һунарсылар өсөн дә асыҡ. Шырпы, тоҙ, ярма, урын-ер, һауыт-һаба, түшәк әйберҙәре бар. Рәхим итеп, усаҡ яҡ, бешер. Тик барыһын да тәртиптә ҡалдыр. Үҙеңдән һуң килер кешеләргә лә боҙолмай торған аҙыҡ һалып кит — һунарсыларҙың яҙылмаған законы шундай.
— Ял ваҡытында балыҡ ҡармаҡ­ларға мөмкинлек буламы?
— Өй һыу буйында ғына ултыра. Нөгөштә суртан, шамбы, алабуға, бәрҙе, сабаҡ кеүек балыҡтар бар. Бәрҙенең бер төрө бөтөнләй бөттө хәҙер. Уларҙың бик эреләре, ике-өс килоға еткәндәре була торғайны элек. Ҡайһы саҡта 40-ар саҡрым ара үтеп тә бер балыҡ та тота алмаған ваҡыт була.
Урман төрлө миҙгелдә үҙенә бер төрлө тормош менән йәшәй. Торналар яҙғыһын һаҙлыҡ урында оя ҡороп, бала сығара. Иртә таңдан ҡысҡырып өйөрөлөп йө­рөйҙәр.
Һуйырҙарҙың уйынын тыңлау ҡыҙыҡ. Көслө ҡоштар улар. Ем булған йылы күсенмәйҙәр. Төлкө, өкө, ҡарсыға, бөркөт кеүек йыртҡыс ҡоштар уға һөжүм итә. Бөркөттөң тырнаҡтары 3-5 сантиметр оҙонлоҡта. Ҡаптырһа, ысҡынып ҡотола алмайҙар.
— Тәбиғәттә бөтә нәмә гармонияла, йәнлектәр ҙә, ҡоштар ҙа бер-береһе менән бәйләнгән, тиҙәр...
— Шулай. Һыуһарҙы бөтөрһәк, сысҡан күбәйә. Улар артып китһә, ҡарағайҙың йәш үҫентеләрен кимерә. Йәнлектәрҙең береһе бөтһә, икенселәре ҡапыл арта йәки бөтә. Тигеҙлек юғала. Мәҫәлән, ҡорт бөтһә, өс йылдан тереклек бөтә, тиҙәр. Нисәмә мең төрлө еләк-емеш сәскәләре һеркәләнмәй, тимәк, емеше булмай.
— Ҡорт тигәндән, һеҙ үҙегеҙ ҙә оҫта умартасы бит әле. Хатта Италияға бөтә донъя буйлап төрлө халыҡтар­ҙың милли кәсеп-шөғөлдәре оҫталары йыйылған сараға ла барып ҡайтҡан­һығыҙ. Унан ниндәй тәьҫораттар менән ҡайттығыҙ һәм шәхсән үҙегеҙ өсөн ниндәй файҙа алдығыҙ?
— Ысынлап та, ул бик ҙур сара булды. 140 илдән оҫталар йыйылғайны. Ауыл хужалығында, йорт-ҡаралтыла кәрәкле әйберҙәр, үҙҙәре етештергән аҙыҡ-түлек, сувенирҙар һәм башҡа нәмәләр күрһәт­теләр. Туринға Башҡортостандан бер үҙем генә барҙым. Унан етештергән тауарыңды халыҡҡа тәҡдим итергә өйрәнеп ҡайттым. Шул йылда тәүге тапҡыр Өфөгә йәр­минкәгә Бөрйән балын танытырға алып барҙыҡ. Юғиһә, әллә ҡайҙарҙан киләләр ҙә Бөрйән балы тип алдап һаталар. Ысын Бөрйән балы бына шулай була ул, тип реклама яһап ҡайттыҡ.
Хәҙер балыбыҙҙы һатыр өсөн әллә ҡайҙа барып йөрөргә лә кәрәкмәй, өйҙән генә килеп алып бөтәләр. Ҡортсолоҡ ме­нән шөғөлләнеүҙе дүрт умартанан баш­лағайныҡ. Әминә менән өйләнешеп йәшәй башлағанда ҡайным да, атайым да умарталар бирҙе. Йыл да айырған күстәрен тотоп ябып, умарталарҙы арттырып, хәҙер байтаҡҡа еткерҙек. Солоҡ ҡорттарына ла түмәрҙәр эшләп ҡуйҙым, ләкин бер нәмәгә иғтибар иттем: бал ҡорттары ҡомһоҙлоҡто яратмай, һәр нәмәлә сама белергә кәрәк. Берәү хатта 80 түмәр эшләп урманға алып барып ҡуйған, ләкин береһенә лә ҡорт ҡунмаған, бөтәһе лә буш ти. Шундайҙар арҡаһында урманда түмәр элергә ағас та ҡалмай бара хәҙер...
...Сәй табынында барған беҙҙең әңгәмәне тыңлап ултырған ҡатыны Әминә ханым иң аҙаҡтан ғына ире хаҡында үҙенең һүҙен әйтеп ҡуйҙы:
— Урманһыҙ йәшәй алмай инде ул Иштуған. Бер-ике көн бармай торһа, үлә яҙа, кәйефе булмай, үҙен ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Урмандан бөтөнләй икенсе кеше булып ҡайта, әллә ҡайҙан йылмайып килә. Уның менән урманда йөрөһәң, эшһеҙ ҡалмайһың: ҡайҙа сүп-сар күрә, шуны йыйып, ергә күмеп китә. Йылдар буйына башҡарған ғәҙәте ҡанына һеңгән.
Иштуған әңгәмәне йомғаҡлағандай әйтеп ҡуйҙы:
— Тәбиғәт тураһында, бәлки, бөтәһен дә белергә лә кәрәкмәйҙер. Барыһын да белеп бөтөп тә булмай. Был мөмкин дә түгел. Бер нәмә лә юҡтан ғына барлыҡҡа килмәй һәм бушҡа ғына юҡҡа сыҡмай. Тәбиғәтте нисек бар, шулай ҡабул итергә, барына шөкөр итергә, юғын булдырырға тырышырға, уны яҡларға һәм һаҡларға кәрәк.
— Һеҙ Бөрйәндең иң матур ерендә, урманға терәлеп торған Ғәлиәкбәр ауылында йәшәйһегеҙ. Эшегеҙ ҙә ур­ман менән бәйле. Илебеҙҙә быйыл иғлан ителгән Экология йылы тура­һында ни әйтерһегеҙ?
— Әлбиттә, тәбиғәтте һаҡлау буйынса ниндәйҙер закондар ҡабул ителер, фай­ҙалы эштәр башҡарылыр, әммә былар ваҡытлыса ғына, ошо йылдың күрһәткесе булып ҡына ҡалмаһын ине. Экология беҙҙең күңелебеҙҙән, һәр беребеҙҙән башланырға тейеш. Күңеле саф, таҙа кеше бер ваҡытта ла урманға насар ниәт менән килмәҫ, тәбиғәткә зыян итмәҫ. Бер йылыбыҙҙы ғына түгел, ә һәр көнөбөҙҙө тирә-яҡ мөхитебеҙҙе хәстәрләп йәшәһәк, кешелектең мәңгелек төйәгенә хәүеф янамаҫ.
...Әңгәмәбеҙ башында Иштуған уҙаман йүкәнән генә нимәләр эшләп булыуы хаҡында һанап үткәйне. Ә бит унан башҡа ла күпме ағас бар. Беҙҙең республикала алты миллион гектар ерҙә урман үҫә. Ағасты ҡулланмаған бер өлкә лә юҡ. Беҙҙең эраға тиклем күп мең йылдар элек йәшәгән кешеләр ағас эшкәртеү менән шөғөлләнгән. Борон Эллада халҡы мәрмәр һарайҙар төҙөһә лә, үҙҙәре ағас йорттарҙа йәшәгән. Бөгөн ағастан нимә генә эшләмәйҙәр: уларҙан хатта һут та, шәкәр ҙә, май ҙа алалар, өҫ һәм аяҡ кейеме тегәләр. Беҙ яҙған дәфтәрҙәр, уҡыған китаптар ағастан эшләнгән, ҡағыҙҙарҙан төпләнгән. Һулаған һауа­быҙҙы сафландырыусы кислород бүлеп сығарыуы хаҡында мәктәп балаһы ла белә.
Урман хаҡында күп һөйләргә мөмкин. Уның проблемалары ла иҫ киткес күп. Рәсәйҙә Экология йылы иғлан ителеүе лә бушҡа түгел. Еребеҙҙең йәшел ҡалҡан булған урмандарҙы һаҡлау буйынса ла эшлекле саралар күрелер тип өмөт­ләнәйек. Уны һаҡлау һәр беребеҙҙән башлана: бер ағас ҡырҡһаң, унды ултырт. Иштуған Миңләхмәт улы Бай­ғазин кеүек тәбиғәт йәнле уҙамандар булғанда, шөкөр, Башҡортостан ур­мандарының мәңге шауларына өмөт бар.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 093

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 447

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 985

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 892

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 645

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 238

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 461

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 962

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 431

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 512

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 329

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 518