"Мин Башҡортостанға ғашиҡ булдым"24.03.2019
Республика етәксеһенең ҡатыны Каринэ Хәбирова төбәктең 100 йыллығы уңайынан ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

“Мин Башҡортостанға ғашиҡ булдым. Уның халҡы һәм тәбиғәте һоҡланып туйғыһыҙ.

Мин булған иң үҙенсәлекле урын – Шүлгәнташ мәмерйәһе. Башҡортостандың барлыҡ райондары тәбиғәтен күрергә теләр инем, сөнки беләм: ул шул хәтлем күп төрлө.

Барыбыҙҙы ла байрам менән ҡотлайым, Башҡортостан сәскә атһын. Республиканың тарихын баһалауын, күп милләтле халҡын һаҡлауын теләйем”, – тине Каринэ Хәбирова.


Вернуться назад