"Киләһе йөҙйыллыҡҡа ышаныслы аяҡ баҫабыҙ"23.03.2019
Башҡортостандың төп үҙенсәлеге ниҙә? Республика халҡы киләһе йөҙйыллыҡты ниндәй кәйефтә ҡаршылай?

“Рәсәй 24” телеканалында бирелгән ошондай мәғәнәләге һорауҙарға төбәк етәксеһе Радий Хәбиров шулай яуапланы:

“Башҡортостан һәм уның халҡы киләһе йөҙйыллыҡҡа ышаныслы аҙымдар менән аяҡ баҫа. Был бик ябай аңлатыла. Беҙҙең иҡтисад ныҡлы. Ул тотороҡло үҫешә, артабанғы мөмкинлектәре етди.

Шулай ҙа, моғайын, иң мөһиме шулдыр: беҙ киләһе йөҙйыллыҡҡа бай тарих һәм ныҡлы йолаларыбыҙ менән инәбеҙ – улар беҙҙең ғорурлығыбыҙ булып тора.

Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан алып Башҡортостан уның терәк төбәгенә әүерелгән. Беҙ илдең азатлығын һаҡланыҡ. Беҙ уның иҡтисади ҡеүәтен нығыттыҡ. Һәм, әлбиттә, күп быуатлыҡ милләт-ара, конфессия-ара дуҫлыҡтың иң яҡшы өлгөләрен индерҙек.

Ошо йәһәттән Башҡортостан – ысынлап та үҙенсәлекле төбәк. Беҙ республикабыҙ менән ғорурланабыҙ, яҡты киләсәгебеҙгә ныҡлы ышанабыҙ”.


Вернуться назад