Көлөп ҡаршыламай апрель...31.03.2019
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, апрелдең беренсе көнөндә республикала тотороҡһоҙ һауа торошо көтөлә.

“Ел секундына 15-20 метр тиҙлектә иҫәсәк. Ямғыр ҡатыш епшек ҡар яуыуы, айырым райондарҙа яуым-төшөмдөң көсәйеүе, еңелсә боҙлауыҡ булыуы көтөлә”, – тип хәбәр итә Башгидрометүҙәк.

Көслө ел ваҡытында тышҡа сыҡмаҫҡа тырышырға, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк, тип иҫкәртәләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.


Вернуться назад