Сармат алтыны ла йәм өҫтәне23.03.2019
“Башҡортостан” концерт залында һүрәтле почта карточкаларына һәм конверттарына “Башҡортостан Республикаһына 100 йыл” тигән махсус мисәт һуғыу тантанаһы үтте.

Унда Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров, республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашты.

Мәртәбәле ҡунаҡтар сармат алтыны күргәҙмәһе менән танышты (экспонаттарҙың бер өлөшө һаҡ аҫтында бер көнгә “Башҡортостан” дәүләт концерт залына килтерелгәйне). Сара барышында Радий Хәбиров Валентина Матвиенкоға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу сиктәрендә алдағы йылдарҙа төбәкте үҫтереү пландары хаҡында һөйләне.


Вернуться назад