“Туҡһанынсы йылдар”ға рәхим итегеҙ!28.10.2011
“Туҡһанынсы йылдар”ға рәхим итегеҙ!Яңы быуаттың ун беренсе йылы ла тамамланып килә, йәмәғәт. Ошо тиҫтә йыл эсендә генә элек төшөбөҙгә лә инмәҫлек мөғжизәгә тиң донъяуи үҙгәрештәр, фәнни асыштар яһаны Кешелек. Япондар үҙебеҙҙән һис тә айырырлыҡ түгел биоробот уйлап тапты, американдар Марсҡа осорға йыйына… Ҡәҙимге тормошобоҙҙа ла, элеккеһе менән сағыштырһаҡ, айырма ер менән күк араһы.
Магазиндарҙы ғына алайыҡ. Бөгөн сауҙа нөктәләрендә сират йә этеш-төртөштө һәм уҫал һатыусыларҙы көндөҙ шәм яндырып эҙләһәң дә табырмын тимә, “артҡы” ишектәр ҙә тарихта ҡалды, Аллаға шөкөр. Баҙарҙарҙың да йөҙө үҙгәрҙе, элекке тишек-тошоҡ палаткаларҙа һатыу итеүселәр иркен, яҡты сауҙа урындарына күсенде. Нефтекама, Яңауыл ҡалаһы баҙарҙарында йөрөп бик ҡәнәғәт ҡалдым, ағай-эне: ҡала эшҡыуарҙары, ауыл йүнселдәре өсөн сауҙа итеүгә бөтә шарттар ҙа булдырылған. Ышанмаһағыҙ, килеп ҡарағыҙ, Өлгөрбай ағайығыҙ бушты һөйләмәҫ! Тап Нефтекама баҙарында шәп эшләпә һатып алғас, күтәренке кәйеф менән Дүртөйлө яҡтарына юл тоттом.
Автовокзалға барып төшкәс, туп-тура ҡала баҙарына ыңғайланым. Ни өсөн тиһәгеҙ, быйыл йәй ундағы тәртипһеҙлекте күреп, йөрәгем әрнеп, район хакимиәте башлығына ла инеп сыҡҡайным.
— Шәхси ойошмаларҙың эшмәкәрлегенә минең ҡыҫылышым юҡ, — тип кәйефте ҡырып сығарһа ла, Ринат Хәйруллиндың был йәһәттән ниндәйҙер сара күреренә өмөтөм һүрелмәгәйне. Ни әйтһәң дә, үҙәк баҙар ҡаланың йөҙөн, күркен билдәләй, халыҡты хеҙмәтләндерә. Әммә баҙар һуҡмағына баҫыу менән өмөтөм һабын ҡыуығылай шартланы, йәмәғәт. Ысын мәғәнәһендә уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдарына кире ҡайтҡандай булдым… Баҙар майҙанындағы ике тиҫтә йыл элек һалынған асфальттың исеме генә ҡалған, соҡор-саҡырҙа ямғырлы көндә күләүек пәйҙә була, сауҙа нөктәләренең теләһә ниндәй материал менән көпләнгән түбәһенән һыу аға. Тағы шуныһы: баҙар майҙаны бысраҡ, ҙур сүплекте хәтерләтә…
Ҡупҡан асфальт киҫәктәренә абына-һөрөнә рәттәр буйлап йөрөп сыҡтым, эшҡыуарҙар менән әңгәмәләштем.
— Эш менән республикабыҙҙың төрлө ҡала һәм район баҙарҙарында булғаным бар, ләкин беҙҙәге кеүек ташландыҡ хәлдәгеһен күргәнем юҡ, ҡалабыҙ, районыбыҙ өсөн ҡунаҡтарҙан оят, — тип әсенде эшҡыуар Илмира Шаһапова.
Сауҙа урындарын эшҡыуарҙар төрлөсә йүнәтергә мәжбүр: кемдер — ҡатырғанан, ҡайһыһылыр — полиэтилен, фанера, таҡтанан. Һатыу итеү урындарының күбеһе буш, унда сүп-сар, тимер кәштәләр туҙышып ята.
— Ошондай “аҫыл” урын өсөн икебеҙгә айына өс мең һумдан ашыу, кварталға алты мең һалым аҡсаһы “бүләк итәбеҙ”, — ти эшҡыуарҙар Лида менән Камил Камалетдиновтар.
Булдыҡлы уңыр, булдыҡһыҙ туңыр, тиҙәр. Үҙ хужалығын ташландыҡ хәлдә тотоусы баҙар хужаһын юллап, конторҙарына йүнәлдем. Үкенескә ҡаршы, “Универсаль баҙар. “Урал-Трейдинг” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Венер Мырҙаянов урынында булмай сыҡты, ә иҫәпсе ханым Өлгөрбай ағайығыҙ менән әңгәмәнән ҡырҡа баш тартты.
Ярты юлда туҡтап ҡалырға ғәҙәтләнмәгәнмен, ҡасандыр кенәгәмә теркәлгән телефондар араһынан Мырҙаянов әфәнденең номерын эҙләп таптым.
— Мин Өлгөрбай Тиктормаҫов булам, һеҙҙең менән осрашып, баҙарҙың ҡыҙғаныс хәле, уны яҡшыртыу хаҡында һөйләшергә ине, — тим.
— Какой такой Өлгөрбай?! Беҙ — шәхси йәмғиәт, нисек теләйбеҙ — шулай йәшәйбеҙ, — тип элемтәне өҙҙө был.
Бына һиңә бәрәмәс! Баҙар хәленә район башлығы ҡыҫылмағас, уның хужаһы “был — минең шәхси милек” тип ташландыҡ хәлдә тотҡас, халыҡ хаҡлыҡ эҙләп кемгә мөрәжәғәт итергә тейеш һуң? Берәйһе баҙар хаҡында яҡшы хәбәр әйтмәҫме икән тип тағы ла рәттәр буйлап киттем. Ағай-эне һәммәһе: “Беҙҙән аҡса йыйырға ғына беләләр, сауҙа итеү өсөн шарттар булдырыу уларҙың ете ятып бер төшөнә ингәне юҡ”, — тип яуаплай.
…Етмәһә, ҡайҙандыр болото сығып, ямғыр ҡоя башланы, баҙар батҡағынан саҡ сығып ҡотолдом. “Уҙған быуаттың туҡһанынсы йылдары” һағындырһа, Дүртөйлө баҙарына рәхим итегеҙ, йәмәғәт: унда егерме йыл буйы бер ни ҙә үҙгәрмәгән!

Дүртөйлө ҡалаһы


Вернуться назад