Көйөргәҙелә – яңы башлыҡ31.03.2019
Көйөргәҙе районында хакимиәт башлығы алмашынды. Элекке етәксе Әхәт Ҡотләхмәтовтың отставкаға киткәнен хәбәр иткәйнек инде.

Район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тип Юлай Ильясов тәғәйенләнде.

Юлай Ильясов 1969 йылдың 10 июнендә Ейәнсура районының Юнай ауылында тыуа. 1994 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлай, 2001 йылда – Башҡорт дәүләт университетын.

1990 – 1991 йылдарҙа монтажсы, 1991 – 1992 йылдарҙа совхоз эшсеһе була. 1994 – 1997 йылдарҙа ӨДАТУ-ның аспирантураһында уҡый, 1995 – 1998 йылдарҙа кесе ғилми хеҙмәткәр, кафедра ассистенты булып эшләй.

1998 йылдан – дәүләт хеҙмәтендә. 2010 йылдан 2012 йылғаса Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры вазифаһын биләй. Һуңғы ете йылда “Башнефть” компанияһында эшләй.



Вернуться назад