Башҡорт илен күргеләре килә12.03.2019
Башҡортостанда киләһе йыл Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Был алтынсы форумға әҙерлек барышы тураһындағы мәсьәлә бөгөн һәм иртәгә Федерация Советында үткән Башҡортостан Республикаһы көндәрендә фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитетының киңәйтелгән ултырышында айырым ҡарала.

– Республикабыҙ ойошторған Фольклориада тарихта иң ҙуры буласаҡ, – тип белдерҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.


Оло мәҙәни сара 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙасаҡ. Ул республиканың барлыҡ райондарын да ялмап аласаҡ. Донъяның биш ҡитғаһынан 100-ләгән фольклор коллективы киләсәк. Әлегә Фольклориадала 73 ил ҡатнашырға теләк белдергән.



Вернуться назад