Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Күҙе һуҡыр булһа ла, үҙе һуҡыр түгел
Күҙе һуҡыр булһа ла, үҙе һуҡыр түгел Һуҡыр сысҡан. Күбебеҙ уның үҙен күрмәһә лә, башҡарған эштәре байтағыбыҙға таныштыр. Яҙын ҡар аҫтынан өйкөм-өйкөм булып ер аҫтын йырғыслағандан ҡалҡҡан эҙҙәре сыға. Баҡсасылар уларҙы һүгә, бесәнлектәре йырғысланған әҙәмдәр ҙә асыулы был йән эйәләренә. Тик балалар ғына телевизорҙа күрһәтелгән йәнһүрәттәрҙән һуҡыр сысҡандарҙы ҡарап кинәнә. Әйтәйек, элегерәк экрандарҙан төшмәгән венгр йәнһүрәттәрендәге был мәхлүктәр яҡшы эштәр генә башҡара, ә бына беҙҙең “Дюймовочка”ла һуҡыр сысҡан ялҡау, ҡомһоҙ һәм һаран.
Ғәҙәттә, һуҡыр сысҡан ғаиләһе бер тирәлә йәшәй. Ә йырғыслаған ерҙәре уларҙың йәшәү өңө генә түгел, һунар биләмәһе лә. Бер генә мәхлүк ғаиләһенең биләмәһе йөҙәр метрғаса етә. Һуҡыр сысҡандың оҙонлоғо – 5 сантиметрҙан алып 20-гәсә. Ауырлығы иһә – 90 – 170 грамм. Тиреһенең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: йөнө бер яҡҡа ғына ятмаған, тура үҫкән. Был инде уға үҙе соҡоған ер аҫты коридоры буйлап алға ла, артҡа ла берҙәй хәрәкәт итеү мөмкинлеге бирә. Йәғни ҡайһы яҡҡа хәрәкәт итеүенә ҡарап, уның йөнө шул яҡҡа табан ята.
Ҡара бәрхәт, ҡарағусҡыл һоро төҫтәге был йәнлектең тәпәйҙәре ҡыҫҡа булһа ла, бик көслө. Алғылары арттағыларына ҡарағанда ла көслөрәк. Алғы тәпәйҙәренең табаны өҫкә ҡарап тора, тырнаҡтары осло. Тиреһенең йөнө ҡуйы. Күпме генә ер аҫтында йөрөмәһен, ул таҙа, йылҡылдап тора. Һуҡыр сысҡандың исеменән үк уның яҡтылыҡты яратмағаны һиҙелә. Был йәнлектәрҙең 20-гә яҡын төрө билдәле. Рәсәйҙә иһә өс төрлөһө йәшәй: Алтай, бәләкәй (малый), Кавказ. Ана шул 20 төр мәхлүктең ҡайһы берҙәренең күҙҙәре йоҡа ғына тире менән бөтөнләй ҡапланған. Уларҙы, ысынлап та, һуҡыр, тиһәң дә була. Ә беҙҙәгеләрҙекенең күҙҙәре бар, бәләкәй генә. Тик улар шулай уҡ яҡтылыҡтан ҡурҡа. Күҙҙәре ныҡлап күрмәгәс, был йән эйәләре аҙыҡты нисек таба һуң? Уларҙа тойомлау һәләте көслө.
Аҙыҡҡа килгәндә, һуҡыр сысҡандар күпселектә төрлө бөжәк, ҡусҡар, селәүсен менән туҡлана. Ә бына үҫемлектәр уларҙы бөтөнләй ҡыҙыҡһындыр­май тиерлек. Бик һирәк кенә үлән тамырҙарын, һабағын “ауыҙ итеүҙәре” мөмкин. Ашауға талымһыҙ булыуҙары тештәренә лә бәйләнгән. Үҙҙәре бәләкәй генә булһа ла, тештәре бик үткер, 33 – 44-кә барып етә (теш һаны буйынса ла һуҡыр сысҡандың төрөн билдә­ләй­ҙәр). Яңаҡ һөйәктәре көслө. Көс тигәндән, уның ҡулбаш һөйәктәре киң һәм ныҡлы. Кешеләргә ҡағылғанса әйтһәк, күкрәгендә көсө ташып тора.
Һуҡыр сысҡан бер йәшлек сағында бала таба башлай. Инәләре 4-5 аҙна йөклө йөрөй. Ғаиләһе бер тирәлә йәшәһә лә, күпселектә улар яңғыҙ ҡалырға ярата. Туй ваҡытында бергә булалар. Был март – апрель айҙарына тура килә. Инә һуҡыр сысҡан йылына бер тапҡыр 4-5 бала таба.
Был йәнлектең дошманы юҡ тиһәң дә була. Ара-тирә ер өҫтөнә килеп сыҡҡандарында төлкөләр, бесәйҙәр генә тотмаһа, әлбиттә. Кешеләрҙең биләмәһенә (баҡса, бесәнлек һ.б.) эләккәндәренең дә ғүмере ҡыйылыуы бар. Мәҫәлән, Британияла хатта һуҡыр сысҡан аулау­сы (кротолов) вазифаһы ла бар икән. Уның бар эше – һуҡыр сысҡан тотоу. Баҡһаң, мәхлүктәрҙең оя һәм һунар ко­ридорҙарына яҙа баҫып, аттарҙың тояғы имгәнеүе, һыбайлының ҡолауы бар икән. Шулай уҡ футбол, гольф майҙандарын да күҙ ҡараһылай һаҡлай һуҡыр сысҡан аулаусылар.
Ләкин тәбиғәт барыһын да тигеҙ яратҡан. Тимәк, беҙ юҡ итергә тырышҡан, ә сабыйҙарыбыҙ йәнһүрәттәрҙән яратып ҡараған, китаптарҙан уҡыған был сысҡандарҙың файҙалы яҡтары ла бихисап. Улар ерҙе йырғыслап, берҙән, зыян килтерһә (һәр хәлдә беҙ шулай уйлайбыҙ), икенсе яҡтан, уны өҫтәмә дымландырыуға (ҡыуыш­лыҡтарға һыу тула), йомшартыуға булышлыҡ итә. Шулай уҡ уларҙың, ер өсөн файҙалы булған ямғыр селәүсененән тыш, үҫемлектәр өсөн зыянлы төрлө ҡорттарҙың, ҡусҡарҙарҙың дошманы икәнен дә оноторға ярамай.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 065

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 429

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 960

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 865

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 617

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 219

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 443

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 953

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 413

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 490

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 321

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 508