"Байрамдың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ"23.03.2019
Республикабыҙҙың 100 йыллығы уңайынан “Башҡортостан” концерт залында тантаналы йыйылыш булды.

Тәбрикләү һүҙе менән Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко, Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров сығыш яһаны.

– Башҡортостандың бер быуатлыҡ оло юбилейы бөтөн ил өсөн баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Нәҡ ошондай федератив ҡоролош илебеҙҙең ныҡлы нигеҙен тәьмин итә, үҙ-ара татыулыҡты, именлекте тотороҡло һаҡлауға булышлыҡ ҡыла, – тине Валентина Ивановна.

Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй һәр ваҡыт үҙендә йәшәгән халыҡтарҙың көсөнә таяна. Бөгөн Башҡортостан - тотороҡло үҫешкән төбәк, сәнәғәт, ауыл хужалығы өлкәләре буйынса алдынғы сафта бара. Республикала күп балалы ғаиләләрҙе, өлкәндәрҙе социаль яҡлауға айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостандың барлыҡ уңыш-ҡаҙаныштары күп милләтле төбәктең өҙлөкһөҙ тырыш хеҙмәте нигеҙендә яуланған. "Артабан да шулай дауам итһен, республикаға яңынан-яңы үрҙәр теләйем", - тине Валентина Матвиенко.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хабиров ҡунаҡтарҙы ихлас тәбрикләне, тарихыбыҙға байҡау яһаны һәм төбәгебеҙ киләсәктә ныҡлы үҫешһен, сәскә атһын өсөн барыһын да эшләйәсәге хаҡында белдерҙе.

Артабан байрам уңайынан бай йөкмәткеле концерт башланды.


Вернуться назад