Көндөҙ йылына19.03.2019
“Башгидрометүҙәк” мәғлүмәттәренә ярашлы, 20 мартта бер аҙ епшек ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ.

Ел йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә 2-7, аяҙытҡанда 8-13 градус һалҡын, көндөҙ 1-6 градус йылы булыуы көтөлә.

Ә 21 мартта ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Һауа температураһында үҙгәреш күҙалланмай.


Вернуться назад